Эстәлеккә күсергә

Бүжәлек (ҡасаба, Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бүжәлек (ауыл, Силәбе өлкәһе) битенән йүнәлтелде)
Бүжәлек
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Халыҡ һаны 311 кеше (2002)[1],
214 кеше (2010)[2]
Почта индексы 456795
Карта

Бүжәлек — рус. Бижеля́к - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Озёрск ҡала округы тимер юл разъезы ҡасабаһы.

Тимер юлдың Ҡыштым-Бүжәлек перегоны)

Бүжәлек ҡасабаһы 1896 йылда тимер юлы разъезы янында барлыҡҡа килгән.

1940-сы йылдарҙа № 817-се комбинат (хәҙерге «Маяҡ») һәм Арғаяш ТЭЦ-ы (1940) төҙөлә башлау сәбәпле Бүжәлек тирәһендә мәғдән булмаған материалдар карьерҙары ойошторола.

Карьер ҡасабаһында мәктәп, медпункт, балалар баҡсаһы, магазин була.

1962 был ҡасаба менән Бүжәлек берләштерелә [3]

Бүжәлек ҡасабаһы Озерский ҡала округы биләмәһендә, Бүжәләк йылғаһы Олағас күленә ҡойған ерҙә урынлашҡан. Озёрскиға тиклем араһы — 27 км

GPS координаттары: N 55° 35' 38.598" E 60° 43' 34.842"[4]

Рельефы — Урал аръяғы пенепленының Төньяҡ Себер тигеҙлегенә күсә барған төбәге. Иң яҡын бүжәктәр (убалыҡтар) бейеклеге — 305 м һәм 286 м.

Ландшафты — ҡарағай, япраҡлы урмандар биләгән урындар.

Йылға үҙәне һаҙлыҡлы. Күрше тораҡ пункттар грунт һәм шоссе юлдары менән бәйле.

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2010[6]
311214

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 2010 йылда ҡасабала халыҡ һаны 214 кеше тәшкил итә (103 ир-ат һәм 111 ҡатын-ҡыҙ).

Ҡасабала шул уҡ исемле Бүжәлек тимер юл разъезы урынлашҡан.

Ҡасаба өс урамдан тора[7].

Бүжәлек ҡасабаһы Бүжәлек йылғаһы буйында урынлашҡан. Башҡорт топонимдары араһында Бүжәтау тигән тау ҙа, Бүжән тигән ауыл да бар. Бүжәк (бүжә) - сусаҡлы тау, уба тигәнде аңлатҡан һүҙ.[8]

  1. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  2. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  3. Бижеляк.Энциклопедия Челябинской области
  4. Поселок Бижеляк, Челябинская область
  5. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  6. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  7. Регионы России → Челябинская обл. → Озерск г. → Бижеляк п.
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 181-се бит.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 181-се бит.
  • Поселок Бижеляк, Челябинская область [1]
  • Бижеляк.Энциклопедия Челябинской области [2]