Коркино (ҡала)
Коркино | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1795 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Коркинское городское поселение[d][1] һәм Коркино районы |
Административ-территориаль берәмек | Коркинское городское поселение[d][1], Силәбе өлкәһе һәм Эткүл районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 36 591 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 243 метр |
Майҙан | 109 км² |
Почта индексы | 187045 |
Рәсми сайт | korkino74.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1789 |
Урындағы телефон коды | 35152 |
Коркино Викимилектә |
Коркин (рус. Коркино) — ҡала, Рәсәй Федерацияһы, Силәбе өлкәһе Коркин районының административ үҙәге. Оло Силәбе агломерацияһы составындағы муниципалитет. Ҡала Көньяҡ Уралда урынлашҡан, ҡаланан 35 км алыҫлыҡта — Силәбе.
Ҡалала Көньяҡ Урал тимер юлы линияһының Силәбе — Троицк тармағы станцияһы урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коркин ауылы XVIII быуат урталарында барлыҡҡа килгән. Ҙур булмаған был ауыл Этҡол ҡәлғәһенән 14 саҡрым алыҫлыҡта, Сүмләк йылғаһы буйында, Силәбе ҡәлғәһенән Ырымбурға һәм Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенә илткән дала юлында урынлашҡан. Фараздарҙың береһе буйынса, атама ауылда йәшәгән дүрт ағалы-ҡустылы Коркиндар фамилияһынан бирелгән, улар Шадринск ҡалаһының Коротков ауылында тыуып үҫкән дәүләт крәҫтиәндәре булған, 1736 йылда Силәбе ҡәлғәһендә хеҙмәт итергә теләк белдергән[4].
Башҡа белгестәр, шул иҫәптән Силәбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә яҙған фекер буйынса, Коркин 1746 йылда урыҫ телен белмәгән тиерлек каторга ҡасҡыны, сирмеш милләтле Афанасий Коркин тарафынан нигеҙләнгән[5][6].. Марфа тигән йәш тол ҡатынға өйләнеп, Афанасий Сүмләк йылғаһының ярында кеше күҙенән алыҫыраҡ йорт төҙөгән. Тиҙҙән Коркиндар янына Марфаның тыуған яғы Этҡол ҡәлғәһенән туғандары күсенеп килгән, ә заимка яйлап ҙур булмаған ҡасабаға әйләнә башлаған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1939[7] | 1959[8] | 1967[7] | 1970[9] | 1979[10] | 1989[11] | 1992[7] |
11 600 | ↗84 962 | ↘83 000 | ↘70 890 | ↘63 253 | ↘45 198 | ↘44 500 |
1996[7] | 1998[7] | 2002[12] | 2003[7] | 2005[7] | 2006[7] | 2007[7] |
↘41 600 | ↗41 900 | ↘41 501 | ↘41 500 | ↘39 900 | ↘39 400 | ↘38 900 |
2008[13] | 2009[14] | 2010[15] | 2011[16] | 2012[17] | 2013[18] | 2014[19] |
↗40 266 | ↘38 076 | ↗38 597 | ↘38 499 | ↘38 033 | ↘37 333 | ↘36 219 |
2015[20] | 2016[13] | |||||
↘35 516 | ↘35 186 |
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ иҫәбе буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһынан 456-сы урында булған.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала янында күмер сығарыла. Ҡара күмер ятҡылығы 1931 йылдың яҙында асылған. Күмер ятҡылыҡтары шул тиклем ҙур күләмдә була, тәрәнлеге хатта 200 метрға етә, шуға күрә уны хатта шартлатып та сығаралар. 1936 йылдың 16 июлендә Мәскәү ваҡыты менән теүәл сәғәт 10-да ярты йыл буйы әҙерләнгән, тарихҡа ингән ҡеүәтле «коркин шартлауы» башҡарыла. Был шартлауҙы бөтә донъя сейсмик станциялары теркәгән. Күмер сығарғандағы тау тоҡомдары өйөмдәре бик ҙур территорияны алып ятаһәм А310 трассаһы буйлап 1 км-ҙан оҙонораҡ булып һуҙылып киткән[4]
Экологик хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Коркино — бик күп заводтары булған сәнәғәт ҡалаһы, ҡалала экологик хәл айырыуса киҫкен тора. Атмосфера бысраныу сәбәпле йәшәү өсөн яйлы түгел. 2017 йылға тиклем елһеҙ ваҡытта ҡаланы күмер туҙаны ҡаплай торған була, 2018 йылдың аҙағына хәл яҡшырған, рәсми версия буйынса, разрез газ сығармай башлаған[21].
Коркин тураһында китаптар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Казачья деревня» книга (1930 г., составитель М.Голубых)
- «Коркино: краткий очерк» брошюра (1947 г., составители И.Осауленко и П.Усынин)
- «Новаторы производства» брошюра (1953 г., составитель В.Мелентьев)
- «Коркино — город угольщиков» книга (1960 г., составитель Б.Мещеряков)
- «Слово шахтёра» брошюра (1977 г., составитель Г. В. Михайличенко)
- «Шахта под солнцем» книга (1985 г., составители Ю.Никитин и Ю.Подкорытова)
- «Коркино» книга (1992 г., составитель Е.Корсунова)
- «Коркинский угольный разрез» книга (2000 г., составители И. А. Тынтеров, Ю. М. Кузьменко, Г. Г. Ширкин)
- «Спортивная хроника» (2000 г.)
- «Коркино» (2002 г., составитель Л. К. Суслова)
- «Коркино спортивный» (2002 г.)
- «Коркино» (Трудный уголь поселка) (2004 г. составитель В. В. Цицер)
- Коркино — наш дом (2007 г., составитель Л. К. Суслова)
- Ими гордится Коркинский муниципальный район (2015 г.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2023 года и в среднем за 2022 год и компоненты её изменения (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — 2023.
- ↑ Большая советская энциклопедия. Гл. ред. Б. А. Введенский, 2-е изд. Т. 23. Корзинка — Кукунор. 1953. 636 стр., илл.; 55 л. илл. и карт.
- ↑ 4,0 4,1 Город Коркино и Коркинский карьер
- ↑ Шувалов Н. И. Силач// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 7,7 7,8 Народная энциклопедия «Мой город». Коркино
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 13,0 13,1 Численность постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Челябинской области на 1 января 2005-2016 гг. (численность населения 2004-2010 гг. пересчитана от итогов ВПН-2010) . Дата обращения: 8 апрель 2016. Архивировано 8 апрель 2016 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Чем дышат жители Коркино и Розы и чем грозит засыпание коркинского разреза промотходами?