Бикбау (исем)
Бикбау — боронғо башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикбау — Бикбай исеменең боронғо формаһы. 1555 йылда Иван Грозный батшаға барған илселәрҙең береһе — үҙҙәренең ырыу башы исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикбау бей — үҫәргән ҡәбиләһе башлығы була. Башҡорт халҡының Нуғай Урҙаһына ҡаршы барған оҙайлы көрәштәрен ойоштороусы, әйҙәүселәрҙең береһе.
Фамилиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы (1896 йыл — 1964 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, уны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡорт ғәскәренең командиры һәм адъютанты.
Бикбов Ғәйнулла Латип улы (1889 йыл — 1938 йыл) — совет хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре.
Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы (4 апрель 1957 йыл) — офтальмолог, юғары категориялы табип. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты директоры. Рәсәй Федерацияһының (2013) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған табибы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы.
Бикбов Сәрүәй Шәйбәк улы (1908—1990) — (26 октябрь 1908 йыл — 5 февраль 1990 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1956—1972 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2—8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), өс «Почёт Билдәһе» (1944, 1945, 1967) ордендары кавалеры.
Бикбов Фәйзулла Искәндәр улы (1908 йыл — 1969 йыл) — башҡорт журналистикаһы уҙаманы, шағир.
Бикбов Юлбарыҫ Сурағол улы (1847 йыл — 1922 йыл) — башҡорт старшинаһы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡы союзы бюроһының ағзаһы.
Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы (1883 йыл — 1943 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (1918).
Топонимдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикбау (Ейәнсура районы)(рус. Бикбау) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.
Бикбау (Татарстан) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.
Бикбау (Хәйбулла районы) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы бөткән ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |