Эстәлеккә күсергә

Пласидо Доминго

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Доминго Пласидо битенән йүнәлтелде)
Пласидо Доминго
Plácido Domingo
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

José Plácido Domingo Embil

Тыуған

21 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (83 йәш)

Тыуған урыны

Испания, Мадрид ҡалаһы

Ил

Испания Испания
Мексика Мексика

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

Әүҙем йылдары

1959 — бөгөнгө көнгәсә

Йырлау тауышы

тенор

Наградалар
Изабелла Католичка орденының Ҙур тәреһе кавалеры (Испания) Граждандар ҡаҙаныштарының Ҙур тәре ордены кавалеры (Испания)
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Бөйөк офицеры
«Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Бөйөк офицеры
Кавалер Большого креста ордена Инфанта дона Энрике
Кавалер Большого креста ордена Инфанта дона Энрике
Командор ордена Почётного легиона
Почётлы легион ордены офицеры
Почётлы легион ордены офицеры
Почётлы легион ордены кавалеры
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Фән һәм сәнғәт өсөн почёт билдәһе (Австрия)
Фән һәм сәнғәт өсөн почёт билдәһе (Австрия)
Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры
Ацтек бөркөтө ордены офицеры
Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
Мәҙәни ҡаҙаныштар ордены командары
Кедр милли ордены кавалеры (Ливан) Дуҫлыҡ ордены
placidodomingo.com
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Пласидо Доминго
2014 йылда

Пласидо Доминго (тулы исеме Хосе Пласидо Доминго Эмбиль (исп. José Plácido Domingo Embil; 21 ғинуар 1941 йыл, Испания, Мадрид) — испан опера йырсыһы, лирик-драматик тенор, Вашингтон һәм Лос-Анджелес Операларында дирижёр-ҡуйыусы. Лучано Паваротти һәм Хосе Каррерас менән донъялағы иң билдәле өс тенор исемлегенә инә.

Ярты быуаттан артығыраҡ йырсы эшмәкәрлеге барышында төрлө илдәр сәхнәләрендә Доминго 140 ведущий опера партияларын башҡара[1], билдәле тенорҙарҙың береһе лә ошондай күләмдә опера партияларын башҡармаған[2]. Доминго, оркестр менән етәкселек итеп, 300-ҙән артыҡ кисен дирижёр пультында үткәрә, барлығы 3500-ҙән артыҡ тамашала ҡатнаша. 100-ҙән артыҡ сығышып яҙҙырған, улар тулы йөкмәткеле опера спектаклдәре, айырым һәм дуэт яҙмалары[1].

Пласидо Доминго Метрополитен-операла 21 миҙгелде асҡан һәм был күрһәткес буйынса Энрико Карузо рекордын уҙып киткән[3][4].

Пласидо Доминго 1941 йылдың 21 ғинуарында Испанияның баш ҡалаһы Мадридтың Баррио де Саламанка кварталында тыуған[5].

Ата-әсәһе — өлкән Пласидо Доминго һәм Пепита Эмбиль (милләте менән басконка) — испан музыкаль-драма жанры сарсуэ́ла йондоҙҙары була. Пласидо беренсе тапҡыр 1957 йылда Мексика пианисы Ана Мария Герраға өйләнә, был никахтан уларҙың улдары Хосе тыуа. 1962 йылда Пласидо Доминго икенсегә Мексика йырсыһы Марта Орнеласҡа (сопрано) өйләнә, уның менән Мехико консерваторияһында уҡығанда таныша. Уларҙың ике улы була — кесе Пласидо 1965 йылда, Альваро Маурицио 1968 йылда тыуа.[6][7].

Мексикалағы карьераһының башланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1949 йылда һигеҙ йәшлек Пласидо ғаиләһе менән Мексикаға күсенеп китә, бында уның ата-әсәһе үҙҙәренең театр труппаһын ойоштора[1]. Шулай итеп Мексиканың баш ҡалаһы үҫмер өсөн 13 йылға тыуған төйәккә әйләнә. 14 йәшендә Пласидо Мехиколағы милли консерваторияла музыкаға уҡый башлай, артабан «Los Black Jeans» бэк-вокал һәм Сезар Коста етәкләгән музыка группаларында шөғөлләнә (1958 йыл). Доминго шулай уҡ дирижёрлыҡ һөнәренә һәм фортепианола уйнарға өйрәнә.

16 йәшендә Пласидо ата-әсәһенең труппаһында йырсы булараҡ бөйөк итальян композиторы Джузеппе Верди операһы "Риголетто"нан Борса роле менән беренсе тапҡыр сығыш яһай, артабан Пуленоктың «Диалоги кармелиток» операһының Мексика сәхнәһендәге премьераһында әһәмиәтлерәк капеллан партияһын башҡара.

Сағыштырмаса иртә ғаилә башлығы һәм атай булған Пласидо йәшлек йылдарында һәр төр музыкаль эшкә тотона. Мюзиклдарҙа йырлай, гастролгә килгән балет труппаһы өсөн фортепианола уйнай, барҙарҙағы бейеү кисәләрендә ялланып музыкант (тапёр) булып та эшләй, Луиджи Пиранделло, Федерико Гарсиа Лорка һәм Антон Чехов әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән телевизион тамашаларҙа ҙур булмаған драматик ролдәр ҙә башҡара, бер үк ваҡытта был спектаклдәр өсөн фон булған музыка ла ижад итә. Мехиколағы мәҙәни йүнәлештәге яңы радиостанцияла үҙенең музыкаль программаһын ойоштора, тәүге тапҡыр дирижёр пультына баҫып, сарсуэла һәм мюзиклдар өсөн хорҙы өйрәтә, әсәһенең айырым сығыштарында уның өсөн пианинола уйнай, баритон булараҡ, атаһының театр труппаһында ҙур булмаған ролдәр башҡара, популяр Америка музыкаһы буйынса Мексиканың тауыш яҙҙырыусы компаниялары һәм үҙе өсөн продюсер вазифаларын да бик теләп башҡара. Бөтә был эштәр Пласидоға баһалап бөтөргөһөҙ тормош һәм һөнәри тәжрибә тупларға булышлыҡ итә.

«Моя прекрасная леди» мюзиклының Мексикала тәүге ҡуйылыуында икенсе пландағы роль менән 185 спектаклдә ҡатнаша, «Весёлая вдова» тамашаһы менән сәхнәгә 170 тапҡыр сыға.

Пласидо Домингоның ҙур сәхнәлә тәү башлап сығыш яһауы (дебюты) 1959 йылдың 23 сентябрендә була: Мехиконың «Palacio de Bellas Artes» сәхнәһендә ул Джузеппе Вердиның «Риголетто» операһында Борса партияһын йырлай. Артабан «Диалоги кармелиток», «Тоска», «Турандот» һәм башҡа операларҙа икенсел ролдәрҙә уйнай. Тәүге төп роле — Травиата операһындағы Альфредоны Пласидо Мексиканың Монтеррей ҡалаһы театрында 1961 йылдың 19 майында башҡара. Нәҡ был ваҡытта (1959 йыл) йырсының тәүге йәшлек никахы тарҡала.

1961 йылдың ноябрендә АҠШ-тағы беренсе сығышы менән Доминго артабан ярты быуаттан күберәккә һуҙыласаҡ иң уңышлы опера партиялары менән Американы яулау эшмәкәрлеген башлап ебәрә. Мексиканан алыҫ булмаған Техас штатының Даллас ҡалаһы сәхнәһендә композитор Гаэтано Доницетти ижад иткән «Лючии ди Ламмермур» операһынан Артуро ролен башҡара. 1962 йылдың башы йырсыны консерваторияла илаһи сопрано тауышлы Марта Орнелас менән осраштыра, ҡыҙға хайран ҡалған 21 йәшлек тенор уның менән яҙмышын бәйләй. Тиҙҙән йәштәр Тель-Авивҡа күсенә һәм ундағы Йәһүд Милли Операһы сәхнәһендә бергәләп өс миҙгел сығыш яһай. Доминго 280 тамашала 12 партия башҡара[1]. Биографтар билдәләүенсә, нәҡ ошо осорҙа Пласидоға йырлауындағы ҡайһы бер техник ҡыйынлыҡтарҙы бөтөрөргә Марта менән уларҙың уртаҡ дуҫы Франко Иглесиас ярҙам итә. 1965 йылда Израилдан ҡайтҡас, Марта, йырсы эшмәкәрлеген тамамлап, үҙен тулыһынса ғаиләһенә һәм иренең артабанғы карьераһына бағышлай. Шул уҡ йылда уларҙың тәүге улдары кесе Пласидо, ә өс йылдан һуң, 1968-ҙә, икенсе малайҙары — Алваро тыуа. Күп йылдарҙан һуң Марта Орнелас, инде опера режиссёры булараҡ, ижади эшмәкәрлеккә яңынан тотона.

Израилдан ҡайтып ярты йыл үткәндән һуң Доминго тәүге тапҡыр Нью-Йоркта сығыш яһай. Йырсы Хинастераның «Дона Родриго» операһының донъя премьераһында Альберто ролен башҡара — был әҫәр менән New York City Opera Нью-Йорк дәүләт театрында яңы Линкольн Үҙәкте аса. Үҙенең уңышлы сығышынан һуң артистҡа күп саҡырыуҙар яуа, уның өсөн иң яҡшы опера театрҙарының сәхнәләре асыла. 1967 йылда һөнәри йәһәттән исеме ныҡлы танылған Пласидо ҡасандыр бала сағы үткән Европаға аяҡ баҫа: Гамбург дәүләт операһында «Тоска», Вена дәүләт операһында «Дон Карло» спектаклдәре йырсының дебют сығыштары була.

1968 йыл тенор тормошонда яңы этап башлай: Доминго Нью-Йорктағы Метрополитен-опера сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһай һәм «Адриана Лекуврер» операһындағы Маурицио партияһын ҙур уңыш менән башҡара. Артабанғы дүрт тиҫтә йылда бындағы бер миҙгел дә Пласидонан башҡа үтмәй.

1969 йылда Доминго үҙен Европа менән Америка араһында бүлергә мәжбүр була, тенор Италияның Верона ҡалаһы сәхнәһендә — «Турандот», Миландың «Ла Скала»һында «Эрнани» спектаклдәрендә йырлай ҙа, «Богема» операһында сығыш яһар өсөн Сан-Францискоға оса. 1970 йылда Мадридта «Джоконда» спектаклендә айырым роль башҡара, Эдинбургс фестивалендә Бетховендың «Торжественная месса» операһында сығыш яһай. 1970 йылдың октябрендә Доминго Вердиның «Бал-маскарад» операһында беренсе тапҡыр испан йырсыһы Монтсеррат Кабалье менән бергә уйнай, һәм был дуэт аҙаҡтан донъяла иң популяр булып китә.

Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы сығыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәскәүҙә, 2009 йыл.

Советтар Союзында йырсы тәүге тапҡыр 1974 йылда була. Артабан да үҙаллы сығыштары менән, төрлө опера конкурстарының баһалама ағзаһы булараҡ һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыу өсөн Доминго Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалаларына күп килә. Уның 2009 йылдың 12 июлендәге «Барвиха Luxury Village» сауҙа-күңел асыу комплексындағы (Вирджинии Тол менән берлектә) һәм Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһындағы «Крокус сити холл» концерт залындағы 2010 йылдың 7 июнендәге (Анна-Мария Мартинес менән берлектә) сығыштары матбуғатта киң яҡтыртыла.

2012 йылдың 19 декабрендә Доминго менән Испания опера йырсыһы Хосе Каррерас Христ Спаситель сиркәүендә (Храм Христа Спасителя) хәйриә концертында ҡатнаша, был уларҙың Лучано Паваротти үлгәндән һуң үткән һуңғы биш йылда тәүге берлектәге сығышы була[8].

2013 йылдың 2 майында Доминго Санкт-Петербургтағы Мариин театрының Яңы сәхнәһе асылыу һәм театрҙың художество етәксеһе һәм генеральдиректоры Валерий Абисалович Гергиевтың 60 йәшлек юбилейы тантанаһында йырлай һәм дирижёрлыҡ итә, Мариин театрының тарихи сәхнәһендә Джузеппе Верди ижад иткән «Набукко» операһынан төп герой партияһын башҡара[9][10][11].

Рәсәй баш ҡалаһындағы сығыштарында тенорға П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының симфоник оркестры ҡушылып уйнай, уның менән Америка дирижёры Юджин Кон етәкселек итә. Үҙенең репертуарындағы хиттар араһынан Доминго Пётр Ильич Чайковскийҙың «Пиковая дама» операһынан Герман арияһын рус телендә башҡара[4][10][12].

Пласидо Доминго Мариин театрының Яңы сәхнәһен асыу тантанаһында
  • «Newsweek» журналы, Домингоны «Опера короле» тип нарыҡлап, артистың тарихын һәм фотографияһын тышлыҡтың төп темаһы итеп һайланы.
  • Италияның «Corriere della Sera» гәзите Пласидо тураһында: «Настоящий человек эпохи Ренессанса!» тип яҙҙы.
  • «Коммерсантъ» гәзите Домингоның Мәскәүҙәге 2010 йылғы концертына биргән «Великий рабочий сцены» тип атаны[4][12].

Тәнҡитселәр билдәләүенсә, йәшенә һәм үткәргән ауырыуына ҡарамаҫтан, Доминго үҙенең концертарында гел намыҫ менән һәм тырышып эшләй, һәр сығышында алдағыһынан кәм опера партиялары башҡармай, «бис»ҡа бары тик өс ария һәм тағы бер генә номер йырлау уның өсөн бер ҙә хас түгел[12].

Маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мадрид университетының Почётлы докторы;
  • Нью-Йорк университетының изящный сәнғәт докторы;
  • Оклахома университетының Почётлы музыка докторы;
  • Филадельфия сәхнә сәнғәте колледжының Почётлы музыка докторы;
  • Джорджтаун университетының Почётлы музыка докторы.

Бала сағында Пласидо футбол менән мауыға, үгеҙҙәр алышы — корриданы ҡарарға ярата. Киң билдәле башҡарыусы булып киткәс, Доминго стадиондарҙа спорт сараларына йыйылған тамашасы алдында хәйриә концерттары менән бик теләп сығыш яһай.

  • «Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Ҙур тәреһе кавалеры (кавалер Большого креста ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой», 1997)[13].
  • «Италия Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Бөйөк офицеры (Великий офицер ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой», 1991)[14].
  • 2009 йылдың февраленда Пласидо Доминго атаҡлы швед опера йырсыһы Биргит Нильсон (1918—2006) исемендәге премияның тәүге лауреаты тип билдәләнә. Был бүләктең бер миллион АҠШ доллары күләмендәге призы опера сәнғәтендәге мәшһүр ҡаҙаныштар өсөн һәр өс йыл һайын тапшырыла года[15].
  • Голливудтың дан аллеяһында йондоҙ — театрҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн. (Пласидо Доминго получил звезду на аллее славы в Голливуде).
  • Рәсәй Федерацияһының Дуҫлыҡ ордены (18 июль 2011 йыл) — музыка сәнғәте өлкәһендә Рәсәй—Испания хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн[16].
  • Сәнғәт өлкәһендәге Вольф премияһы лауреаты (музыка, 2012)[17]
  • «Gramophone» журналының Дан залына индерелгән.[18].
  • 1971 Дж. Верди. Аида. Солист лучшей оперной записи
  • 1974 Ж. Пуччини. Богема. Солист лучшей оперной записи
  • 1983 Дж. Верди. Травиата. Солист лучшей оперной записи
  • 1984 Ж. Бизе. Кармен. Солист лучшей оперной записи
  • 1984 Навсегда в моём сердце. Лучшее поп-представление в стиле латино
  • 1988 Р. Вагнер. Лоэнгрин. Солист лучшей оперной записи
  • 1990 Концерт Каррераса, Доминго и Паваротти. Лучшее классическое вокальное представление
  • 1992 Р. Штраус. Женщина без тени. Солист лучшей оперной записи
  • 1999 100 лет Марьяче. Лучшее Мексиканско-Американское представление

Grammy — Латин Америкаһы бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2000 Т.Бретон. Долорес. Лучший классический альбом
  • 2001 И.Албенис. Мерлин. Лучший классический альбом
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Plácido Domingo — Official Website | 2013 йыл 11 июль архивланған.
  2. Пласидо Доминго попал в больницу с легочным тромбом — BBC Russian — Общество. Архивировано 20 июль 2013 года.
  3. Пласидо Доминго обошел Энрико Карузо. Архивировано 17 август 2013 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 Коротко о Пласидо Доминго. Программа концерта 7 июня 2010 года в Москве
  5. Placido Domingo Biography | Encyclopedia of World Biography Biography
  6. Biography/ Marta & Family 2007 йыл 13 октябрь архивланған.
  7. Biography/ Studies & Youth 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
  8. Владимир Путин встретился с Пласидо Доминго и Хосе Каррерасом. Архивировано 17 август 2013 года.
  9. Марафон Мариинки-2 прошел при полном аншлаге — Ирина Муравьева, Наталья Пьетра — Российская газета.
  10. 10,0 10,1 Пласидо Доминго в Барвихе: единственный концерт маэстро | СПЛЕТНИК. Архивировано 20 июль 2013 года.
  11. Дмитрий Мурашев — Доминго в Москве — Ночь в Испании. Архивировано 20 июль 2013 года.
  12. 12,0 12,1 12,2 Ъ-Weekend — Великий рабочий сцены.
  13. Cavaliere di Gran Croce Ordine al Merito della Repubblica Italiana Maestro Placido Domingo  (итал.)
  14. Grande Ufficiale Ordine al Merito della Repubblica Italiana Sig. Placido Domingo  (итал.)
  15. Пласидо Доминго стал лауреатом престижной премии | Пульс Киева(недоступная ссылка)  (итал.)
  16. Указ Президента Российской Федерации от 18 июля 2011 г. № 961(недоступная ссылка)
  17. Wolf Prize (ингл.). Wolf Foundation. Дата обращения: 2 июль 2012. Архивировано 6 август 2012 года.
  18. Gramophone Hall of Fame (ингл.). Gramophone. Дата обращения: 2 ғинуар 2016.
  • Амон Р. Пласидо Доминго. Гений мировой сцены / Пер. с исп. А. Миролюбовой, А.Горбовой. — СПб.: Азбука, Азбука-Аттикус, 2012. 325 с., ISBN 978-5-389-02545-5