Ботсванала ислам
Ботсванала ислам | |
Дәүләт | Ботсвана |
---|---|
Ботсванала ислам Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ботсванала ислам (ингл. Islam in Botswana, тсван. Tumelo ya Islam Botswana mo, ғәр. الإسلام في بوتسوانا) ― әҙселек дине. Ботсванала күпселек кеше (ил халҡының 77 %-ы) христиан дине йәки урындағы инаныстар тарафдары.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам Ботсванаға Көньяҡ Азиянан килгән мосолман мөһәжирҙәр аша таралған, улар был төбәктә Британияның колониаль хакимлығы ваҡытында урынлашҡан.
1890-сы йылдарҙа күсеп килгән Һиндостан мосолмандары Ботсвананың беренсе мосолмандары булараҡ иҫәпләнә. Колониаль хакимиәт был Һиндостан мосолмандарына йәшәү урынын ҡала райондары менән сикләгән. Ҡалалар һәм мосолман халҡы арта барған һайын, мосолмандар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә барлыҡ ҡалаларҙа Ислам үҙәктәрен булдырған[1].
Малави мосолмандары Ботсвананың икенсе ҙур ҡалаһы Франсистаунда 1950-се йылдарҙа барлыҡҡа килә. Улар файҙалы ер ҡаҙылмаларын сығарыу кеүек эштәргә яллана.
1970-се йылдарға тиклем Ботсвананың төп халҡы араһында ислам динен ҡабул итеүселәр күп булмай. Гайананан шәйех Али Мостафа 1970-йылдарҙан Ботсвана (күберәк биҫтәләрҙә һәм төрмәләрҙә) прозелитизм[2] менән шөғөлләнә[1].
Бөгөн ил баш ҡалаһы Габороне 1982 йылда төҙөлгән һәм яңыртылған мәсете менән Ботсвана исламының үҙәге тип һанала .
Һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2001 йылғы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, Ботсванала 5 000-гә яҡын мосолман иҫәпләнә[3], был иһә халыҡтың 1 процентынан кәмерәк тигән һүҙ.
Төрлө дини төркөмдәр араһындағы мөнәсәбәттәр, Африканың башҡа өлөштәрендә дин-ара ҡырҡыулыҡ артыуға ҡарамаҫтан, тыныс һәм дуҫ булып ҡала.
Мәсет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ботсвана Көньяҡ-Көнсығыш округындағы Лобаце ҡалаһында Ботсвана мосолмандар ассоциацияһы (Botswana Muslim Association) тарафынан 1967 йылда төҙөлгән мәсет ― илдә иң боронғо мәсет .
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Tayob Abdulkader. Southern Africa // Islam Outside the Arab World. — London: Routledge, 1999. — P. 113. — ISBN 0-7007-1124-4.
- ↑ Прозелитизм — башҡаларҙы үҙ динең менәнән ҡыҙыҡһындырыу, шулай уҡ әлеге максатка ирешеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек.
- ↑ Botswana. International Religious Freedom Report 2007 .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |