Эстәлеккә күсергә

Үрге Бикҡужа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Верхнебиккузино битенән йүнәлтелде)
Үрге Бикҡужа
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Бикҡужа ауыл Советы (Күгәрсен районы)
Халыҡ һаны 277 кеше (2002)[1],
257 кеше (2009)[1],
214 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453338
Карта

Үрге Бикҡужа (рус. Верхнебиккузино) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 214 кеше[3]. Почта индексы — 453338, ОКАТО коды — 80238855002.

Үрге Бикҡуҗа Ағиҙел буйында урынлашҡан.
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләттәр — башҡорттар (65 %), татарҙар (33 %)[4]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 745
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 610
1959 йыл 15 ғинуар 373
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 245
2002 йыл 9 октябрь 277
2010 йыл 14 октябрь 214 111 103 51,9 48,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны


Үрге Бикҡужа ауылы.
  • Ғөзөйеров урамы (рус. улица Гузаирова )
  • Яр буйы урамы (рус. улица Набережная )
  • Еңеү урамы (рус. улица Победы )[5]

Бикҡужа ауылы 1749 йылда тыуған аҫаба Бикҡужа Юлдашевтың исемен йөрөтә. Уның улдары Динмөхәмәт, Әлмөхәмәт, Усман, Мәһәҙиә, Әбделнасир (уның улы Дәүләтҡол) Бикҡужиндар Бикҡужала йәшәгән.

1795 йылда ауылда 20 йорт булған, уларҙың һәр береһендә 7,7 кеше йәшәгән. VII ревизия үткәреүгә ҡарата ихаталар һаны 10-ға кәмегән, ауылдарҙы башҡа ауылдарға индереү арҡаһында халыҡ һаны 60 кешегә кәмегән. Әммә 1859 йылға ауылдың үҫеше күҙәтелә: ихаталар һаны 98-гә етә, халыҡ — 582 кеше. Шул ваҡыттан алып Бикҡужа, биш ауылды берләштереп, ауыл йәмғиәтенең үҙәгенә әүерелә. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 141 йортта 745 башҡорт, 303 башҡорт һәм татар йәшәгән элекке Үрге Бикҡужа (Яңы Бикҡужа) һәм Түбәнге Бикҡужа (Иҫке Бикҡужа) ауылдарын күрһәтә. Тимәк, ауылдарҙың бүленеше XIX аҙағында, XX быуат башында булған.

1842 йылда 397 кешенең һәр береһенә 3,3 бот яҙғы иген сәселә (бөтәһенә лә — 1312 бот)[6].


  • Мораҙым. 20 февраль 2020, Йүнсел хужа мал да аҫрай, баҡса ла үҫтерә, балыҡ та үрсетә[7]
  • Башҡортостан. 21 март 2020, Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайтты![8]
  • Наза. 2013 йылдың 12 июле. Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылы[9]
  • Турбаза, Башҡорт ауылы, Үрге Бикҡужа, Башҡортостан Республикаһы[10]
  • Үрге Бикҡужала Яңы йыл байрамы[11]
  • Үрге Бикҡужа һәм Түбәнге Бикҡужа ауылдарының йәнле һөйләү теле[12].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. 2002F
  5. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  6. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 145. 2022 йыл 27 март архивланған.
  7. [1]
  8. [2]
  9. YouTube сайтында Видео
  10. YouTube сайтында Видео
  11. YouTube сайтында Видео
  12. Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 67 — 69-сы биттәр
  13. Всемирный Курултай башкир. Официальный сайт. Курултай утвердил список ста личностей, стоявших у истоков образования Республики Башкортостан 2018 йыл 12 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2017)
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)