Бикмөхәмәт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Бикмөхәмәт — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикмөхәмәт башҡорт һәм ғәрәп исемдәренең ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән — бик (башҡорт) + мөхәмәт (ғәрәп) — данлы, маҡтаулы (ислам диненә нигеҙ һалыусы Мөхәммәттең исеменән) тигәнде аңлата[1]
Фамилияла һәм атаһының исемендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы (3 октябрь 1918 йыл — 7 март 1988 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Сәғитов Абдрахман Бикмөхәмәт улы (1 ғинуар 1898 йыл — октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған уҡытыусы, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өлкән лейтенант. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1939).
Ғәлиев Әлмөхәмәт Бикмөхәмәт улы (рус. Галеев Альмухамед Бикмухамедович) (1904 йыл, — 6 февраль 1945 йыл) — СССР Хәрби көстәре хеҙмәткәре, кадрҙағы офицер. 1926 йылдан Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһында. 1942 йылдан Эске эштәр халыҡ комиссариатының 18-се уҡсылар бригадаһының 292-се уҡсылар полкының автоматчиктар ротаһы командиры. 1944 йылдың 7 июленән 121-се уҡсылар дивизияһының 340-сы гвардия уҡсылар полкының батальон командиры урынбаҫары. Висла-Одер операцияһында ҡатнашҡан. 1945 йылдың 6 февралендә һәләк булған.
Ғәбит Арғынбаев (Ғәбит сәсән, Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы) (1856—1921) — атаҡлы башҡорт сәсәне
Хәмитова Хәбибъямал Бикмөхәмәт ҡыҙы (1 июль 1890 йыл — 17 сентябрь 2011 йыл) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһендә йәшәгән оҙон ғүмерле башҡорт ҡатыны.
Еналиев Сөләймән Бикмөхәмәт улы (1894 йыл — 14 сентябрь 1938 йыл) — күҙ табибы, һаулыҡ һаҡлау эшен ойоштороусы, ТАССР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1927 йыл-1928 йыл), Ҡаҙан медицина институты директоры (1935 йыл-1937 йыл).
Бикмөхәмәтов Роберт Ғата улы (1929—1995) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Филология фәндәре докторы (1983), профессор (1987).
Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы (1954 йыл) — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
Исмәғил Бикмөхәмәт — сәйәхәтсе һәм яҙыусы.
Бикмөхәмәтов Шәүҡәт Миңнулла улы (21 май 1946 йыл — 15 май 2008 йыл) — хор дирижёры, музыка‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980).[2]
Бикмөхәмәтова Ризәлә Миңнулла ҡыҙы (22 май 1933 йыл) — хор дирижёры. Профессор (1983). РСФСР‑ҙың (1983) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. сәнғәт эшмәкәре.[3]
Татьяна Бикмөхәмәтова — Театр актрисаһы. 2008 йылдан Коми Республикаһының опера һәм балет театрында эшләй.[4]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ Бикмөхәмәтов Шәүҡәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Бикмөхәмәтова Ризәлә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Татьяна Бикмөхәмәтова
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бикмөхәмәтов Шәүҡәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Бикмөхәмәтова Ризәлә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |