Эстәлеккә күсергә

Йәнтүрин Сәлимгәрәй Сәйетхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнтүрин Сәлимгәрәй Сәйетхан улы
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1864
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 14 май 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Ҡазан, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, Рәсәй империяһы[2]
Хәләл ефете Джантюрина, Суфия Саидгиреевна[d][3][4]
Нәҫеле Сыңғыҙиҙар
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Иттифак аль-Муслимин[d]
 Йәнтүрин Сәлимгәрәй Сәйетхан улы Викимилектә

Сәлимгәрәй Сәйетхан улы Йәнтүрин (1864 йыл — 14 май 1926 йыл[5] (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 1920[6])) — йәмәғәт эшмәкәре, 20 быуат башындағы ҡаҙаҡ милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Өфө губернаһынан I саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.

Милләте буйынса ҡаҙаҡ. Мосолман. Өфө губернаһы дворяны, Букеев урҙаһы ҡаҙаҡ хандары вариҫы[7], сыңғыҙи. Ырымбур гимназияһын, 1889 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай.

1891—1894 йылдарҙа Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе буйынса мир судьяһы.
1894—1902 йылдарҙа — Бәләбәй өйәҙенең земство начальнигы.
1903—1906 йылдарҙа Өфө крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиеһы ағзаһы була.
Бәләбәй өйәҙе һәм өфө губерна земствоһы гласныйы.

Сәйәсмән һәм хәйриәтсе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1890 йылда Килем ауылында балалар приюты аса. Һуңынан Йәнтүриндең аҡсаһына ошо уҡ ауылда ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым мәктәп асыла[8]. Мосолман либераль хәрәкәте лидерҙарының береһе. 1-3-сө Бөтә рәсәй мосолмандары съезында ҡатнаша. 1905 йылдан батша хөкүмәтенә оппозицияла. "Автономиясылар союзы"на нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1905 йылдың 19 ноябрендә автономиясылар съезында ҡатнаша. Кадеттар фирҡәһе ағзаһы[6]. 1906 йылдың авгусында 3-сө съезда партия съезында «Иттифаҡ әл-Муслимин» («Мосолман берлеге») партияһының Үҙәк комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1906 йылдан — Өфөлә мосолман хәйриә йәмғиәте рәйесе. Сиклектәрҙә автономия, үлем язаһын бөтөрөү, бер палаталы парламент булдырыу өсөн сығыш яһай. Бәләбәй өйәҙенең ер биләүсеһе (1711 дисәтинә). 1905—1907 йылдарҙағы революция осоронда Ғ. Ш. Сыртланов менән бергә көнсығыш-төрки халыҡтары территориаль автономияһы идеяһын яҡлай[9].

1906 йылдың 26 мартында I саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлана. Мосолман фракцияһына инә, уның Бюроһы секретары була. Аграр комиссия ағзаһы һәм күрһәтмә биреү комиссияһы секретары. Автономиясылар төркөмөнә инә. «Беренсе Дәүләт Думаһы эштәре» баҫмаһында Йәнтүриндәң кадет фракцияһына ҡарауын күрһәтә[10], быны башҡа сығанаҡтар ҙа раҫлай[11], ҡайһы бер осраҡта уның кадеттар фракцияһының уң ҡанатына ҡарауын аныҡлайҙар[12][13].

Дума таратылғандан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылдың 10 июлендә Выборг ҡалаһында "Выборгский өндәмәһе"нә ҡул ҡуя һәм 3 айға төрмәгә ябыла, һайланыу хоҡуғынан мәхрүм ителә[6]. 1908—1910 йылдарҙа дәүләт хеҙмәтен башҡарыуҙан хоҡуғынан мәхрүм ителә.

1908 йылда Өфөлә һәм Санкт-Петербургта йәшәй, хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Өфөлә юғары типтағы яңы ысуллы «Ғәлиә» мәҙрәсәһен (1906—1918) ойоштороусыларҙың береһе. Мәҙрәсәлә донъяуи фәндәр ҙә индерелә[14]. Йәнтүрин ғаиләһе мәҙрәсә төҙөлөшөнә 18 мең һум индерә. Сәлимгәрәй уның попечителлек советы рәйесе була. Ҡатыны менән бергә ул был уҡыу йорто файҙаһына 50 мең һумдан ашыу аҡса индерә[8]. «Ғосмания» мәҙрәсәһенең попечителлек советы ағзаһы.
Татар телендә «Мосолман донъяһы» гәзитен ойоштора («Әл галямел ислами») (май 1906 — ғинуар 1907, Өфө ҡалаһы).
1908 йылдан Өфөлә фәҡир мосолмандар тураһында хәстәрлек күреүсе идаралыҡ рәйесе.
1911 йылда төрки телдәренә ингән ғәрәп-фарсы һүҙҙәре тураһында китап баҫтыра[6].
1913—1915 йылдарҙа Санкт-Петербургта И. Ә. Әхтәмов менән бергә татар телендә «Милләт» гәзитен сығара.
1914 йылдың июнендә Санкт-Петербургта дини идаралыҡты реформалаштырыу мәсьәләләренә арналған мосолмандар съезында ҡатнаша.
Декабрҙә Петроградта мосолман хәйриә йәмғиәттәре вәкилдәре съезы секретары була.
Яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ваҡытлы мосолман комитеты ағзаһы.
1916 йылда мосолман араһында мәғрифәт таратыу йәмғиәте рәйесе урынбаҫары.
Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһы ҡарамағындағы бюрола туған телдә уҡытыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. М. Шокай, С Мәҡсүдов, А. Сәлихов менән бергә Төркөстан крайында һәм Ҡаҙағстанда фронт эштәренә мобилизацияланған кешеләрҙең кешеләрҙең хәле тураһында материалдар йыя.

1917 йылдың мартында Рәсәй мосолмандарының ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы.
1-се (1917 май, Мәскәү) һәм 2-се (1917, июль, Ҡазан) Бөтә Рәсәй мосолмандар съезы делегаты.
1917 йылдың 11 ғинуарынан 1918 йылдың 22 ноябренә тиклем эске Рәсәй һәм Себерҙең7 төрки-татар милли йыйылыш эшендә ҡатнаша («мәжлестең»), төркиҙәр фракцияһына инә, «милли өлкәләр» проектын эшләү, финанстар комиссиялары ағзаһы.
1918 йылдың ғинуар-апрелендә төрки-татарҙарҙың милли идаралығының («Милли идара»)финанс бүлеге ағзаһы.
Дәүләт кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша (1918 йылдың сентябре, Өфө).

Алаш урҙаһы хөкүмәте яҡлы була һәм уның етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештә тора[6].

1918—1922 йылдарҙағы Граждандар һуғышы ваҡытында сәйәси эшмәкәрлектән ситкә китә. 1920—1923 йылдарҙа Иркутскиҙың төрлө учреждениеларында статистик булып эшләй, 1924 йылдан Мәскәүҙә эшләй, ҡыҙы менән коммуналь фатирҙың бер бүлмәһендә йәшәй[8]. 1925 йылда Ҡазанға күсте, унда Татар АССР-ының Сауҙа комиссариатында хеҙмәт итә.

Бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә вафат була. Йорто эргәһендә яңылыш баҫып, подвалдың асыҡ люгына ҡолай, муйын һөйәге һыныуҙан вафат була[15].

  • Ҡатыны — Суфия Сәйетгәрәй ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы — Тевкелева)[16], 1877—1914/1915, татар Тевкелев ырыуынан, шулай уҡ ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынс сыңғыҙи[17][18]. Дәүләт Думаһы депутаты Ҡ. Б. Тевкелевтың ике туған һеңлеһе. Дауаланырға барып, Истанбулда вафат була[8].
  • Балалары:
  • Улы — Джангир (Йыһангир[8]) (16.10.1894 — ?) 1916 йылда Николаевск кавалерия училищеһын тамамлай, 5-се драгун полкы поручигы. Көнсығыш фронтының аҡ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1919 йылдың 18 авгусында Өфө гусар полкының 4-се эскадроны командующийы. Буйҙаҡ[19]. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң Төркиәлә эмиграцияға китеүе ихтимал.
  • Ҡыҙы Заира (1901—1944), балалары булмай[15].
  • Ҡыҙы — Сара (1899—1958). Ике ҡыҙы тыуа:
  • Мириам Степановна (1926), Мәскәүҙә йәшәй.
  • Раиса Степановна (ире буйынса Мансырева) (1928—2012), Санкт-Петербургта йәшәгән.
  • Сәлимгәрәй Җантурин Лөгате. 1911 елда Уфа шәһәрендә басылып чыга. Анда XX гасыр. (Шрифт арабский. Толковый словарь иностранных слов, заимствованных преимущественно из арабского, персидского и османско-турецкого языков, используемых в литературном татарском языке начала XX в.)
  • Джантюрин С. Очерки киргизского коневодства. … (По данным бюджетного обследования Каркаралинского уезда в 1926 г.) // Наше хозяйство, 1927. — № 5-6.
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. Татарская энциклопедия (тат.) — 2002.
  3. http://www.islamrf.ru/news/culture/legacy/7744
  4. http://murza.org.ru/con/strong.doc
  5. Асылхан МАМАШУЛЫ. Салимгерей Жантурин, забытый пассионарий «тюркского единства». Казахская редакция Радио «Свободная Европа»/Радио «Свобода» - Радио Азаттык (13 май 2011). Дата обращения: 15 апрель 2018.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Жантурин, Салимгерей Сейтханулы // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  7. Дамир-хазрат Мухетдинов: традиция татаро-казахских связей жива и среди представителей сегодняшней казахской элиты 2016 йыл 6 март архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Мамлеев Максат Шарафутдинович. Дорожить дружбой. 2014 йыл 23 октябрь архивланған.
  9. Алиев Камиль Судьба потомков Девлет-Мирзы Шейх-Али // Кумыкский мир. Культура, история, современность 2013 йыл 1 ноябрь архивланған.
  10. И. Бонч-Осмоловский (сост.). Работы Первой Государственной Думы. Издание Санкт-Петербургского комитета Трудовой Группы. Ред. С. И. Бондарев. СПб.: Типогр. Т-ва «Дело». 1906. С. 489.
  11. Боиович М. М.
  12. Первая Государственная Дума. Алфавитный список и подробные биографии…
  13. Государственная Дума первого призыва…
  14. Зия Камали — основатель медресе «Галия». Дата обращения: 30 сентябрь 2012. Архивировано 23 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
  15. 15,0 15,1 Салимгирей Джантурин потомок казахских ханов 2007 йыл 20 август архивланған.
  16. По другим не подтверждённым данным жена Салимгирея Джантюрина была дочерью генерала Али Шейхалиева и его жены Гульсум-бике Эти сведения другими независимыми источниками не подтверждены.
  17. Тевкелев Салим-Гирей (1865—1885) — муфтий эпохи реформ
  18. Мамлеев Максат Шарафутдинович. Дорожить дружбой. 2014 йыл 23 октябрь архивланған. C. 38.
  19. Волков. Белое движение. Персоналии. 2020 йыл 25 ноябрь архивланған.