Эстәлеккә күсергә

Күзкәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күзкәй
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Кузкеевское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Кузкеевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423883
Карта

Күзкәй[2] (Күсәкәй, Күзекәй[3]; татар. Күзкәй, рус. Кузкеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.

Ауыл Сәкәш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығышҡа табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1745 йылдан билдәле[3]. Ауыл Байлар улусының Турай түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күзкәй административ-территориаль улусы составына керә һәм уның үҙәге була[5].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[4].

1809 йылда ауылда мәсет (1821 йылда мәсет ҡарамағында мәктәп асыла); XX быуат башында — улус идаралығы, почта станцияһы, 3 мәсет, 4 мәктәп, 3 һыу һәм 2 ел тирмәне, 4 бакалея кибете, 2 тимерлек, үҙәк икмәк магазины, баҙар, йәрминкә теркәлгән[5][4].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составында була. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[4].

1795 йылда ауылда 182 башҡорт һәм 15 типтәр; 1834 йылда — 423 башҡорт һәм 29 типтәр; 1870 йылда — 463 башҡорт һәм 105 типтәр; 1912 йылда — 941 аҫаба башҡорт һәм 180 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[5][6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][3])
17951834185918701884189719061913192019261938194919581970197919892002
1974529089681483149618282128210814971561128012809631130836622
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 392. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Күзкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 87-92. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 123. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.