Эстәлеккә күсергә

Йәркәй (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Йәркәй — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Йәркәй исеме бар.

Йәркәй исеме башҡорт теленә фарсы теленән ингән: «йәр» — дуҫ, иптәш һүҙенә «кәй» иркәләу ялғауы ҡушылыу юлы менән яһала[1]

Йәркәй Ейәнсурин (Ялан Йәркәй; XVII быуат аҙағы — XVIII быуат башы) — Йылан улусының атаҡлы башҡорто.

Буранбай Йәркәй сәсән (ысын исеме Ҡотошов/Ҡотдосов Буранбай Һөйөндөк улы; Һөйөндөков Буранбай Ҡотдос улы) (1781 йыл?—1868 йыл) — йырсы, ҡурайсы һәм сәсән.

Яҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улы (1 ғинуар 1943 йыл — 8 сентябрь 2005 йыл), журналист. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Журналистар союзы ағзаһы (1978).

Йәркәев Антей Йәркәй улы (1903 йыл — март 1942 йыл) — ҡыҙылармеец.

Йәркәев Исхаҡ Шөғйәеп улы (1918 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Ялан Йәркәй (рус. Ялан Яркей) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй (моңло, оҙон йыр). Риүәйәт буйынса, йырҙың авторы — Буранбай сәсән. Төрлө варианттары бар.

Үрге Йәркәй (рус. Верхнеяркеево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл.

Түбәнге Йәркәй (рус. Нижнеяркеево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл.

Йәркәй ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районының муниципаль берәмеге. Административ үҙәге — Аҡкүҙ ауылы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ