Вәкил (исем)
Вәкил |
Вәкил — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Вәкил исеме бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәкил исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Илдең, халыҡтың ышаныслы кешеһе тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы (10 март 1949 йыл) — архитектор. 1997 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2002). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (29 август 1936 йыл — 28 июнь 2017 йыл) — башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» («Душа России») премияһы (2013) һәм «Оҫта — алтын ҡулдар» республика конкурсы (Өфө, 2004) лауреаты.
Ғирфанов Вәкил Кәли улы (25 ғинуар 1909 йыл — 10 май 1980 йыл) — ғалим-агробиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улы (4 май 1951 йыл) — рәссам. 1991 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы (27 октябрь 1955 йыл) — йырсы (баритон). 1984 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада, 1986—2009 йылдарҙа музыкаль-әҙәби лекторий солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға Республика йәш йырсылар бәйгеһе лауреаты (1979).
Хажин Вәкил Исмәғил улы (11 июль 1946 йыл) — педагог-методист, филолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1989), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2006), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Йосопов Вәкил Барый улы (20 февраль 1952 йыл) — актёр, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1993), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979).
Ширәев Вәкил Мирғәли улы — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры, биология фәндәре докторы, профессор.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәкилов Марат Ғәлимйән улы (9 декабрь 1950 йыл) — хоҡуҡ белгесе, суд органдары ветераны. 1995−1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды судьяһы, 1997—1998 йылдарҙа Юғары Суд рәйесенең енәйәт эштәре буйынса урынбаҫары, 1999—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды рәйесе. Юстицияның 3-сө класлы дәүләт советнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Вәкилов Булат Ғәлимйән улы (27 ғинуар 1947 — ? февраль 2021), хужалыҡ эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Вәкилов Борис Миңлеәхмәт улы (14 ғинуар 1937), ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1973).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |