Эстәлеккә күсергә

Әбүғәлисина

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ибне Сина битенән йүнәлтелде)
Әбү Ғәли Хөсәйен ибн Абдаллаһ ибн Сина
фарс. ابن سینا
Исеме

ғәр. أبو علي الحسين بن عبد الله بن الحسن بن علي بن سينا

Тыуған көнө

16 август 980({{padleft:980|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны

Афшана, Сәмәни

Вафат көнө

18 июнь 1037({{padleft:1037|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (56 йәш)

Вафат булған урыны

Хәмәдан, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Йүнәлеше

Көнсығыш аристотелизмы

Основные интересы

медицина, философия, астрономия, химия, геология, логика, шиғриәт

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Әбүғәлисина, шулай уҡ Ибн Сина, Көнбайышта Авиценна (фарс. ابو علی حسین بن عبدالله بن سینا, тулы исеме Әбү Али Хөсәйен ибн Абдуллаһ ибн әл-Хәсән ибн Али ибн Сина[1]) — күренекле фарсы[2] философы һәм табибы, көнсығыш аристотелизмы вәкиле. 980 йылда Урта Азияла Бохара ҡалаһы янындағы Афшан ҡалаһында тыуа. Солтан һарайының табибы һәм вәзире була. Урта быуаттарҙың һәм ислам донъяһының иң танылған һәм абруйлы ғалим-философы[3].

Әбүғәлисина Бохарала бай ғаиләлә тыуа. Уның атаһы белемле, мәртәбәле зат булып, улын да үҙенең мәсләге йүнәлешендә тәрбиәләргә тырыша. Әбүғәлисина 10 йәшендә үк Ҡөрьәнде яттан белә. 985—96 йылдарҙа Бохарала башланғыс мәктәптә уҡый; һуңыраҡ өйөндә белем ала — математика, физика, логика, астрономия, философия һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнә. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен, уларҙың грамматикаһын 15—16 йәштәрендә үҙ аллы уҡый. Был фәндәрҙе Бохараға килгән ғалим Әбү Абдалаһ Натил менән өйрәнә. Һуңынан 16 йәшлек малай үҙ алдына уҡый. Аристотелдең «Метафизика»һы менән танышҡансы геометрия, астрономия, музыканы еңел өйрәнә. Үҙенең автобиографияһында «был китапты бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым, әммә аңламаным» тип билдәләй. Әл-Фарабиҙың «Метафизикаға аңлатмалар»ын уҡығас ҡына төшөнөп китә.

16 йәшлек Ибн Синаны Бохараның әмирен дауаларға саҡыралар. Автобиографияһында: «Медицинаны өйрәнә башланым, ауырыуҙарҙы күҙәтеп, белемемде тулыландырҙым, был мине китаптарҙа булмаған төрлө дауалау алымдарына өйрәтте», — тип яҙа ул.

1002 йылда ҙур ғалимдар даирәһен берләштергән «Мамум академияһы» урынлашҡан Гүргәнч (хәҙерге Үргәнес) ҡалаһына күсеп китә. Солтан Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итеүҙән баш тартҡандан һуң (1008), йәберләнеүҙәргә дусар була, Хөрәсәнда һәм Табарстанда ил гиҙеп йөрөй. Күп кенә хеҙмәттәрен юлда саҡта эйәр өҫтөндә килеш яҙа.

1015—1024 йылдарҙа Хәмәданда йәшәй, фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, әмирлектең сәйәси һәм дәүләт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Әмир Шамс ад-Даулды уңышлы дауалағаны өсөн вәзир вазифаһын бирәләр, әммә хәрби даирәләрҙә дошмандары күбәйә. Әмир хәрбиҙәрҙең Ибн Синаны үлем язаһына тарттырыу талабын кире ҡаға, әммә вазифыһынын бушатып, әмирлектән ҡыуырға тигән ҡарар сығара. 40 көндән әмирҙең ауырыуының сираттағы өйәнәге башлана, ул ғалимды эҙләп табырға бойора һәм ҡабаттан министр итеп тәғәйенләп ҡуя.

Әмир вафат булғандан һуң Исфаһан хакимына хеҙмәткә күсергә теләгәне өсөн дүрт айға төрмәгә ябалар. Һуңғы 14 йыл ғүмерен (1023—1037) әмир Әл ад-Даул һарайында үткәрә. Фәнни эшмәкәрлеге өсөн ҡулай шарттар булдырыла. Ул әмирҙең баш табибы һәм хәрби сәфәрҙәрҙә оҙатып йөрөгән кәңәшсеһе була. Ошо йылдарҙа уның яҙыу стилен тәнҡитләүселәр булғанға, әҙәбиәтте һәм философияны өйрәнә башлай. Шулай уҡ фәнни эш менән ныҡлап шөғөлләнә. «Табиплыҡ ғилеме ҡанундары» китабын тамамлай. «Ғәҙеллек китабы» («Китаб үл-инсаф») һәм башҡа бик күп хеҙмәттәре Исфаһанға ғәзнәүи ғәскәрҙәре һөжүм иткәндә янып бөтә.

Исфаһан хакимының хәрби сәфәрҙәренең береһендә Ибн Синаның ашҡаҙан ауырыуы башлана, был сирҙән ул үҙен дауалай алмай. 1037 йылдың июнендә үлем алдынан васыят яҙып ҡалдыра. Ошо васыятҡа ярашлы үҙенең бөтә милкен ҡолдарына һәм ярлыларға таратып бирергә, ҡолдарына ирек бирергә ҡуша.

Әбүғәлисина мәрхүмде Хамадон ҡалаһы диуары эргәһенә ерләйҙәр, һигеҙ айҙан һуң мәйетте Исфаһанға әмир кәшәнәһенә күсерәләр. Ибн Сина көслө тикшеренеү һәләттәренә эйә ғалим була, энциклопедик кимәлдә бөтә фән тармаҡтарын солғарға ынтыла. Уға шулай уҡ феноменаль хәтер һәм үткер фекер йөрөтөү һәләте хас була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әбүғәлисина 17—18 йәшендә ғалим булып өлгөрөп етә. Бохарала башҡа ғалимдар менән аралаша башлай. Ләкин был Бохараның мәҙәниәт, фән өлкәһендәге даны һүрелә башлаған осор була. Эш шунда: Самани дәүләтен (Бохара уның мәркәзе була) 90-ы йылдарҙа Ҡарахан (төрки ҡәбилә башлығы) яулап алғас, фарсы мәҙәни үҙәге Хәрәземгә күсә.

Әбүғәлисина, киң эрудициялы һәм тәрән аҡыллы ғалим булараҡ, үҙ заманында булған фәндәргә классификация яһай. Ул барлыҡ фәндәрҙе ике төргә бүлә: теоретик фәндәр һәм практик фәндәр. Теоретик фәндәр үҙҙәре үк өс төркөмсәгә айырыла: юғары фәндәр (булыулыҡ тураһында); урталыҡтағы фәндәр (математика, астрономия, музыка); түбәнге фәндәр (тәбиғәт тураһында). Ә ғәмәли фәндәр әхлаҡ, идара итеү, тәрбиә эше һәм башҡаларҙы эсенә ала. Ғөмүмән, Әбүғәлисинаның ижади мираҫы — бөтә донъя мәҙәниәтендә ҙур урын тотҡан рухи байлыҡ. Ул — философ ҡына түгел, ә шағир ҙа, уның музыка буйынса яҙған хеҙмәттәре лә булған. 29 фән буйынса 450 хеҙмәт яҙып ҡалдыра. Беҙҙең көндәргә тиклем 274-е һаҡланған. Күп төрлө фән өлкәһендә: медицина, философия, ботаника, геология һәм башҡаларҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә булған хеҙмәттәр яҙа. Ибн Синаның ғилми хеҙмәттәре бөтә донъяла билдәлелек яулай. Шулай ҙа иң ҙур иғтибарын медицинаға йүнәлтә. Медицина фәнен үҫтереүгә көп көс һала: бик күп ауырыуҙарҙы өйрәнә, хирургик операциялар тәҡдим итә, ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн файҙалы кәңәштәр биреп ҡалдыра.


Медицина буйынса хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Латин телендә «Табиплыҡ ғилеме ҡанундары» китабы
  • Фәнни хеҙмәттәре араһында иң билдәлеһе — 5 томдан торған «Табиплыҡ ғилеме ҡанундары» («Китаб әл-Ҡанун фи-т-тибб»). Был хеҙмәттә ғалим тарихта беренсе булып медицина фәнен системаға килтерә, ошо өлкәләге төрлө мистик уйҙырмаларҙы тәнҡитләй. Был хеҙмәтендә Ибн Сина ауырыуҙарҙың күҙгә күренмәҫ ваҡ йән эйәләре арҡаһында башланыуы тураһындағы фаразын әйтә. Ул беренсе булып сәсәктең йоғошлолоғон асыҡлай, ваба менән тағун араһындағы айырманы аңлата, махау ауырыуын тасуирлай, башҡа бик күп сирҙәрҙе өйрәнә. Был хеҙмәтендә ул медицинаның теоретик нигеҙҙәрен бәйән итә, төрлө ауырыуҙарҙың теүәл һәм тулы клиник билдәләрен һүрәтләй. XII—XVII быуаттарҙа Европа илдәрендә табиптарҙы әлеге китап буйынса әҙерләйҙәр. «Табиплыҡ ғилеме ҡанундары» латин теленә күп тапҡырҙар тәржемә ителә. Китаптың биш томының икеһе дарыу үләндәрен тасуирлауға, уларҙы әҙерләү һәм ҡулланыу ысулдарын аңлатыуға бағышланған. «Табиплыҡ ғилеме ҡанундары»нда һүрәтләнгән 2600 дарыуҙың 1400-ө үҫемлектәрҙән алынған[4][5].
  • «Дарыу саралары» («Әл-Әдвиәт әл ҡәлбиә») — Хамаданға беренсе сәфәрендә яҙылған. Ул йөрәк ауырыуҙарына арналған.
  • «Хаталарҙы төҙәтеү һәм иҫкәртеү юлы менән төрлө әмәлиәттәрҙе зарарһыҙландырыу» («Дафъ әл-мазарр әл көллиә ән әл-әбдүн әл инсания би-тадорик әнбүъ хата ән-тәдбир»).
  • «Шараптың файҙаһы һәм зыяны тураһында» («Сиөсәт әл-бадан вә фазуил әш-шараб вә манүфиғиһ вә мазуриһ») — Ибн Синаның иң ҡыҫҡа трактаты.
  • «Медицина тураһында поэма» («Урджуса фит-тиб»).
  • «Пульс тураһында трактат» («Рисаләйи нәбзийә»).
  • «Сәйәхәтселәр өсөн саралар» («Фи тәдбир әл-мосафирин»).
  • «Енси көс тураһында трактат» («Рисалә фил-л-бох») — енси ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау тураһында.
  • «Һеркәле бал тураһында трактат» («Рисалә фи-с-сиканджубин») — төрлө сырхауҙарҙы дауалау өсөн аш һеркәһе менән балды ниндәй нисбәттә ҡушыу һәм ҡулланыу тураһында.
  • «Быуын сәскә тураһында трактат» («Рисалә фил-һиндаба»).
  • «Ҡан ағыҙыу өсөн ҡан тамырҙары» («Рисалә фил-урук әл-мәфсүдә»).
  • «Рисалә-йи жүдиә» — ҡолаҡты, ашҡаҙанды, теште дауалау тураһында. Унда гигиена мәсьәләләре лә ҡарала. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр уның авторы Әбүғәлисина булыуына ҡарата шик белдерә.

Һауыҡтырыу күнекмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибн Сина физик күнекмәләрҙең әһәмиәте тураһында яҙған. Физик күнекмәләргә биргән билдәләмәһе — тигеҙ, тәрән һулыш алыуға килтергән ирекле хәрәкәттәр.

Уның раҫлауынса, кеше самаһын белеп һәм даими физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеп торһа, ул дауаланыуға ла, дарыуҙарға ла мохтаж булмай. Хәрәкәт күнекмәләрен туҡтатһа, ул сырхай башлай. Физик күнегеүҙәр мускулдарҙы, тарамыштарҙы, нервыларҙы нығыта. Хәрәкәтләнгәндә йәште лә, сәләмәтлек торошон да иҫәпкә алырға ҡуша. Һылау, һыуыҡ һәм эҫе һыу ярҙамында сынығыу тураһында ла ыңғай фекерҙәр әйтә.

Химия өлкәһендә Ибн Сина эфир майҙарын ҡыуҙырыу ғәмәлен аса. Тоҙ кислотаһын, көкөрт кислотаһын, азот кислотаһын, калий һәм натрий гидроксидтарын ала белә.

Астрономияла Ибн Сина Аристотелдең «йондоҙҙар Ҡояш яҡтыһын сағылдыра» тигән фекерен тәнҡитләй һәм йондоҙҙар үҙ яҡтыһы менән яҡтыра тип раҫлай, әммә планеталар ҙа яҡтыра тип уйлай.[6] 1032 йылдың 24 майында Сулпандың Ҡояш дискыһы буйлап үтеүен күҙәткәнлеге тураһында әйтә. Ләкин хәҙерге ғалимдар уның нәҡ ошо ваҡытта һәм ошо урында был күренеште күҙәткәнлегенә шик белдерә. [7] Был күҙәтеүен ул Сулпандың Ергә Ҡояшҡа ҡарағанда ҡайһы берҙә булһа ла яҡыныраҡ булыуын иҫбатлау өсөн файҙалана.[8]

Гурганда булғанда был ҡаланың ҡайһы географик оҙонлоҡта ятыуын асыҡлау тураһында трактат яҙа.

«Күҙәтеү ҡорамалын яһаған саҡта башҡа ысулдарға ҡарағанда өҫтөнлөрәк булған бер ысул тураһындағы китап»та Ибн Сина үҙе уйлап тапҡан бер ҡорамалды һүрәтләй, ул ҡорамал астролябияны алмаштырырға тейеш була; был ҡорамалда үлсәүҙәрҙе аныҡлау өсөн беренсе тапҡыр нониус принцибы ҡулланыла.

Әбүғәлисина маҙары эске яҡтан, Хәмәдан, Иран

Аристотель хеҙмәттәрен өйрәнә. Уның метафизикаһына төшөнөү өсөн Әбүғәлисинаға Әл-Фараби хеҙмәттәрен дә ныҡлап өйрәнергә тура килә. Аристотель тәғлимәтенең барлыҡ нескәлектәренә фәҡәт «икенсе уҡытыусының», йәғни Фарабиҙың, аңлатмалары аша ғына ирешә.

Боронғо грек философы Платон һәм ғәрәп ғалимы әл-Фараби хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан неоплатонсылыҡ менән бәйләп, Көнсығыш аристотелизмы принциптарын эшләй. Үҙенең төп хеҙмәттәрендә («Һауыҡтырыу китабы», «Күрһәтмәләр һәм өгөтләүҙәр китабы», «Белемдәр китабы») Ибн Сина донъя ваҡытҡа бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән тигән фекерҙе кире ҡаға, донъя — Аллаһтың ваҡытҡа бәйһеҙ эманацияһы ул, был эманациянан иерархик тәртиптә аңдар, йәндәр һәм тәндәр барлыҡҡа килгән, тип аңлата. Политеизм менән килешкән неоплатонсыларҙан айырмалы, ул — ҡәтғи монотеист, әмма шулай ҙа сөнни дин белгестәре уны бидғәтселектә (мәҫәлән, донъяның яратылмауына ышаныу донъяның барлыҡҡа китерелеүе тураһындағы тезисҡа ҡаршы килә) ғәйепләй. Ибн Сина әл-Ғазалиҙың «Философтарҙы инҡар итеү» хеҙмәтендә киҫкен тәнҡитләнә.

Әбүғәлисина ғәҙеллек, выждан, тыйнаҡлыҡ, игелек, яманлыҡ, яуызлыҡ категориялары буйынса үҙенең ҡараштарын белдерә.

Ибн Синаның ғилми хеҙмәттәре бөтә донъяла билдәлелек яулай.

Ибн Сина кешенең темпераменты һәм характеры тураһында үҙ тәғлимәтен эшләй. Уға ярашлы, кешенең холҡо дүрт ябай төргә бүленә: ҡыҙыу, һалҡын, еүеш һәм ҡоро (хәҙерге психологиялағы дүрт темпераментҡа тап килә). Был холоҡтар тотороҡло булмай, улар эске һәм тышҡы шарттар йоғонтоһо аҫтында үҙгәртеп торорға мөмкин. Организмда булған шыйыҡлыҡтарҙағы үҙгәрештәр кешенең холҡон төрлөсәгә үҙгәртә ала. Ябай төрҙәрҙән тыш, Ибн Сина дүрт ҡатмарлы холоҡ булыуы тураһында ла белдерә. Быныһы организмдағы дүрт төрлө шыйыҡлыҡтың (ҡан, лайла, һары һәм ҡара үт һуты) ҡайһыһы өҫтөнлөк алыуына бәйле.[9]

Ибн Синаның ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған аҙ һанлы шиғырҙары һаҡланған. Аристотелдең «Поэтика»һын шәрехләп, ул үҙен әҙәбиәт теоретигы итеп тә таныта. Классик фарсы әҙәбиәтен формалаштырыуға ҙур йоғонто яһай. Етди ғилми хеҙмәттәренең күпселеген Ибн Сина дүрт юллыҡтарҙан торған поэма рәүешендә яҙған. Мәҫәлән, «Мөхәббәт тураһында трактат», «Ҡоштар тураһында трактат» һәм башҡалар. Уның шулай уҡ лирик шиғри әҫәрҙәре — дүрт юллыҡтары һәм робағиҙары ла — билдәле.

« 'از قعر گل سیاه تا اوج زحل
کردم همه مشکلات گیتی را حل
بیرون جستم زقید هر مکر و حیل
هر بند گشاده شد مگر بند اجل
'

Ҡара тупраҡтан күк есемдәренә тиклем
Аҡыллы һүҙҙәрҙең вә ғәмәлдәрҙең хикмәтен астым.
Мәкерҙән ҡастым, бар төйөндәрҙе систем,
Тик әжәл төйөнөн генә һүтә алманым.
»

Ибн Синаның төп әҙәби әҫәрҙәре — «Хай ибн Якзан» тигән фәлсәфәүи повесть-аллегория, «Ҡош», «Саламан һәм Әбсәл» поэмалары. Был әҫәрҙәр ғәрәп, иран һәм төрки телле әҙәбиәттәргә ҙур йоғонто яһай, мәҫәлән, XII быуат иран шиғриәте классигы Ғүмәр Хәйәм Ибн Синаны үҙенең остазы тип атай.[10].

Совет осоронда баҫылған китаптары

  • Ибн Сина. Даниш-намэ. Книга знания. — Сталинабад, 1957.
  • Ибн Сина. Канон врачебной науки : В 5 т. — Ташкент, 1956-1960.
  • Ибн Сина. Математические главы «Книги знания». — Душанбе, 1967.
  • Ибн Сина. Послание о любви. — Тбилиси: Мецниереба, 1976.
  • Ибн Сина. Избранное. — М.: Книга, 1980.
  • Ибн Сина. Избранные философские произведения. — М.: Наука, 1980.
  • Аль-Бируни, Ибн-Сина. Переписка. — Таш­кент: Фан, 1973.

Ибн Сина музыка теорияһы өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Музыка буйынса эштәре энциклопедик хеҙмәттәренең өлөшө булып тора:

  • «Һауығыу китабы»нда — «Музыка тураһында фән тупланмаһы»;
  • «Ҡотолоу китабы»нда — «Музыка тураһында ҡыҫҡаса бәйән»;
  • «Белемдәр китабы»нда — музыка тураһындағы киҫәк.

Теория йәһәтенән Ибн Сина, Урта быуаттарҙа ҡабул ителгәнсә, музыканы математик фәндәргә индерә. Ул уны тауыштарҙың бер-береһенә нисбәтен өйрәнә торған һәм композиция төҙөү ҡағиҙәләрен булдырыу маҡсатын ҡуйған фән тип атай[11]. Пифагор тәғлимәтенән сығып, музыка һандарға буйһона һәм улар менән тығыҙ бәйләнештә тора, тип иҫәпләй[10].

Ибн Сина тарихта беренсе булып музыка тарихына етди нигеҙ һала, музыканы математика ғына түгел, социология, психология, поэтика, этика һәм физиология күҙлегенән дә тикшерә[11].

Ибн Сина Әл-Фараби менән берлектә музыка ҡоралдары тураһындағы фәнде нигеҙләй, был фән артабан күпкә һуңыраҡ осорҙа Европала үҫеш ала. Ул музыка ҡоралдары типтарының ентекле классификацияһын эшләй, уларҙың төҙөлөшөн аңлата. «Белемдәр китабы»ның алтынсы киҫәгендә бөтә музыка ҡоралдарының да тиерлек атамалары һәм һүрәтләнеше бирелә. Әл-Фараби менән Ибн Синаның музыка ҡоралдарын өйрәнеү буйынса хеҙмәттәре музыка ҡоралдары ғилемен музыка фәненең махсус өлкәһе итеп айырыуға башланғыс һала.

Бөйөк ғалим Урта Азияла киң таралған сиртмә музыка ҡоралын — гиджакты уйлап таба.

20 Ибн Сина портреты төшөрөлгән тажик аҡсаһы сомони
  • Уның хөрмәтенә Карл Линней акантлылар ғаиләһенә ҡараған төрҙө авиценния тип атай.
  • Тажикстанда уның исеме Тажик дәүләт медицина университетына һәм элек Ленин сусағы тигән атама менән билдәле булған сусаҡҡа бирелә.
  • Дүшәмбе ҡалаһындағы майҙанға исеме бирелгән һәм һәйкәл ҡуйылған (скульпторы — әзербайжан скульпторы Омар Эльдаров).
  • Үзбәкстандағы Афшана ауылында Әбү Али ибн Сина музейы бар.
  • Бохарала 1990 йылда Әбү Али ибн Сина исемендәге медицина институты асыла.
  • Ригала Гайльэзерс дауахана комплексының паркына 2006 йылда скульптор Жалаледдин Миртаджиев эшләгән һәйкәл ҡуйыла.
  • Айҙағы кратерға Ибн Сина исеме ҡушыла.
  • Кардиограммаларҙы һәм һөт биҙҙәренең рентген һүрәттәрен автоматик тикшерә торған IBM программаһына Авиценна (Avicenna) тигән исем бирелә[12].

Ибн Сина исемендәге урамдар:

  • «Әбүгалисина» — татар телендә Ибн Сина тураһында Ҡәйүм Насыриҙың повесть-әкиәте[13][14].
  • Ной Гордондың «The Physician» тигән романында (1988) мәшһүр Ибн Синаның үҙенән медицинаға өйрәнергә тырышҡан йәш егет тарихы һөйләнелә.
  • 2011 йылда испан яҙыусыһы Эсекьель Теодоро «Әбүғәлисинаның ҡулъяҙмаһы» («El Manuscrito de Avicena») тигән роман баҫтыра.
  • «Авиценна» фильмы (1956), режиссёры Камил Ярматов[15].
  • «Даһиҙың йәшлеге» фильмы (1982), Үзбәкфильм һәм Тажикфильм киностудиялары тарафынан төшөрөлгән, Ибн Синаның балалыҡ һәм йәшлек йылдарына бағышланған. Фильмдың режиссёры Эльёр Ишмөхәмәтов[16].
  • 2013 йылда Филипп Штёльцлдең Н. Гордон китабы буйынса төшөрөлгән «Табип: Әбүғәлисинаның шәкерте» («The Physician») тигән фильмы сыҡты.
  1. Мегаэнциклопедия Кирилла и Мефодия. ИБН СИНА. Дата обращения: 13 ғинуар 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  2. * Paul Strathern. A brief history of medicine: from Hippocrates to gene therapy. — Running Press, 2005. — P. 58. — ISBN 978-0-7867-1525-1.(недоступная ссылка)
    • Brian Duignan. Medieval Philosophy. — The Rosen Publishing Group, 2010. — P. 89. — ISBN 978-1-61530-244-4.
    • Michael Kort. Central Asian republics. — Infobase Publishing, 2004. — P. 24. — ISBN 978-0-8160-5074-1.
    • Ibn Sina («Avicenna») Encyclopedia of Islam. 2nd edition. Edited by P. Berman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Henrichs. Brill 2009. Accessed through Brill online: www.encislam.brill.nl (2009) Цитата: «He was born in 370/980 in Afshana, his mother’s home, near Bukhara. His native language was Persian.»
    • A.J. Arberry, «Avicenna on Theology» — KAZI PUBN INC, 1995. excerpt: «Avicenna was the greatest of all Persian thinkers; as physician and metaphysician»
    • Henry Corbin, «The Voyage and the messenger: Iran and Philosophy». — North Atlantic Books, 1998. — P. 74 Цитата:«Whereas the name of Avicenna (Ibn sinda, died 1037) is generally listed as chronologically first among noteworthy Iranian philosophers, recent evidence has revealed previous existence of Ismaili philosophical systems with a structure no less complete than of Avicenna».
  3. Avicenna// Britannica.
  4. Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь: Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 267. — ISBN 5-06-000085-0.
  5. Абу Али Ибн Сина (Авиценна) — Биография 2017 йыл 6 август архивланған.
  6. Ariew, Roger (March 1987). «The phases of venus before 1610». Studies in History and Philosophy of Science Part A 18 (1): 81–92. DOI:10.1016/0039-3681(87)90012-4.
  7. Goldstein, Bernard R. (1969). «Some Medieval Reports of Venus and Mercury Transits». Centaurus (John Wiley & Sons) 14 (1): 49–59. DOI:10.1111/j.1600-0498.1969.tb00135.x. Bibcode1969Cent...14...49G.
  8. Sally P. Ragep. Ibn Sīnā: Abū ʿAlī al‐Ḥusayn ibn ʿAbdallāh ibn Sīnā / Thomas Hockey. — Springer Science+Business Media, 2007. — P. 570–572.
  9. Псядло Э. М. Темперамент и характер в истории медицины и психологии: Учебно-справочное пособие. — Одесса: Наука и техника, 2007. — С.19. — ISBN 978-966-8335-56-3
  10. 10,0 10,1 Болтаев М. Н. Абу Али ибн Сина — великий мыслитель, учёный энциклопедист средневекового Востока — М.: Сампо, 2002. — 400 с. — ISBN 5-8071-0005-0
  11. 11,0 11,1 Иванова Л. Ибн Сина (Авиценна) в зеркале музыки. Некоторые музыкально-теоретические взгляды Ибн Сины. Воззрения Ибн Сины в области музыкальной теории. // Вестник Челябинского государственного университета, 2007 link
  12. IBMs automated radiologist can read images and medical records
  13. Абугалисина 2015 йыл 21 июль архивланған.
  14. Насыйри, Каюм Абугалисина
  15. Avitsenna (инг.) Internet Movie Database сайтында
  16. Фильм «Юность гения» на сайте youtube.
  • Ахадова М. А. Арифметическая часть «Книги знания» Ибн Сины. Геометрическая часть «Книги знания» Ибн Сины // Учёные записки Бухарского госпединститута. — 1964. — № 12.
  • Джибладзе Г. Н. Системы Авицены: Абу Али Ибн-Сина. Экзотерический очерк. (Некоторые обобщения и материалы). — Тбилиси, 1986.
  • Диноршоев М. Натурфилософия Ибн Сины. — Душанбе, 1985.
  • Завадовский Ю. Н. Абу Али Ибн Сина: Жизнь и творчество. — Душанбе, 1980.
  • Лютер И. О. Метафизика Ибн Сины: угол — отношение, качество, положение или всё-таки количество? // Историко-математические исследования. — 2003. — № 8(43). — С. 278—302.
  • Петров Б. Д. Ибн Сина (Авиценна). — М.: Медицина, 1980.
  • Сагадеев А. В. Ибн Сина (Авиценна). — М., 1985.
  • Шидфар Б. Я. Ибн Сина. — М., 1981.
  • Gardet L. La pense religieuse d Avicenne (Ibn Sina). — Paris, 1951.
  • Morewedge P. The metaphysica of Avicenna. — London, 1973.
  • Nasr S.H. Three Muslim Sages. Avicenna. — Suhrawardi — lbn Arabi. — Cambridge (Mass.), 1964.
  • Диноршоев М. Натурфилософия Ибн-Сины. — Душанбе, 1985;
  • Goodman L. E. Avincenna. L.-N.Y., 1992.
  • Авиценна // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Сина, Абу-Али ибн-Хусейн ибн-Абдалла ибн- // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  • Фролова Ε. A. Ибн Сина 2014 йыл 17 июнь архивланған. // Новая философская энциклопедия: в 4 т. / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин. — М.: «Мысль», 2000—2001. — ISBN 5-244-00961-3. 2-е изд., испр. и допол. — М.: «Мысль», 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  • Шидфар Б. Я. Ибн-Сина. — М.: «Наука», 1981. — 184 с.


  • Гыйззәтов К. Т., Философия: 2 китап. 1 нче китап: Кыскача философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Югары уку йорты өчен дәреслек. — Казан. Мәфариф. 2002. ISBN 5-7761-1122-6