Википедия:Тышҡы һылтанмалар
Ҡыҫҡаса: Был ҡағиҙә «Һылтанмалар» бүлегенә һәм уға оҡшаштарға ҡағыла. Уларҙа тик ирекле ҡулланыуҙа булған, мәҡәлә темаһына туранан-тура ҡағылған лайыҡлы сайттарға һәм публикацияларға ғына тышҡы һылтанмалар бирергә кәрәк. |
Википедия мәҡәләләрендә Интернеттағы тышҡы ресурстарға һылтанмалар булырға мөмкин, уларҙа уҡыусы түбәндәгеләрҙе таба ала:
- бирелгән тема буйынса өҫтәмә мәғлүмәт
- авторлыҡ хоҡуғына бәйле йә деталдәре үтә күп булғанға (мәҫәлән, профессиональ спортсылар сығыштары буйынса статистика, кино һәм телевизион төшөрөү төркөмдәре тураһында тулы белешмә, интервьюларҙың яҙма варианттары, онлайн уҡыу әсбаптары) мәҡәләгә индерелә алмаған мәғлүмәттәр,
- абруйлылығына бәйһеҙ сәбәптәр буйынса мәҡәләгә индерелә алмаған көнүҙәк һәм йөкмәткеле мәғлүмәтле башҡа сығанаҡтар (мәҫәлән, күҙәтеүҙәр һәм интервьюлар).
Шул уҡ ваҡытта Википедияның һылтанмалар каталогы түгел , ә энциклопедия икәнен дә күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Теге йәки был тема буйынса һылтанмаларҙың тулы исемлеген биреү Википедияның бурыстарына инмәй, шуға мәҡәләгә һәр һылтанма нигеҙле индерелһен.
Был ҡағиҙәлә ни сәбәп менәндер мәҡәләгә индерелмәгән өҫтәмә мәғлүмәт менән таныштырыусы тышҡы һылтанмалар ҡараласаҡ. Сығанаҡтарҙы файҙаланыу һәм өҙөмтәләр ҡулланыу ҡағиҙәләре Википедия:Абруйлы сығанаҡтар, Википедия:Тикшерелеүсәнлек һәм Википедия:Сығанаҡтарға һылтанмалар биттәрендә бирелә.
Тәүиҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]
- Был ҡағиҙәлә мәҡәләнең бүлектәренә ҡуйылған төшөмәләр һәм иҫкәрмәләр ҡаралмай.
- Был ҡағиҙәлә Викимедиа фондының башҡа проекттарына һылтанмалар һәм Википедияның башҡа тел бүлектәрендәге мәҡәләләргә һылтанмалар ҡаралмай — ул һылтанмалар «тышҡы» түгел.
- Тышҡы һылтанмаларҙы мәҡәлә тексында ҡулланыу ярамай. Тышҡы һылтанмалар мәҡәлә ахырындағы махсус бүлектә йә мәғлүмәти һәм йөрөтөү ҡалыптарында ғына урынлаштырыла ала.
- Тәшҡы һылтанмалар һаны мөмкин тиклем әҙ булырға тейеш. Мәҡәләлә тышҡы һылтанмалар булмауы йә әҙ булыуы уларҙы мотлаҡ ҡуйырға кәрәклеген аңлатмай.
- Бер мәҡәлә эсендә бер сайттың төрлө бүлектәренә һылтанма ҡуйылмай, дөйөм бер һылтанма ҡуйылһын да файҙаланыусыға тышҡы ресурста үҙенә йөрөү мөмкинлеге бирелһен. Һылтанма мәҡәлә битенә бәйле биткә алып барырға тейеш.
Ҡулланылған сикләүҙәр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедия сәйәсәтенә бәйле һәм техник сәбәптәргә бәйле, тышҡы һылтанмаларҙы түбәндәге вебсайттарға ҡуйырға ярамай (был сикләүҙән сығарылмалар юҡ):
- Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған материалдар ҡуйған сайттар. Авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡланған хеҙмәттәрҙе урынлаштырыуға тейешле лицензияһы булған сайттарға ғына тышҡы һылтанмалар ҡуйырға рөхсәт ителә. Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған материалдарға һылтанмаларҙы аңлы рәүештә ҡуйыу был хоҡуҡты боҙоуҙа ҡатнашыусы тип баһаланыраға мөмкин. Был сикләү айырыуса видеохостинг кеүек сайттарға ҡарата иғтибарлы булырға ҡуша — авторлыҡ хоҡуғын боҙған материалдарға һылтанма урынлаштырыуҙан һаҡ булырға кәрәк. — ҡабул ителмәгән пункт. Ҡабул ителгәнгә тиклем ЮШ:332 эш итә.
- Локаль йә глобаль спам битенә индерегән сайттар. Бындай сайттарға һылтанма торған бөтә төҙәтеүҙәр автоматик рәүештә Википедия коды тарафынан бикләнә. Ундай һылтанманы ҡуйырға мөмкин тип уйлаһағыҙ, Википедия:Спам битен үҙгәртеү . битендә фекер алышыуға сығарырға кәрәк.
Тышҡы һылтанмалар объектын һайлау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һылтанма өҫтәгән ваҡытта түбәндәге нәмәләрҙе күҙ уңында тоторға кәрәк:
- был мәҡәлә күҙлегенән әһәмиәте (ғәмәли файҙаһы, юғары сифаты, мәғлүмәтлелеге, факттарының тикшерелгәнлеге һ.б.);
- сайтҡа күсеүҙең ябайлығы;
- һылтанманың эшләүе, бирелгән һүрәтләүҙең ҡыҫҡалығы һәм теүәллеге.
Мәҡәләлә тышҡы һылтанмалар күбәйгән һайын уларҙың һәр береһенә талап арта бара. Теге йәки был һылтанманың кәрәклелегенә шик тыуһа, коллегаларығыҙ менән мәҡәләнең фекер алышыу битендә фекерләшегеҙ
Иң яраҡлы һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Ойошмалар, персоналиялар, веб-ресурстар һ.б. тураһында мәҡәләләрҙә уларҙың рәсми сайтына (ул булһа) һылтанма булырға тейеш.
- Китап, музыкаль әҫәр һ.б. тураһындағы мәҡәләлә уның күсермәһе торған сайтҡа һылтанма ҡуйылһын («Яраҡһыҙ һылтанмалар» бүлегенең бер пунктына ла инмәгән булһа); әммә әҫәрҙе һатыу менән шөғөлләнгән сайтҡа һылтаныу урынһыҙ (башҡа бер альтернатива ла булмаһа ғына мөмкин).
- Нейтраль һәм фактик йәһәттән теүәл, әммә ниндәйҙер сәбәптән (авторлыҡ хоҡуғы йә үтә ныҡ деталләштерелеүе арҡаһында) мәҡәләгә индереп булмай торған материалдарға һылтанма бирергә тәҡдим ителә.
- Энциклопедия форматына тап килмәгән көнүҙәк йөкмәткеле материалдарға, мәҫәлән, интервью, күҙәтеүҙәр һ.б., һылтанма бирелә ала.
Яраҡлы һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Музыкаль альбомдар, фильмдар, китаптар һәм башҡа автор эштәре тураһындағы мәҡәләләрҙә — рецензияларға йә белгестәрҙең фекерҙәренә һылтанмалар.
- Ҙур күләмле биттәргә (мәҫәлән, ҙур күләмле графика булған биттәргә) һылтанма урынлаштырғанда һаҡ булырға кәрәк, сөнки күптәр түбән тиҙлекле Интернет ҡуллана. Бик ҙур биттәргә һылтанмаларҙы аңлатма менән урынлаштырырға кәрәк.
- Һылтанмаларҙың оҙон исемлектәре хупланмай: Википедия — сервер көҙгөһө лә, файлдар архивы ла, һылтанмалар каталогы ла түгел. Әгәр теге йәки был мәҡәләлә һылтанмалар үтә күп тип һанаһағыҙ, «Һылтанмалар» секцияһына {{Артыҡ һылтанмалар}} тигән ҡалып ҡуйырға мөмкин. Әгәр мәҡәлә авторҙары һылтанмалар һаны буйынса уртаҡ фекергә килә алмаһа, интернет-ресурстар каталогтарының береһенең, — мәҫәлән, Open Directory Project каталогының тематик битенә һылтанма ҡуйырға тәҡдим ителә.
- Ҡайһы берҙә абруйлы сығанаҡтарға булған талаптарға яуап биргән сығанаҡтарға һылтанма ҡуйырға тура килә. Мәҫәлән, мәҡәлә темаһы буйынса фанаттарҙың сайттары бик күп булһа, уларҙың берәй эреһенә һылтанма бирергә була («һөйәрмәндәр сайты» тигән билдә менән).
Авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙоуҙа тотолған сайттарға һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Сайтта авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған материалдар булыуы уға һылтанма ҡуйырға ярамай тигәнде аңлатмай. Йәғни һылтанма файҙалы булһа, ниндәйҙер легаль түгел материалдары булһа ла, уға һылтанма ҡуйырға була. Был рөхсәт авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙған материалдарға туранан-тура һылтанма ҡуйыуға ҡағылмай.
Әммә альтернативаларҙың энциклопедик әһәмиәте күҙлегенән ҡарағанда законды мөмкин тиклем әҙ боҙған сайтты һайлау дөрөҫ булыр.
Яраҡһыҙ һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Был бүлектәге иҫкәрмәләр үрҙәге «Иң яраҡлы һылтанмалар» бүлекгендә телгә алынған осраҡтарға ҡағылмай.
Мәҡәләләрҙә рөхсәт ителмәй[1]:
- Тикшерелмәгән йә дөрөҫ булмаған материалдар ҡуйылған сайттарға һылтанмалар.
- Инеүселәрҙең компьютерына зарар килтерә торған программаларҙы (malware) рөхсәтһеҙ рәүештә ҡуйырға маташыу хас булған сайттарға һылтанмалар.
- Веб-сайтты таратыу маҡсатындағы һылтанмалар; коммерция сайттарына (тауар йә хеҙмәттәр һатыусылар) һәм үтә күп реклама торған сайттарға, йәғни «спам» билдәләмәһенә тап килгән сайттарға һылтанмалар.
- Инеүселәрҙән түләү һораған йә теркәлеү талап иткән сайттарға һылтанмалар, мәҡәлә ул сайтҡа арналған осраҡта ғына һылтанма ҡуйыла (әгәр сайт мәҡәләлә тематикаһы буйынса берәй материалға түләүһеҙ индерһә, башҡа мөмкинлек булмағанда, уға һылтанма бирергә була).
- Википедияны файҙаланыусыларҙың күпселеге инә алмаған сайттарға, мәҫәлән, билдәле бер браузер аша йә айырым бер илдә генә ҡулланыла алған сайттарға һылтанмалар.
- Эҙләү системалары, эҙләү агрегаторҙары йә RSS-каналдар аша мәғлүмәт эҙләү һөҙөмтәләренән торған биттәргә һылтанмалар.
- Селтәр берләшмәлендәге бәхәс сайттарына, чаттарға, форумдарға, төркөмдәргә, USENET-тағы тематик конференцияларға һәм таратыу исемлектәренә һылтанмалар (берәй берләшмә мәҡәләлә ҡаралған тема буйынса әһәмиәтле сығанаҡ булып торған осраҡтарҙан башҡа).
- Энциклопедик мәғлүмәткә эйә булмаған мәғлүмәт-күңел асыу порталдарына, иғлан таҡталарына һылтанмалар.
- Блогтарға һәм шәхси веб-биттәргә һылтанмалар (мәҡәлә бағышланған абруйлы шәхестәрҙеке булһа, рөхсәт ителә). — Ҡабул ителмәгән пункт.
- Асыҡ вики-сайттарға һылтанмалар (тотороҡло һәм оҙон тарихлы, күп ҡатнашыусылы булһа ғына рөхсәт ителә. Был критерийҙарға яуап биргән вики-сайттар Meta:Interwiki map-ҡа ла урынлаштырыла ала).
- Мәҡәлә тематикаһына бик ситләтелгән ҡағылышы ғына булған сайттарға һылтанмалар. Тар тематикалы мәҡәләлә дөйөм һәм киң тематикалы сайтҡа һылтанма биреү урынһыҙ һә, киреһенсә, тар темалы сайтҡа киң тематикалы мәҡәләнән һылтанма бирергә ярамай. Әммә ҙур сайттың берәй бүлегендә тематика буйынса тап килгән материал булһа, тап шул материалға һылтанма бирергә була.
- Ниндәй ҙә булһа продукция йә хеҙмәт тураһындағы Википедия мәҡәләһендәге уларҙы поставкалаусылар, һатыусылар йә һатып алыусылар исемлектәренә һылтанмалар.
- Википедияның эҙләү ҡоралдарына индерелгән мәғлүмәт эҙләү системаларына һылтанмала. Мәҫәлән, китаптар менән сауҙа итеүсе сайтҡа һылтанма урынына {{ISBN}} ҡалыбы йә өҙөмтә килтереү ҡалыбындағы параметр ярҙамында ISBN ҡуйырға, мәҫәлән: ISBN 1-224-23512-3, был уҡыусыларға төрлө сығанаҡтарҙан үҙҙәренә китапты һайлап алыу мөмкинлеген бирә. Теге йәки был объекттарҙың географик координаталарына ла һылтанма шул рәүешле бирелә.
- Селштәрҙә ваҡытлыса ҡуйылған материалдарға һылтанмалар.
- Википедия биттәренән текстарҙы күсереп ҡуйған матералдарға һылтанмалар.
Әгәр мәҡәләнең тышҡы һылтанмалар бүлеге даими рәүештә коммерция сайттарына, айырым кешеләрҙең биттәренә һәм был бүлеккә {{артыҡ һылтанмалар}} ҡалыбын ҡуйыу урынлы.
Спам, реклама һәм мәнфәғәттәр низағы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедияның популярлығы уны реклама йә сит сайттарҙы таратыу өсөн ҡулланырға тырышусыларҙы күбәйтә.
Ҡатнашыусыларға үҙҙәре эйә булған, идара иткән йә эшендә ҡатнашҡан сайттарға һылтанмалар ҡуйыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Әгәр ул сайтта мәҡәлә темаһы буйынса ысынлап та тарафһыҙ һәм файҙалы мәғлүмәт булһа, ул сайтты тышҡы һылтанмалар исемлегенә индереү тәҡдимен мәҡәләнең фекер алышыу битенә сығарырға тейеш, тарафһыҙ ҡатнашыусылар ыңғай ҡарар ҡабул итһә генә сайтҡа һылтанма бирергә була. Был мәнфәғәттәр бәрелешеүен булдырмау маҡсатына ла яуап бирә.
Википедия һәм башҡа вики-проекттар мәҡәләләренә күпләп тышҡы һылтанмалар ҡуйыу өсөн спам-боттар ҡулланыу осраҡтар бар. Бындай осраҡҡа тап булһағыҙ, Википедияның сит телле бүлектәре йә Викимедиа фондының башҡа проекттары ошонлай уҡ һөжүмгә тап булманымы икәнен тикшерергә кәрәк, әгәр шик раҫланһа, был турала Метаға хәбәр итергә кәрәк, унда сайт глобаль спам битенә индерелә. Һөжүм ҙур күләмдә булмаһа, хакимдарға мөрәжәғәт итеп, сайтты локаль спам битенә индертергә һәм/йәки спам таратҡан ҡатнашыусыны йә теркәлмәгән ботты бикләтергә кәрәк.
Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияһында һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияһында абруйлылығы йә әһәмиәте шикле булған сығанаҡтарҙа табылған материалдарға һылтанмаларға бик талапсан ҡарарға кәрәк. Был мәҡәләләрҙә һәр һылтанма нигеҙле булырға тейеш. Һылтанмалар кешене яман күрһәткән мәғлүмәткә илтһә, уны сығанаҡ итеп тә, тышҡы һылтанма итеп тә ҡулланыу тыйыла. Ундай һылтанмалар килеп инһә, мотлаҡ юйҙырырға кәрәк. Әле йәшәгән кешеләрҙең биографияларындағы һылтанмалар абруйлылыҡ һәм ышаныслылыҡ буйынса иң ҡаты талаптарға яуап бирергә һәм Википедияның бөтә ҡағиҙәләренә тап килергә тейеш.
Теркәлеү йә түләүле яҙылыу талап иткән сайттар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Теләгән бер кеше инә алмаған һәм инеү өсөн теркәлеү йә түләүле яҙылыу талап иткән сайттарға һылтаныуҙан ҡасырға кәрәк. Онлайн яңылыҡтар баҫмаларының күбеһе ғәҙәттә материалдарына өлөшләтә йә тулыһынса инеү өсөн теркәлеү, ҡайһы берҙәре түләүле яҙылыу талап итә. Онлайн журналдарының һәм махсуслашҡан профессиональ сайттарҙың күбеһе түләүле яҙылыу талап итә. Йыш ҡына архивтағы иҫке гәзит һәм журналдарға инеү өсөн дә теркәлеү йә түләү талап ителә.
Теркәлеү йә түләүле яҙылыу талап иткән сайттарға һылтанманы әгәр мәҡәлә ул сайтҡа арналһа йә мәҡәләне яҙғанда теркәлеү йәки түләүле яҙылыу аша ҡарап булған материал ҡулланылған булһа йә унан өҙөмтә килтерелһә бирергә мөмкин.
Йүнәлтеүле сайттар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һылтанмаларҙа URL йүнәлтеүҙәре булып хеҙмәт иткән сайттар тыйыла, сөнки оҙон һылтанмалар күренгән текстың күләмен арттырмаһа ла, уҡыусыларҙы ул сайтҡа инергәме-юҡмы икәне тураһында уйландыра. Шул уҡ сәбәптән прокси-адрестарға һылтанма биреү ҙә тыйыла.
Фонда Викимедиа фондының бөтә проекттарында ундай һылтанмалар спам бите тарафынан бикләнә, шуға уларҙы өҫтәп булмай.
Мультимедиа һәм ҙур файлдар
[сығанаҡты үҙгәртеү]«Ауыр» файлдарға тура һылтанмаларға (улар, мәҫәлән, юғары тиҙлекле Интернет талап итә) йә махсус программа тәьминәте талап иткән файлдарға (мәҫәлән, векторлы 3D-графика файлдарына) етди ҡаршы төшөүселәр байтаҡ. HTML, TXT кеүек ябай форматлы биттәргә һылтанмалар бирелһен.
«Ауыр» сығанаҡтарға һылтанмаһыҙ булмаһа, уны ҡарау технологияһын ентекле аңлатып биреү кәрәк, мәҫәлән:
- Berkowitz, Joel, Avrom Goldfaden Yiddish Theater and the Modern: Bard of The Old Constantine (PDF), Pakn Treger, no. 44, 2004 Winter, 10-19.
Видеохостингҡа һәм башҡа шундай сайттарға һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Видеохостинг кеүек сайттарға һылтанма ҡуйыуға, әгәр улар ошо ҡағиҙәлә һаналған шарттарға яуап бирһә, ҡаты тыйыу юҡ. Ләкин бындай һылтанмаларҙы бөтәһе лә булмаһа ла, күбеһе авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Шуға ундай һылтанма ҡуйыуҙың һәр осрағын ентекле ҡарарға кәрәк.
Сит телдәрҙәге биттәргә һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт Википедияһында башҡорт телендәге веб-биттәргә һылтанмалар ҡуйыуға өҫтөнлөк бирелһен. Рус телендәге сайттар ҙа ҡулай. Сит телдәрҙәге (инглизсәне лә индереп) биттәргә һылтанмалар махсус ҡалып менән билдәләнергә тейеш. Атаманы тәржемә итеү менән бергә һылтанманың төп нөсхәләге исемен дә биреү яҡшы, ул сағында уҡыусы уға тәҡдим ителгән текстың ниндәй телдә яҙылғанын тиҙ генә асыҡлай ала.
Тышҡы һылтанмалар һәм төрлө ҡараштар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Теге йәки был мәсьәләгә төрлө ҡараштарҙы сағылдырған мәҡәләләрҙә төрлө ҡарашты күрһәткән һылтанмалар һәр ҡарашҡа нисбәтле булһын. Киң таралмаған, әҙ әһәмиәтле, маргиналь ҡараштарға самаһыҙ күп һылтанма биреү ярамай. Һылтанмаларға ҡыҫҡа аңлатмалар биреп, уҡыусыға ниндәй ҡарашты һүрәтләү тураһында мәғлүмәт биреү урынлы.
Яҡтыртылған темала берәй ҡарашты хуплаған компетентлы һәм мәғлүмәтле кешеләр һаны күпселек тәшкил итһә, был ҡарашты һүрәтләгән һылтанмалар исемлектә иң алда ҡуйыла. Һылтанмалар араһында төрлө ҡараштарға объектив һәм тарафһыҙ күҙәтеүҙәр булһа, уларға һылтанмалар беренсе итеп ҡуйыла. Ентеклерәк: ВП:НТЗ, ВП:МАРГ и ВП:ВЕС.
Һылтанмаларҙың оҙайлылығы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Теге йәки был биткә һылтанма ҡуйғанда, уның яҡын киләсәктә көнүҙәклеген һаҡлау мөмкинлеген дә уйларға кәрәк. Мәҫәлән, сайттың төп битендәге мәҡәләгә йә рәсемгә һылтанма ҡуыйыуҙың мәғәнәһе юҡ, сөнки яҡын киләсәктә уны үҙгәртмәҫтәренә гарантия юҡ.
Эшләмәй торған һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торған URL-дарға тышҡы һылтанмалар файҙаһыҙ, шуға уларҙы йә төҙәтергә (оҡшаш ресурстарға, архивтағы күсермәләргә алмаштырып йә эшләүсе күсермәгә һылтанма коды ҡуйылған {{недоступная ссылка}} ҡалыбына төрөп), йә бөтөнләй алып ташларға кәрәк. (Был альтернатива тапмайынса юйҙырырға ярамаған сығанаҡтарға һылтанмаларға ҡағылмай.)
Архив күсермәһе барлығын Wayback Machine (web.archive.org) сервисында һәм башҡаларҙа тикшерергә мөмкин. Йыш ҡына эҙләү системалары аша башҡа ресурстарҙа күсермәләр табырға мөмкин. Сайт адрес системаһын алмаштырғанлыҡтан элекке адрестары асылмай башлауы ла ихтимал.
Йәнә быға вандализм ғәйепле түгелме икәнен дә тикшерергә кәрәк — спамер вандалдар, мәҫәлән, конкуренттарҙың һылтанмаларын боҙорға ярата. Төҙәтеүҙәр тарихын ҡарағыҙ — бәлки, элекке версияларҙа боҙолмаған һылтанмалар һаҡланғандыр. Шуны ла иҫтән сығармағыҙ: айырым осраҡтарҙа ялған һылтанманы тәү ҡараштан асыҡлап та булмай — мәҫәлән, латин хәрефтәре кириллицаның оҡшаш хәрефтәренә алмаштырылырға мөмкин.
Ватылған йә ҡабат теркәлгән сайттар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы берҙә Википедия мәҡәләһенән илткән һылтанма ватылған йә домен исемен теркәү мөҙҙәте тамамланғанға башҡа маҡсаттарҙа ҡабал теркәлгән булырға мөмкин. Һылтанма эшләһә лә, ул йөкмәткеһе үҙгәргән материалға сыға. Ватылған, башҡа хужаға һатылған, ҡабат теркәлгән һәм шунлыҡтан йөкмәткеһе үҙгәргән сайттар менән дә эшләмәгән «үле» һылтанмалар кеүек эш итергә кәрәк.
Тышҡы һылтанмаларҙы нисек өҫтәргә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һылтанмаларҙы өҫтәүҙең ике төп форматы бар: һылтанмалар бүлегендә һәм текст эсендә.
Тышҡы һылтанмалар бүлеге
[сығанаҡты үҙгәртеү]Күп осраҡта тышҡы һылтанмалар исемелеге мәҡәлә аҙағына өҫтәлә. Был исемлектә мәҡәләлә ҡулланылған сайттарҙың адрестары (сығанаҡтарҙың атамалары) бирелә. Был осраҡта ғәҙәттә Һылтанмалар (== һылтанмалар ==
мәҡәләнең сығанаҡ кодында) тигән 2-се кимәл башын ҡулланыла. Аҫтына һылтанмаларҙың маркировкаланған (һан һуғылмаған) исемлеге бирелә.Бүлектә бер генә һылтанма булһа ла ошо баш ҡулланыла.
Замандаш, ойошма, веб-сайт һ.б. тураһындағы мәҡәләнең тышҡы һылтанмалар бүлегендә бер нисә һылтанма бирелһә, беренсе урынға был кешенең (ойошманың) рәсми сайты, сайт адресы һ.б. бирелә (әгәр улар тейешле инфобокста булмаһа).
Мәҡәләнең тышҡы һылтанмалары бик күп булһа, уларҙы классификациялап, баш аҫтары ҡуйып сығыу урынлы булыр.
Бының өсөн баштарҙың бүтән кимәлен файҙаланалар йә нөктәле өтөр ҡулланалар:
'''Баш аҫты 1''' * [http://example.com/link_1 Һылтанма 1] * [http://example.com/link_2 Һылтанма 2] '''Баш аҫты 2''' * [http://example.com/link_3 Һылтанма 3] * [http://example.com/link_4 Һылтанма 4]
Түбәндәгесә килеп сыға:
Баш аҫты 1
- 1-се һылтанма
- 2-се һылтанма
Баш аҫты 2
Башҡа сайтҡа һылтанһағыҙ, һылтанмаға уның йөкмәткеһе һәм ниңә тәҡдим ителеүе тураһында ҡыҫҡа резюме өҫтәгеҙ. Онлайн форматтағы материалға һылтанма бирһәгеҙ, ундағы төп фекерҙәрҙа яҙып ҡуйығыҙ.
Шуны ла күҙҙән ысҡындырмағыҙ: тышҡы һылтанманың тәғәйенләнеше өҙөмтәнекенән айырыла. Тышҡы һылтанмаларҙың сығанағы атамаһын теп-теүәл итеп биреүгә ҡарағанда, уның йөкмәткеһенең һүрәтләмәһен һәм аныҡ адресын биреү мөһим.
Текст эсендәге һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Текст эсендәге һылтанмалар текстың айырым өлөштәренә сығанаҡ күрһәтеү талап ителгәндә ҡуйыла. Бындай һылтанма һөйләм аҙағына йә һөйләмдең уға ҡағылышлы бер өлөшөнә төшөрмә итеп ҡуйыла ала. Һылтанманың һүрәтләүен Категория:Ҡалыптар:Сығанаҡтарға һылтанмалар категорияһындағы ҡалыптарҙың береһе ярҙамында урынлаштыралар.
Мәҡәләлә ҡулланылған сығанаҡтар ғәҙәттә «Һылтанмалар» бүлегендә ҡабатланмай һәм шуға был ҡағиҙә йоғонтоһона инмәй. (Айырым осраҡтарҙа ҡабатлау мөмкин. Мәҫәлән, берәй сайт мәҡәләнең темаһына туранан-тура бағышланған булһа, уны тышҡы һылтанмаларҙа ла ҡабатлап бирергә була. Ойошманың йә шәхестең рәсми сайты ла бер юлы сығанаҡ итеп тә, «Һылтанмалар» бүлегендә лә ҡуйылырға мөмкин.)
Википедияла ҡулланылған тышҡы һылтанмаларҙы эҙләү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедия мәҡәләләренән тышҡы сайттарға һылтанмаларҙы эҙләү өсөн Служебная:Поиск ссылок (Special:Linksearch) битендәге ҡоралды ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, Служебная:Поиск ссылок/*.yahoo.com һорауы рус Википедияһы мәҡәләләрендәге бөтә һылтанмаларҙы yahoo.com-ға сығара.
Википедия сәйәсәте һәм тышҡы һылтанмалар синтаксисы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедияның эске сәйәсәте һәм тышҡы һылтанмалар өсөн дөрөҫ синтаксис тураһында мәғлүмәт:
- Википедия:Ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр
- Википедия:Мәҡәләне төҙәтеү#Һылтанмалар URL
- Википедия:Яланғас һылтанмалар
- Ҡалып:Артыҡ һылтанмалар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Википедия:Веб-сайттарҙың әһәмиәтлелек критерийҙары
Иҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ При этом удаление ссылок рекомендуется по следующей процедуре: участник, считающий ссылку неприемлемой, заявляет об этом на странице обсуждения статьи с обоснованием своего мнения. Если в течение разумного времени (например, недели) возражений не последовало, то ссылка может быть удалена. В случае аргументированных возражений проводится обсуждение по данной ссылке, так же как и любые другие дискуссии по содержанию статей. Явно неприемлемые ссылки (спам) могут быть удалены без обсуждения любым участником, однако при этом рекомендуется указывать на странице обсуждения статьи либо в комментарии к правке причины удаления ссылки.