Эстәлеккә күсергә

Аҡъюл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аҡъюл (Хәйбулла районы) битенән йүнәлтелде)
Fesk
Аҡъюл
рус. Акъю́лово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла

Ауыл советы

Аҡъюл

Координаталар

51°53′44″ с. ш. 57°30′09″ в. д.HGЯO

Халҡы

84[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453800

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 810 003

ОКТМО коды

80 655 410 111

Аҡъюл (Рәсәй)
Аҡъюл
Аҡъюл
Аҡъюл (Башҡортостан Республикаһы)
Аҡъюл

Аҡъюл (рус. Акъюлово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 84 кеше[2]. Почта индексы — 453800, ОКАТО коды — 80255810003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 84 43 41 51,2 48,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 71 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ғәлиәхмәт): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 127 км

XVIII быуатта Яйыҡ буйы далаларында йәшәгән башҡорттар таулы-урманлы төбәктәргә күсергә мәжбүр була. Был башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында башҡорт ауылдары тулыһынса яндырылыуына бәйле. Үҫәргәндәрҙең ҡунаҡ ырыуының иң боронғо ауылдарының береһе — Аҡъюл ауылы ла тәүҙә Яйыҡ далаларында урынлашҡан булған. Ҡунаҡ ырыуы вәкилдәре башта Ур йылғаһы (рус. Орь) буйында йәшәгән. 1735 йылда Ур йылғаның тамағында Орск ҡәлғәһенә нигеҙ һалына һәм каратель ғәскәрҙәренең ҡанһыҙлығы һөҙөмтәһендә, аҡъюлдар өс тапҡыр ауылды күсерәләр: Гөбөрлө буйҙарына, ә һуңынан Урман Йылайыры йылғаһы Һаҡмарға ҡойған урынға килеп төйәкләнә[3].

1795 йылғы ревизия мәғлүмәттәрендә Аҡъюл 4 йортло утар булараҡ күрһәтелгән. 1816 йылда ауылда 133 кеше йәшәгән. Аҡъюл ауылы Сабаҡлы, Ғүмәр, Телеғол, Аҡбулат, ҡайып, Ирсай, Ибраһим, Бикбирҙе, Ишморат, Һарыбай, Көйөргәҙе, Наҙарғол, Йомағужа, Арыҫланғол, Ҡырғыҙ, Арыҫланғол ауылдары менән бергә Буранғолов командаһына ингән. Ауыл халҡы 18 быуат аҙағында Йылайыр йылғаһы үҙәнендә нигеҙләнгәнгә тиклем Һаҡмар йылғыһының һул ярында Һунарсы тауы итәгендә йәшәгән, унда әле лә ауыл зыяраты бар.

1816 йылда ауылда йәшәгәндәр:1766 йылғы сотник Мортаза Ҡужин, уның улдары Йәрмөхәмәт һәм Күлмөхәмәт; Яхиә Ҡужин (1756 йылғы); Аҡъюл Абзанов, 1731 йылғы, ауыл уның исеме менән аталған; Аҡъюлдың улдары: Әбделвәғәп, Әбделхалиҡ, Эткөсөк, Йосоҡ; Хөсәйен Ханбул улы Аҡбулатов (Ишемғолов) (1792-1860); уның ҡустыһы Үҙәнбай Ханбула улы Аҡбулатов; Иҫәнгилде Һөйөндөк улы Ишемғолов (1764-1851); Ишназар Байназар улы Мусин; Бикбай Байғужин; Таһир Байғусҡаров; Ирғәли Биканов; Көҫәп Ибраһимов; Баймырҙа Аҡҡужин; Ғүмәр Бохаров; Абдулла һәм Торопҡол Яратҡоловтар.[4]

1834 йылда ауылда 46 йорт һәм 371 кеше иҫәпләнгән, 1850 йылда - 80 йорт һәм 800 кеше. Рөхсәт алып, йәшәргә һәм мал көтөүгә буш ер юҡлыҡтан, ауыл халҡы Орск ҡәлғәһе тирәһендә яңы торамалар төҙөгән.

Әммә күп йылдар үтһә лә, башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәрен онотмайҙар һәм уларҙы һаҡлау маҡсатында кире Гөбөрлө тауҙарына күсәләр. Ишбирҙе Ишкинин (Ишемғолов), хорунжий, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 1-се Башҡорт полкы составында һуғышып, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары менән наградланған. Һуғыштан һуң Ырымбур сик һыҙығын һаҡлау буйынса хеҙмәт үтә. Һуңыраҡ ул үҙенең туғандары менән Гөбөрлө йылғаһы буйында яңы Ишбирҙе ауылына нигеҙ һала. Был Ырымбур губернаторы В.А. Перовскийҙың 1854 йылғы 5864-се бойороғо нигеҙендә башҡарыла[4]. Ишбирҙе Ишкинин етәкселегендә Аҡъюлдан бер нисә ғаилә, шулай уҡ Арыҫланғолдан Байбулатовтар һәм Күскилдиндар ғаиләләре Ишбирҙегә күсә[3].

Бер нисә йылдан губернаторҙың 5964-се бойороғо буйынса 1857 йылдың майында Аҡъюл ауылынан Ғәлекәй Тимербай улы Яратҡолов етәкселегендә 237 кешенән торған 21 ихата күсерелә. Улар Аҡъюл ауылынан өҫтәрәк Урман Йылайыры йылғаһы үҙәнендә Ғәлекәй ауылына нигеҙ һалған. Бөгөн был ауыл юҡ.

Аҡъюл ауылы халҡы ике яңы ауылға күсеп киткәндән һуң да, 1859 йылда унда 33 йортта 295 кеше йәшәгән.

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ауыл тураһында ошолай яҙылған: «Орский уезд, 2-й стан, № 762 дер. Акъюлова, башк., расположена у р. Сакмара, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 140 верст, от становой квартиры 98 верст, число дворов 52, число жителей: муж. 154, жен. 147. В деревне была мечеть.»[5]

1917 йылда ауылда 131 йортһәм 800 кеше йәшәгән, 1925 йылда 60 ихата һәм 500 кеше йәшәгән. Ауыл халҡының кәмеү сәбәбе булып Граждандар һуғышы, 1921-22 йылдарҙағы тиф һәм аслыҡ эпидемиялары тора.[4]

  • Тау урамы, (рус. улица Горная)
  • Йылға урамы, (рус. улица Речная)[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]