Кожанов Василий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кожанов Василий Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) или 22 март 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе
Силәбе өлкәһе
Вафат булған көнө 25 август 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) или 24 ноябрь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Мәскәү ҡалаһы, СССР
Ерләнгән урыны Түбәнге Новгород өлкәһе
Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө полководец, хәрби хеҙмәткәр, уҡытыусы
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-майор[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d] һәм пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кожанов Василий Иванович (22 март 1904 йыл — 1988 йыл) — совет хәрби етәксеһе,. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, генерал-майор (5.05.1945), Советтар Союзы Геройы (19.04.1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Иванович Кожагов 1904 йылдың 22 мартында Верхнекизильское (хәҙерге — Силәбе өлкәһе Агаповка районы) ауылында тыуа. 1916 йылда мәктәптең 4 класын тамамлай. 1918 йылда Белорет ҡалаһында башланғыс училищеның 2 класын таммалай. Граждандар һуғышынан ҡасып, ғаилә Ҡытайға барып сыға, унда Чугучак ҡалаһында йәшәй. Һуңынан Рәсәйгә ҡайта.

Һуғышҡа тиклемге хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылдың ғинуарында[1] үҙ теләге менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына баҫа. Семипалатинскиҙа 21-се Себер пехота курстарында уҡый, 1922 йылдың көҙөндә курстар таратылғас, уҡыуын дауам итеү өсөнОмскиға күсә. 1924 йылда РККА команда составының 24-се Омск пехота мәктәбен тамамлай[2][3]. 1924 йылдың сентябренән Ленинград хәрби округының 56-сы Мәскәү уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә: уҡсылар взводы командиры, полк мәктәбе взводы командиры була, 1928 йылдан — рота политругы, полк партия бюроһының яуаплы секретары, 1931 йылдың февраленән — уҡсылар ротаһы командиры, 1932 йылдың ғинуарынан — дивизияның танк батальонында танк ротаһы һәм уҡыусылар ротаһы командиры. Дивизияла хеҙмәт иткән ваҡытта 1928 йылда Ленинградта Ф. Энгельс исемендәге Хәрби-сәйәси курстар тамамлай, ә 1925 йылда ВКП(б) сафына алына.

1933 йылдың 29 ноябренән рота командиры һәм 10-сы уҡсылар дивизияһының 29-сы уҡсылар полкында полк мәктәбе начальнигы була. 1936 йылдың майынан — Архангельскиҙа Төньяҡ хәрби комисариатының уҡыу төркөмө һәм уҡытыу үҙәге уҡытыусыһы.

1937 йылдың июнендә РККА-нан сығарыла[4]. Әммә ҡулға алынмай, Барнаулға китә һәм ҡаланың район башҡарма комитетының сәнәғәт бүлегенә иҡтисадсы-плансы булып урынлаша. 1939 йылдың июненән ҡала элеваторында эшләй.

1939 йылдың декабрендә Ҡыҙыл армияла тергеҙелә һәм Себер хәрби округының 178-се уҡсылар дивизияһы 693-сө уҡсылар батальоны командиры итеп тәғәйенләнә (Барнаул)[5]. Һуғышты шунда ҡаршы ала.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышы башында 178-се уҡсылар дивизияһы Себер хәрби округында формалашҡан 24-се армия составына инә һәм 29 июндә эшелондарға тейәлә башлай. 1941 йылдың июлендә фронтҡа килә. Унда 1941 йылдың авгусында майор Кожанов хәрби шарттарҙа шул уҡ дивизияның 693-сө уҡсылар полкы командалығын үҙ өҫтөнә ала һәм һуңыраҡ ошо вазифала раҫлана. 3 сентябрҙә дивизия Көнбайыш фронтының 29-сы армияһына тапшырыла. Дошмандың Мәскәүҙә генераль һөжүме башланғанда дивизия ҡамауға эләгеүҙән ҡотолоп ҡала һәм Ржев йүнәлешендә немецтарнҙың һөдүмен тотоп тора. Калинин оборона операцияһында (Торжок ҡалаһын обороналауҙа айырылып тора), Калинин һәм Ржев-Вяземск һөжүм операцияларында ҡатнаша.

1942 йылдың 11 мартынан Калинин фронтының (августан — Көнбайыш фронты) 30-сы армияһы 359-сы уҡсылар дивизияһы 1196-сы уҡсылар полкына командалыҡ итә. Ржев йүнәлешендә ауыр оборона һәм һөжүм операцияларында ҡатнаша. 1943 йылдың февраленән — 220-се уҡсылар дивизияһы командиры урынбаҫары булараҡ Ржев-Вяземск һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша. Июндә уҡыу өсөн фронттан ҡайтарыла. 1944 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияһының тиҙләтелгән курсын тамамлай.

1944 йылдың 8 майынан һуғыш аҙағына тиклем һуғыш гвардия полковнигы Василий Кожанов 91-се гвардия уҡсылар дивизияһы (39-сы армия, 3-сө Белорус фронты) командиры була. Уның етәкселегендә дивизия Белорус һөжүм операцияһында уңышлы хәрби хәрәкәттәр алып бара, Витебскиҙан көньяҡтараҡ немецтарҙың нығытма районын ала, Дубиса йылғаһын аша сыға, Каунас ҡалаһын азат итеүҙә айырылып тора. Һуңынан Мемельск һәм Гумбиннен-Гольдапск һөжүм операцияларында ҡатнаша.

91-се айырым гвардия уҡсылар дивизияһы (3-сө Белорус фронты, 39-сы армия, 5-се гвардия уҡсылар корпусы) командиры гвардия полковнигы В. И. Кожанов Көнсығыш Пруссия стратегик һөжүм операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә. Уның беренсе этабында, Инстербург-Кенигсберг фронт операцияһында, Кожанов дивизияһы 1945 йылдың ғинуарында тотош оборона рубежынан һуғышып 176 километр юл үтә, 343 ауылды азат итә һәм 3000-дән ашыу немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Дивизия Инстер һәм Дайме йылғаларын аша сыға. 2 февралдә Көнсығыш Пруссияның Гермау ҡалаһын ала һәм Пиллау ҡала-портына юлды киҫә, совет частарынан беренселәрҙән булып Кенигсбергтан көнбайыштараҡ Балтик диңгеҙенә сыға. Әммә унда дошман ҡамауында ҡала. 11 февралгә тиклем дивизия ҡамауҙа һуғыш алып бара, һуңынан, командование бойороғо буйынса ҡамауҙы йырып төп көстәргә ҡушыла. 1945 йылдың 6-9 апрелендә дивизия Кенигсбергты штурмлауҙа ҡатнаша, бер нисә урында дошмандың оборонаһын өҙә һәм немец ғәскәрҙәренең Земландск ярымутрауындағы төркөмөнә юлды яба.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указы менән гвардия полковнигы Василий Иванович Кожановҡа Советтар Союзы Геройыисеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы[6] тапшырыла.

Апрель айында дивизия Земландск һөжүм операцияһында ҡатнаша. 1945 йылдың майынан дивизия 39-сы армия менән бергә Алыҫ Көнсығышҡа күсерелә. Унда Байкал аръяғы фронты составына инә һәм 1945 йылдың авгусында совет-япон һуғышында ҡатнаша. Хинган-Мукден һөжүм операцияһы барышында дивизия частары Манчжурия-Монголия сигендә бер-бер артлы Квантун армияһының ике нығытма районын ала,Урленгуй-Гол йылғаһын, Оло Хинган һыртын аша сыға һуғышып Мукденға тиклем барып етә. Унан дивизия марш менән тағы ла бер нисә йөҙ километр үтә һәм 1 сентябрҙә Порт-Артур ҡалаһына инә.

Йыл ярым эсендә уның командалығында 91-се гвардия уҡсылар дивизияһы «Хинган» (20.09.1945) маҡтаулы исеменә лайыҡ була, Ленин (19.02.1945), Ҡыҙыл Байраҡ (2.07.1944), 2-се дәрәжә Суворов (12.08.1944)[7] ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуңғы биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштан һуң Кожанов Совет армияһында хеҙмәтен дауам итә, Порт-Артурҙа дивизия (1945 йылдың көҙөндә ул Приморье хәрби округына керә) менән етәкселек итә. 1946 йылдың июненән — 39-сы армия ғәскәрҙәре командующийының граждандар хакимиәте буйынса урынбаҫары Далянь ҡалаһының хәрби коменданты. 1947йылдың июленән — 72 уҡсылар корпусы командиры урынбаҫары. 1949 йылдың июненән 1951 йылдың октябренә тиклем — Приморье хәрби округы Офицерҙар составын камиллаштырыҙың берләшкән курсының округ етәксеһе (Ворошилов ҡалаһы). 1952 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академия ҡарамағындағы Юғары академик курстарҙы тамамлай, һуңынан элекке вазифаһына кире ҡайта. 1953 йылдың декабренән К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академия уҡытыусыһы (1958 йылдан — Генераль штабтың Хәрби академияһы). 1959 йылдың октябрендә генерал-майор В. И. Кожанов ауырыу сәбәпле отставкаға сығарыла.

Мәскәүҙә йәшәй. «Белем» йәмғиәтендә әүҙем эшләй, методик һәм тикшеренеү эштәре баҫтыра. 1988 йылдың 24 ноябрендә вафат була[8].

Хәрби дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • капитан (ғинуар 1936);
  • майор (10.12.1940);
  • подполковник (ғинуар 1942);
  • полковник (31.03.1943);
  • генерал-майор (5.05.1945).

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Литвала Шауляй һәм Расейняй ҡалаларының почетлы гражданы.
  • Совет осоронда Литва ССР-ының Расейняй районы мәктәптәренең береһенә В. И. Кожанов исеме бирелә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кожанов В. И. Героизм трудящихся г. Москвы и Октябрьского района во время Вооруженного восстания 1905 г., в годы Великой Отечественной войны и в наши дни. — Москва, 1965.
  • Кожанов В. И. Великие патриотические традиции советского народа. — Москва, 1965.
  • Кожанов В. И. Боевые и трудовые подвиги москвичей в Великой Отечественной войне. — Москва: Изд-во ДОСААФ, 1975.
  • Кожанов В. И. Героизм москвичей в годы гражданской войны и иностранной интервенции. — Москва, 1966.
  • Кожанов В. И. Женщины Москвы в бою и труде. — Москва, 1966.
  • Кожанов В. И. Их юность и детство прошли в борьбе. — Москва, 1967.
  • Кожанов В. И. В. И. Ленин о воспитании молодежи на революционных, боевых и трудовых традициях. — Москва, 1969.
  • Кожанов В. И. Организация и проведение уроков мужества. — Москва, 1971.
  • Кожанов В. И. Участие молодежи в Октябрьской революции. — Москва, 1977.
  • Кожанов В. И. Учиться мужеству. — Москва, 1979.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. По другим данным — в ноябре.
  2. В Сибири рождённое. Страницы истории Омского высшего общевойскового командного дважды Краснознамённого училища им. М. В. Фрунзе. — Омск, Омское книжное издательство, 1987.
  3. В 1923 году школа была переведена из Омска во Владивосток.
  4. Причины увольнения не известны, как одна из версий — сказалось пребывание в молодости в Китае.
  5. В биографии В. И. Кожанова в 1-м томе биографического энциклопедического словаря «Герои Советского Союза» (Москва, 1987) и затем во многих публикациях на его основе ошибочно указано, что в 1941 году он окончил Военную академию имени Фрунзе, однако фактически в этой академии он не учился.
  6. Кожанов Василий Иванович  (рус.). AZ Library. 8 июль 2013 тикшерелгән.
  7. Н. В. Огарков. Духовщинско-Хинганская стрелковая дивизия // Советская Военная Энциклопедия. — М.: Воениздат, 1977. — Т. 3. — С. 274—275. — 672 с. — 106 000 экз.
  8. Челябинская область: энциклопедия. — Челябинск: Каменный пояс, 2003—2007. — Том 3: К — Л. — 2004. — 794 с.
  9. Информация о награждениях В. И. Кожанова советскими наградами приведена по: Картотека награждений В. И. Кожанова. // ОБД «Память народа».
  10. Информация о награждении в ОБД «Память народа».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комдивы. Военный биографический словарь. Командиры стрелковых, горнострелковых дивизий, крымских, полярных, петрозаводских дивизий, дивизий ребольского направления, истребительных дивизий. (Ибянский — Печененко). — М.: Кучково поле, 2015. — Т. 4. — С. 266—268. — 330 экз. — ISBN 978-5-9950-0602-2.
  • Дриго С. В. За подвигом — подвиг. — Калининград, 1984. — С.99.