Ишмырҙа (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Ишмырҙа — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа халыҡтарҙа ла ҡуллыныла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишмырҙа башҡорт теленә боронғо төрки, фарсы телдәренән килеп ингән, түрәгә, мырҙаға иш тигән мәғәнәлә йөрөй[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һиҙиәтов Ишмырҙа Хәйернур улы (28 октябрь 1933 йыл Ҡужан ауылы, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы — 9 февраль 2003 йыл, Башҡортостан Республикаһы, Өфө) — совет, Рәсәй ғалим-хирургы, онколог. Башҡортостанда тәүге хоспис төҙөткән табип. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[2][3].
Һағынбаев Ишмырҙа Дәүләткирәй улы (рус. Сагинбаев Ишмурза Давлеткиреевич (1923 йыл — 19 сентябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 62-се кавалерия полкы ҡылыссыһы.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы (1890 йыл — 1923 йыл) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һәм Башҡорт милли хәрәкәтенең актив ҡатнашыусыһы, штабс-ротмистр.
Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы (3 декабрь 1936 йыл) — ғалим - тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005).
Ишмырҙин Ғәли (Ғәлимйән) Мөхәмәтйән улы (15 март 1903 йыл — 14 август 1942 йыл) — һынаусы лётчик, майор. Өфө аэроклубының беренсе етәксеһе. Башҡорттарҙан һәм Башҡортостандың беренсе лётчигы[4].
Ишмырҙин Сөләймән Ғәләүетдин улы (5 июнь 1893 йыл — 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, штабс-капитан. Сәйәси золом ҡорбаны.
Ишмырҙин Хәйрулла Ғәйнан улы (1870 йыл — 1947 йыл) — шағир-импровизатор.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишмырҙа, икенсе атамаһы Йүкәләр (рус. Ишмурзино) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
- ↑ Башкирская энциклопедия. Хидиятов Ишмурза Хайернурович 2020 йыл 27 июнь архивланған.
- ↑ Хидиятов И. Х. 2021 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |