Гродно өлкә ҡурсаҡ театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Гродно өлкә ҡурсаҡ театры
Театр кукол в Гродно.JPG
Эшләй башлаған

2 февраля 1940 года[1]

Нигеҙләүсе

Владислав Ярема при содействии Сергея Образцова[1][2]

Театр бинаһы
Урынлашҡан

Беларусь Республикаһы Гродно ҡалаһы

Адресы

Дзержинский урамы, 1/1

Етәкселәре
Директоры

Мария Антоновна Шабашова

Баш режиссёр

Олег Олегович Жюгжда

Баш рәссам

Лариса Анатольевна Микина-Прободяк

Ссылки

Официальный сайт

Гродно өлкә ҡурсаҡ театры — Белоруссияның Гродно ҡалаһындағы театр.

Театр тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гродно өлкә ҡурсаҡ театры бер нисә, дүрт, тапҡыр тыуыуы менән үҙенсәлекле. Һәм үҙенең тыуған көнөн ул ҡыш, 2 февралдә лә, көҙ, 1 һәм 11 ноябрҙә, яҙ көнө 25 майҙа ла [2] байрам итә ала.

Фашистар Польшаны баҫып алғандан һуң Гродноға билдәле режиссерҙар, музыканттар, артистар килгән. Улар араһында актёрҙар Владислав Ярема һәм уның ҡатыны Стефания (София[1]) булған. Уларҙың инициативаһы буйынса ҡурсаҡ театры труппаһы ойошторолған. 1940 йылдың февралендә талантлы артист Сергей Образцовтың Үҙәк ҡурсаҡ театры ошо уҡ белорус ҡалаһында үҙенең спектаклдәрен күрһәткән. Һәм 1940 йылдың 2 феврале инде Гродно дәүләт ҡурсаҡ театрының тыуған көнө тип һанала. Ул Сергей Образцовтың ярҙамы менән булдырылған, ә ҡурсаҡ театры ижади коллективының беренсе етәксеһе В. Ярема булған. Яңы театр В.Ляхтың «Цирк Тарабумба» спектакле менән тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан. Ваҡыт үтеү менән уның программаһы Н. Гернеттың (В. Яреманың бөтә спектаклдәрен ҡуйған, рәссам — Б Шескин, ҡурсаҡтар буйынса рәссам — З. Лесневская) «Өс апалы-һеңлекәй», «Боровик Айыу», «Потапыч», «Ҡаҙ бәпкәһе» тамашалары менән яңыртыла. Һуғыш башланыу сәбәпле, ҡурсаҡ театры үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була[2]. Образцов Сергей Владимирович һәм рәссам Б. Тузлуков ҡатнашлығында ҡуйылған «Аладдиндың тылсымлы лампаһы» театрҙың һуңғы спектакле булған.

Ҡурсаҡ театрының яңынан тыуыуы һуғыштан һуңға, 1946 йылдың йәйенә[2], тура килә. Ҙур булмаған профессиональ труппа, режиссёр Ю. К. Антонов һәм рәссам Т. Н. Козловский менән, Халыҡ ижады йортонда Г.Владычинаның «Филкәй», М. Шуринованың «Ҡыш бабай», Е.Тараховскаяның «Суртан әмере буйынса» әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, үҙенең гастролдәрен башлай. Талантлы коллективтың һоҡланғыс уңышы үҙ ролен уйнай. Гродно өлкә депутаттары советының 1946 йылдың 11 ноябре ҡарары менән үҙешмәкәр театр рәсми урын ала, ә һуңғараҡ, 1947 йылда, өлкә ҡурсаҡ театры статусын ала[2].

Гродно өлкә башҡарма комитетының 1980 йылдың 1 ноябрь ҡарары[2] менән театр өсөнсө тапҡыр тергеҙелә. Белорус Дәүләт театр-художество институты, Н. Черкасов исемендәге Ленинград театр, музыка һәм кино институтының диплом алыусы уҡыусыларынан һәм Гродно мәҙәниәт училищеһын тамамлаусыларҙан труппа туплана. Труппа һәм театрҙы режиссёр Сергей Юркевич һәм белорус ҡурсаҡ театрының иң өлкән йәштәге рәссамы Леонид Быков етәкләй. 1981 йылдың 25 майында Гродно өлкә ҡурсаҡ театры Я. Экхольмдың «Людвиг һәм Тутта» әҫәре буйынса В. Богач һәм С. Христовский тамашаһы С. Юркевич һәм сценограф Л. Быков ҡуйылышында спектакль премьераһы күрһәтелә. Ҡурсаҡ театры классик репертуары нигеҙен хәҙерге заман тамашасыһы яратҡан Е. Черняктың «Бик матур Василиса», Ю. Фридман һәм В. Шульжиктың «Диңгеҙсе Синдбад» һәм Е. Шварцтың «Көлһылыу» спектаклдәре тәшкил[2]. Композитор П. Кондрусевичтың С. Климкович либреттоһы буйынса яҙылған «Кузуркіяна» («Ваҡ бөжәктәр операһы» ер «Опера козявок») кескәй тамашасыларҙа айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Сатирик үҙенсәлек, арбап алыусы музыка уларҙы әкиәт донъяһына сумдыра. М.Шуринованың «Һыуыҡ бабаҡай» «Морозко», Лепренс де Бомон буйынса «Һылыуҡай һәм Ғифрит», С. Ковалеваның «Вифлеемға юл» кеүек билдәле әкиәттәре буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелә. Театрҙың күп европа илдәре — Польша, Германия, Литва, Украина, Рәсәй[2] буйынса гастролдәрендә О. Жюгжданың "Башҡа һыймаҫлыҡ иллюзион"ы ҡурсаҡ цирк шоуы тамашасы һоҡланыуын яуланы.

Шекспирҙың"Макбет тураһында трагедия", «Йәйге төндәге төш», «Ҡышҡы әкиәт» «трилогияһы»; Я. Купала мотивтары буйынса «Һүҙһеҙ поэма» «Поэма без слов» пластик-визуаль артефакты; Жюгжданың «Ике кешегә сәй» («Teafortwo») («Teafortwo») һәм Я. Купаланың «Тутэйшыя» ҡурсаҡ кабареһы гродно тамашасыһының ғына түгел, шулай уҡ сит ил тамашасыһының юғары баһаһына лайыҡ булды. У. Шекспирҙың «Макбет тураһында трагедия» әҫәре буйынса О. Жюгжда ҡуйған иң популяр спектаклдәрҙең береһе булып тора. Һәм, 6 илдә уҙғарылған 11-ҙән артыҡ халыҡ-ара фестивалдәрендә Белоруссия театр сәнғәтен уңышлы күрһәтеп, ул 14 диплом һәм бүләк менән билдәләнде[2].

2012 йылда ҡурсаҡ театры «Ҡарға дама» үҙенсәлекле тамашаһы менән сығыш яһап, II Милли театр премияһының дүрт: иң яҡшы спектакль, иң яҡшы ҡурсаҡ театры спектакль ҡуйҙы, иң яҡшы режиссура һәм иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле номинацияларында еңеү яуланы. Был спектакль бик күп халыҡ-ара фестиваль премияларына, шул иҫәптән: Острава (2011) ҡалаһында үткән ҡурсаҡ театрҙарының VIII SpectaculoInterese халыҡ-ара фестивалендә, Екатеринбург (2012) ҡалаһында үткән ҡурсаҡ театрҙарының VI халыҡ-ара «Бөйөк Петрушка» фестивалендә, Друскининкай (2013) ҡалаһында үткән «Vasara» халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивалендә, Орёл ҡалаһында үткән «LUDI» камералы һәм моноспектаклдәрь фестивалендә һәм Силәбе (2014) ҡалаһында үткән В. А. Вольховский исемендәге «Һалам һабан турғай» халыҡ-ара ҡурсаҡ, Омск (2015)[2] ҡалаһында ҡурсаҡ театрҙарының IV халыҡ-ара «Арлекинда ҡунаҡта» фестивалендә гран-приға лайыҡ булды.

Һуңғы биш йыл эсендә ҡурсаҡ театры Польша, Рәсәй, Украина, Хорватия, Франция, Германия, Литва, Чехия, Венгрия, Румыния, Сербия ҡалаларына гастролдәр ойошторҙо һәм үҙенең һәйбәт спектаклдәрен күрһәтте[2].

Театр халыҡ-ара театр фестивалдәрендә: «Рәсәйҙә осрашыуҙар» (Санкт-Петербург, Рәсәй), Шекспир фестивале (Гданьск, Польша), «Театр конфронтацияһы» (Люблин, Польша), «Контакт» (Торунь, Польша), «Васар» (Друскининкай, Литва)[2] ҡатнашты.

Беларусь Республикаһы Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә тапшырылып килгән «Халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә өлөшө өсөн» махсус премияһына ҡурсаҡ театрының һәләтле коллективы 2003 һәм 2014 йылдарҙа лайыҡ була[2].

Һуңғы ваҡытта, 2011—2012 йылдарҙа театрҙа байтаҡ үҙгәрештәр булды. Сәхнә, тамаша залы яңыртылып ҡоролдо реставрация үткәрелде, коммуникациялар алмаштырылды, яңы тауышлы ҡорамалдар ҡуйылды, музей, камера залы һәм "Шекспир"театр кафеһы<ref name="Официальный сайт театра. История театра">Официальный сайт театра. История театра булдырылды.

Адресы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гродно өлкә ҡурсаҡ театры түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: 230023, Беларусь Республикаһы, Гродно ҡалаһы, Дзержинский урамы, 1/1 йорт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]