Буранғол Ҡыуатов
Буранғол Ҡыуатов | |
Башҡорт генералы. 1806 йыл. Нью-Йорк асыҡ китапханаһы коллекцияһынан | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Нуғай даруғаһы, Үҫәргән улусы, Ҡыуат ауылы |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
майор (1817) |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Буранғол Ҡыуатов (Буранғол Ҡыуат улы Кинйәғолов; 1750—1833) — кантон башлығы, майор (1817). 1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында ҡатнашҡан, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында 1-се Башҡорт полкының командиры булып хеҙмәт итә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буранғол Ҡыуатов сығышы менән Ырымбур губернаһы Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы Ҡыуат ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Үтәғол ауылы) башҡорттарынан. Ҡыуатовтар нәҫеленән.
1799—1817 йылдарҙа 9-сы башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт итә.
1805 йылдың 24 сентябрендә, урал казактарының сыуалышын баҫтырғаны өсөн, ул етәкселек иткән 9-сы кантонға император Александр I вензеле менән байраҡ бүләк ителә[1][2].
1805 йылғы рус-австрий-француз (3-сө коалиция) һәм 1806—1807 йылдарҙағы рус-прусс-француз (4-се коалиция) һуғыштарында ҡатнаша, полк командиры була. 1807 йылдың 4 июнендә майор Данкеев һәм поручик Буранғол Ҡыуатов командалығындағы ике башҡорт полкы атаман М. И. Платов корпусы составында Веллау ҡалаһы янындағы алышта ҡатнаша[3]. Атаман Платов үҙенең рапортында Буранғол Ҡыуатов күрһәткән батырлығын һәм ҡыйыулығын билдәләп үтә[1].
1811 йылда 9-сы кантон башҡорттарынан 1-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, уның командиры итеп Буранғол Ҡыуатов тәғәйенләнә. Июндә полк Сембергә килә һәм Серпуховҡа ебәрелә. Курск губернаһында ҡышлай. 1812 йылдың 2 ғинуарында Луцк ҡалаһында 2-се армия командующийы П. И. Багратион 1-се һәм 2-се Башҡорт атлы полктарын ҡарап сыға. 1812 йылдың мартында 1-се Башҡорт полкы Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә Платовтың корпусы составына кордон хеҙмәтен үтәй. Ватан һуғышы башланғас, Платов казактары менән бергә 2-се Көнбайыш армияның сигенеүен ҡаплай[4][5].
1812 йылдың 3-5 сентябрендә Можайск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, ә 20 сентябрҙән Мәскәү эргәһендә була. 1812 йылдың 3—26 октябрендә командаһы менән Молод ауылы эргәһендә Серпухов юлындағы төп пикетты биләй. 27 октябрҙән дошманды эҙәрлекләй башлай һәм 29-30 октябрҙә Малоярославец эргәһендә була[6].
1813 йылдың 3 мартында Берлин, 15 мартта — Дрезден, 29 мартта — Лисимбург, 15-16 августта — Ютербок, 21-22 августта — Винтербург эргәһендә була[6].
1813 йылда 1-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнаша. 1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы "Халыҡтар һуғышы"нда ҡатнашҡан 4-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[7].
1813 йылдың 10 ноябрендә — Дефентер ҡәлғәһе, 8-9 декабрҙә — Бреда ҡәлғәһе, 1814 йылдың 24-25 февралендә — Лаон ҡалаһы янындағы алыштарҙа ҡатнаша.
1814 йылдың 19 мартында Париж янындағы алышта һәм ҡаланы алыуҙа ҡатнаша[6].
1817 йылда майор званиеһын ала.
1817 йылда дворян титулына лайыҡ була. 1818 йылдың 13 июнендә Буранғол Ҡыуатов ҡатындары һәм улдары менән бергә Ырымбур губернаһы дворян нәҫелдәре китабының 3-сө бүлегенә индерелә.
Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Буранғол ауылы уның исеме менән аталған.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы
- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ярмуллин А. Ш. Об истории возникновения башкирского военного марша «Наполеон» // Ватандаш. — 2013. — № 8. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. Знамя девятого Башкирского кантона // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Рахимов Р. Н. Рус-прусс-француз һуғышы (1806—1807) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Рахимов Р. Н. 1-й Башкирский полк в Отечественной войне 1812 года // Бородино и наполеоновские войны. Битвы. Поля сражений. Материалы II Международной научной конференции, посвященной 195-летию Бородинского сражения (Бородино, 3-5 сентября 2007 г.) / Сост. А.В. Горбунов. — Можайск, 2008. — 408 с..
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Асфатуллин С. Г., 2000, с. 116
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015.
- Хусаинов Г. Б. Бурангул Куватов — славный сын России: к 200-летию Бородинского сражения // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 2009. — № 3. — С. 42—47.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильясова А. Й., Әсфәндиәров Ә. З. Ҡыуатовтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1750 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Ейәнсура районында тыуғандар
- 1833 йылда вафат булғандар
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Аустерлиц янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Фридланд янындағы алышта ҡатнашыусылар
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 1812 йылғы Смоленск алышында ҡатнашыусылар
- Малоярославец янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Ҡыуатовтар
- Башҡорт кантондары башлыҡтары