Эстәлеккә күсергә

Википедия:Авторлыҡ хоҡуҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(ВП:АХ битенән йүнәлтелде)
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП-АХ
Запрос «ВИКИПЕДИЯ:АП» бында тотоноу; ҡара. флагы тураһында автопатрулировать Википедия: Патрулирование#автопатрулировать. флагы (ВИКИПЕДИЯ:АПАТ).

Башҡорт телендәге Википедия ҡатнашыусыларының авторлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлеге:

Башҡорт Википедияһының CC BY-SA 3.0 һәм GFDL лицензиялары буйынса баҫтырылған һәм таралған текстары, әгәр сығанаҡ булараҡ Википедияға һылтанма бирелһә, уларҙы үҙгәртергә, төрлө маҡсатта (шул иҫәптән, коммерция маҡсатында) таратыла ала. Википедияла үҙгәрмәгән бүлектәр, шулай уҡ баш һүҙ һәм йомғаҡлау юҡ.

Әҙәби һәм нәфис әҫәрҙәрҙе һаҡлау буйынса Берн килешеүенә ярашлы[10], авторлыҡ хоҡуҡтары бер һүҙһеҙ ҡулланыла, йәғни хатта авторлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау билдәһе ҡуйылмаған осраҡта ла, улар авторлыҡ хоҡуғы объекты булып тора.

Мәҡәлә яҙғанда сит текстарҙы ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:КОПИВИО

Башҡорт Википедияһында текст түбәндәге шарттарҙың береһе үтәлгән саҡта ғына урынлаштырыла ала:

  • һеҙ текст авторы булып тораһығыҙ һәм уны CC BY-SA (һәм, ихтимал, GFDL) лицензияһы шарттарында таратыу, үҙгәртеү һәм ҡулланыу (шул иҫәптән коммерцияла) менән килешәһәгеҙ;
  • текст йәмәғәт ҡаҙанышы (мәҫәлән, АҠШ-та, йәки башҡа илдә) булып тора;
  • текст авторлыҡ хоҡуҡ объекты түгел (мәҫәлән, ҡайһы бер илдәрҙә бындай текстарға ҡанундар һәм башҡа рәсми документтар, фольклор, транспорт хәрәкәте расписаниеһы һәм телетапшырыуҙар инә);
  • текст хужаһы был тексты CC BY-SA (һәм, ихтимал, GFDL) лицензиялары шарттарында таратырға, үҙгәртергә һәм ҡулланырға (шул иҫәптән коммерцияла) рөхсәт бирә; теркәлеү тураһында ентеклерәк бында ҡарағыҙ:Википедия: Рөхсәт.

Иғтибар! Ҡулланғанда хаталаныуға юл ҡуймаҫ өсөн текстарҙы ҡулланған сығанаҡтарҙы авторлыҡ хоҡуғы составына һәм уларҙың дөрөҫлөгөнә анализлау мөһим.

Мәҡәлә объекты тураһындағы факттарҙы (фактик мәғлүмәттәр) алырға рөхсәт ителә.

Цитата маҡсатлы ҡулланылһа, уны күләмле итеп ҡулланыу рөхсәт ителә.

Википедия эсендә текстар ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ПЕР

Википедияның башҡа мәҡәләләренән текстарҙы күсергәндә йәки башҡа тел бүлектәрендәге мәҡәләләрҙе тәржемә иткәндә шулай уҡ авторлыҡ хоҡуҡтарын һаҡларға, йәғни Ҡулланыу шарттары һәм GNU FDL., Creative Commons Attribution/Share-3.0 лицензияһы талаптарын үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, икенсе мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихына һылтанма аша мәҡәлә авторын күрһәтергә (фекер алышыу битенә {{Тәржемә ителгән мәҡәлә}} ҡалыбын ҡуйырға йәки төҙәтеүҙәргә комментарийҙа яҙырға) йәки мәҡәләнең төп авторҙарын һанап сығырға кәрәк.

Википедия булмаған тәржемәрҙе ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Америка закондарына ярашлы (The Copyright Act), авторлыҡ хоҡуҡтары эйәһе рөхсәтенән башҡа тәржемә тексын таратыу тыйыла (ҡара. § 106 · Exclusive rights copyrighted in works: «the owner of copyright (…) authorize has to the exclusive and to do rights (…) upon based derivative works copyrighted the work»). Бынан тыш, Берн конвенцияһының 8-се статьяһына ярашлы, «ошо Конвенция менән яҡланған әҙәби һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре авторҙары, хоҡуҡтарының барлыҡ мөҙҙәте дауамында үҙ әҫәрҙәрен тәржемә итеү һәм тәржемәләүгә рөхсәт итеү хоҡуғына эйә». Был конвенция ҡатнашыусылары булған барлыҡ илдәрҙең ҡануниәтендә, шул иҫәптән АҠШ-та, Францияла һәм Рәсәйҙә шундай уҡ положение бар. Шуға күрә йәмәғәт ҡаҙанышы булмаған һәм ирекле лицензия менән сығарылмаған текстарҙың тәржемәһе Википедияла урынлаштырыла алмай.

Мәҡәләлә һүрәттәр ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияға һүрәттәр ҡуйғанда:

Авторлыҡ хоҡуҡтары боҙолғанда нимә эшләргә?

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр бит эстәлеге тәүге версияһында ниндәйҙер ирекле булмаған сығанаҡтарҙан күсерелгән икән (мәҫәлән, Ҙур совет энциклопедияһының өсөнсө баҫмаһы йәки ойошманың копирайт билдәһе ҡуйылған рәсми сайтынан алынған) һәм авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу төҙәтелмәгән икән, мәҡәлә О11 буйынса юйылырға тейеш. Бының өсөн мәҡәлә башында {{subst:Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу|url=плагиат сығанағы|мәҡәлә атамаһы}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк һәм мәҡәләнең фекер алышыу битендә был мәҡәләне яҙған мөхәрриргә хәбәрҙәр итергә крәк .

Әгәр текстың беҙҙән түгел, ә беҙгә күсерелгәне[11] тураһында шик тыуһа йәки сығанаҡтың ирекле булыуы билдәһеҙ булһа, башҡа шиктәр тыуғанда, мәҡәләне ғәҙәти юйыуға сығарырға кәрәк.

Әгәр авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған фрагмент авторлыҡ хоҡуғын боҙмаған версияға ҡуйылһа, был төҙәтеүҙе кире ҡағырға һәм комментарийҙа был хаҡта аңлатып яҙырға йәиһә авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған тексты үҙегеҙгә үҙгәртеп яҙырға кәрәк.

Файлдар (һүрәттәр) ҡулланыу буйынса ентеклерәк: Википедия:Һүрәттәр һәм Википедия:Һүрәттәрҙе лицензиялау.

Авторы йәки лицензияһы тураһында мәғлүмәт булмаған файлдарҙы {{subst:nld}} ҡалыбы менән билдәләргә, ә уны тейәгән ҡатнашыусының «Фекер алышыу битендә» лицензияһы булмаған файлдың аҙна эсендә алыныу ихтимсаллығы тураһында белдергән {{subst:Запрос о статусе файла|Файл:название файла}} ҡалыбын ҡуйырға кәрәк.

Плагиатта тотолған ҡатнашыусыны иҫкәртергә, уның фекер алышыу битендә {{subst:cv|<название статьи, содержащей плагиат>}} ҡалыбын ҡуйырға, артабанғы ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡланғанда {{subst:cv warning}} ҡалыбы ҡуйып иҫкәртергә кәрәк. Изге ниәттән тип уйлауға нигеҙ ҡалмағанда авторлыҡ хоҡуҡтарын даими боҙоусыларға бикләү ҡулланыла.

Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған өсөн яуаплылыҡ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған өсөн Википедия ҡағиҙәләрендә административ йоғонто яһау саралары ҡаралған, хатта ҡатнашыусыға сайтҡа инеү бикләнеүе мөмкин.

Википедиянан ситтә авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоу өсөн административ сараларҙан тыш, гражданлыҡ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған.

Административ һәм енәйәт эштәре хоҡуҡ боҙоуҙар урыны буйынса ҡарала, ә граждандар дәғүәһе — йәшәү (теркәлеү) урыны буйынса.

Ҡағиҙә боҙоу талаптарын булдырмау буйынса конкурстарға талаптар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла мәҡәлә яҙыу йәки өҫтәмәләр индереү буйынса үткәрелгән йәиһә уның биттәрендә рекламаланған теләһә ҡайһы конкурс ҡағиҙәләрендә түбәндәге талаптар булырға тейеш:

  1. Конкурс жюрийы конкурсҡа тәҡдим ителгән мәҡәләләрҙе тулыһынса йәки өлөшләтә авторлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса тикшерә. Авторлыҡ хоҡуҡтары боҙолоу осраҡтары асыҡланғанда ике вариант бар:
    1. был ҡатнашыусының мәҡәләләре тулыһынса тикшерелә;
    2. был ҡатнашыусының мәҡәләләре өлөшләтә тикшерелә һәм яңы осраҡтар табылғанда, ул мәҡәләләре тулыһынса тикшерелмәһә лә дисквафикациялана.
  2. Ҡатнашыусы Википедия: АП талаптары хаҡында белмәгәндә лә уның конкурс мәҡәләләрендә йомғаҡ яһаусы хаким, жюри ағзалары тарафынан түбәндәге пункттарға эләккән авторлыҡ хоҡуҡтары боҙолоу, асыҡлана икән, ҡатнашыусы дисквалификациялана:
    1. ике йәки унан күберәк мәҡәләлә ҡағиҙә боҙоу мәҡәләне юйҙырыуға килтерһә йәки тулыһынса йәиһә уның фрагментын үҙгәртеү яҙыу талап ителһә;
    2. ҡағиҙә боҙоу системалы рәүештә башҡарылһа.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Авторлыҡ хоҡуҡтары

  • Википедия: Creative Commons attribution / share-alike 3.0 Unported лицензияһы тексы
  • Википедияла авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында йыш бирелгән һорауҙар
  • Википедияла авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында һорауҙар буйынса фекер алышыу форумы
  • Авторлыҡ хоҡуғын боҙоу
  • Категория: Википедия: Эссе: Авторлыҡ хоҡуҡтары

Өҙөмтә

  1. Официальный текст лицензии Creative Commons Attribution-Share Alike License 3.0 (инг.)
  2. Официальный текст лицензии GNU Free Documentation License 1.3 (инг.)
  3. Текст закона США об авторских правах (инг.)
  4. Всемирная конвенция об авторском праве от 6 сентября 1952 г. (пересмотрена в Париже 24 июля 1971 г.)
  5. Договор ВОИС по авторскому праву (WCT) (принят Дипломатической конференцией в Женеве 20 декабря 1996 г.)
  6. Московское соглашение о сотрудничестве в области охраны авторского права (Москва, 24 сентября 1993 г.)
  7. Официальный сайт WIPO
  8. Paris Convention for the Protection of Industrial Property (инг.)
  9. Часть IV Гражданского кодекса Российской Федерации «Права на результаты интеллектуальной деятельности и средства индивидуализации»
  10. Бернская конвенция по охране литературных и художественных произведений от 9 сентября 1886 г.
  11. Первым этапом проверки подобного предположения должна стать сверка времени создания текстов: очевидно, что текст, похожий на текст из Википедии, но написанный существенно позже, никак не мог быть источником текста статьи (хотя они оба могут быть производными одного и того же исходного текста).