Бикбай (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Бикбай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикбай төрки сығанаҡлы башҡорт исеме. Бәк һәм бай һүҙҙәре ҡушылып яһалған. Ныҡ көслө, бай түрә, изге бей мәғәнәләрен аңлата[1][2]. Бикбай исеменең боронғо формаһы — Бикбау.

Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикбаев Рауил Төхфәт улы (12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл) — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).

Бикбаев Азамат Иҙебай улы (9 июнь 1986 йыл) — спортсы, классик (грек-рим) стилдәге көрәшсе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012).

Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы (23 ноябрь 1926 йыл, Малмыж — 10 ноябрь 2004 йыл, Өфө) — отоларинголог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), профессор (1970), республика оториноларингология ғилми йәмғиәте рәйесе (1966—1991), медицина фәндәре докторы (1970), РСФСР-ҙың (1986) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967).

Бикбаев Илдар Зиннур улы (15 февраль 1959 йыл) — «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отрядтарының республика йәмәғәт фонды советы рәйесе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.

Бикбаев Нәсибулла Рәхмәтулла улы (7 октябрь 1897 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы, партия һәм дәүләт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.

Баязит Бикбай (9 ғинуар 1909 йыл — 2 сентябрь 1968 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, драматург. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1939) ордендары кавалеры.

Бикбаев Рәмил Фәрит улы (1961—1995) — физика-математика фәндәре докторы.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бикбай — Пермь крайының Октябрьский районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ