Исмәғил Бикмөхәмәт
Исмәғил бин Бикмөхәмәт | |
Тыуған көнө: |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны: |
Сәйет биҫтәһе, Ырымбур провинцияһы, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) |
Вафат булған көнө: |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны: |
Сәйет биҫтәһе, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Исмәғил Бикмөхәмәт — сәйәхәтсе һәм яҙыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исмәғил Бикмөхәмәт улы XVIII быуатта Ырымбур губернаһы Ырымбур провинцияһы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) Сәйет биҫтәһендә тыуған.
1751 йылда сауҙа юлдарын асыу маҡсатында өс юлдашы — Күбәк Байназаров, Надир Сәфәров, Яҡуп Йәғәфәров менән Һиндостанға сәйәхәт ҡыла. Уның маршруты Урта Азия, Афғанстан, Иран, ғәрәп илдәре (хәҙерге Ираҡ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Сүриә), Ғосман империяһы аша үтә.
Бохаранан бер аҙна эсендә Андхой ҡалаһына, артабан бер карауан составында Маручак, Герат, Кандагар, Келат, Кедж, Бендер ҡалалары аша үтәләр. Һуңынан диңгеҙ юлы аша 5 көн эсендә Басраға (хәҙерге Ираҡ) барып етә һәм 2 ай дауамында бында туҡтала. Артабан диңгеҙ юлы буйлап 18 көн эсендә Сурат ҡалаһына барып етә, ҡала янында диңгеҙ пираттары менән алышҡа ингәндә уның ике юлдашы — Надир һәм Ғабдрахман һәләк була. Артабан бер сауҙа карауаны составында ҡоро ер буйлап Аурангабад һәм Хәйҙәрабад ҡалалары аша үтеп Мусалипатамға барып етә. Бынан диңгеҙ юлы аша Чинсура ҡалаһына килеп, артабан ҡоро юл буйлап Делиға барып етә һәм бында 9 ай дауамында йәшәй. Лахорҙы яулап алғандан һуң афған хакимы Әхмәт шаһ Дурани ғәскәрҙәре менән Делины ҡамауға ала һәм вәзир Иман әл-Мөлөк ҡаланы биргәс, Делины талай һәм емерә, Исмәғил Бикмөхәмәт был ваҡиғаларҙың шаһиты була.
Афған ғәскәрҙәренең хәрәкәте туған яғына ҡайтырға ҡамасаулағас, Ғәрәбстанға хаж ҡылырға юллана. Сурат ҡалаһынан диңгеҙ юлы буйлап 3 ай дауамында Жиддәгә килеп етә, диңгеҙ юлында уның карабы көслө штормға эләгә. Артабан мосолмандарҙың изге урындары — Мәккә, Таиф һәм Мәҙинәгә барып хаж ҡыла.
Дамаскта сирләп юлдашы Яҡуп Йәғәфәров вафат була, бер үҙе ҡалған Исмәғил Бикмөхәмәт юлын дауам итә һәм Ғосман империяһының баш ҡалаһы Истанбулға барып етә. Әммә туған яғына ҡайтырға аҡсалары булмағас, ҡалалағы бер кибеттә эшләй башлай һәм тик 25 йыл үткәс кенә ниәттәрен тормошҡа ашыра — 1783 йылда туған яғына әйләнеп ҡайта[1].
Исмәғил Бикмөхәмәт үҙенең ил гиҙеүҙәрен «Исмәғил аға сәйәхәтнамәһе» әҫәрендә тасуирлай. Шулай уҡ бында Шәреҡ халыҡтарының йолалары, мәҙәни ҡомартҡылары һәм изге урындары тураһында мәғлүмәт бирә.
«Исмәғил аға сәйәхәтнамәһе» әҫәре башта ҡулъяҙма формаһында таралыу ала. 1840 йылда Ҡаҙаҡлар ауылында йәшәүсе Ғәбделҡадир бин Монасип тарафынан яҙылған был әҫәрҙең күсермәһе тулыһынса һаҡланмаған. Күсереп яҙыусылар араһында Ризаитдин Фәхретдиновтың атаһы — Фәхретдин бин Сәйфетдин дә була, уның 1858 йылда күсереп алған варианты хәҙерге ваҡытта Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡлана. Фазыл Туйкин 1914 йылда Зәй-Ҡаратай ауылында йәшәүсе Сабир бин Науширүәндә «Исмәғил аға сәйәхәтнамәһе» әҫәренең ҡулъяҙмаһын табып ала, был вариант Аггал Сәли бин Сәғит тарафынан күсереп яҙылған.
1862 йылдан башлап бер нисә тапҡыр Ҡазанда, Өфөлә һәм Ырымбурҙа нәшер ителә. Ризаитдин Фәхретдинов әҫәргә инеш, иҫкәрмәләр һәм өҫтәмә мәғлүмәт индереп 1903 йылда баҫтырып сығара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 421. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Исмәғил аға сәйәхәте. // Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 2-се т. — Өфө, 1999. — 303—392-се биттәр.
- Путешествие Исмагила Бикмухаммедова в Индию / Перевод текста на русский язык и комментарий к ним выполнила А.Алеева. — Оренбург, 2005. — 44 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәҙерғолов М. Х. Исмәғил Бикмөхәмәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Һаҡмар районында тыуғандар
- Ырымбур губернаһында вафат булғандар
- Һаҡмар районында вафат булғандар
- Алфавит буйынса сәйәхәтселәр
- XVIII быуат яҙыусылары
- Һиндостанға сәйәхәтселәр
- Шәхестәр:Рәсәйҙә ислам
- Яҙыусы-сәйәхәтселәр
- Рәсәй империяһы сауҙагәрҙәре