Эстәлеккә күсергә

Мөслим (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мөслим — башҡорт ир-ат исеме.

Мөслим башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, ислам динен тотҡан, мосолман тигәнде аңлата[1][2].

Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (12 июнь 1932 йыл — 5 июль 2009 йыл) — уҡытыусы, прозаик һәм публицист.

Мөслим Марат (тулы исеме — Мөслимов Минимулла Нәбиулла улы; 10 май 1909 йыл — 17 август 1975 йыл) — башҡорт шағиры, журналист, тәржемәсе. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты.

Мөслим Мөхәммәт оғлы Магомаев(әзерб. Müslüm Məhəmməd oğlu Maqomayev; 1942 йылдың 17 авгусында, Баҡы — 2008 йылдың 25 октябре, Мәскәү) — совет, Әзербайжан, Рәсәй эстрада һәм опера йырсыһы (баритон), актёр, композитор[3][4][5][6]. СССР-ҙың халыҡ артисы (1973)[7].

Асакируддин Абу́л-Хөсәйен Мөслим ибн әл-Хажаж ән-Найсабу́ри, күберәк имам Мөслим булараҡ билдәле (ғәр. إمام مسلم‎‎; 821, Нишапур — 875, Нишапур) — ислам дин белгесе, хәҙистәрҙе өйрәнеүсе һәм хоҡуҡ белгесе.

Мөслимов Павел Ильич (15 июнь 1967 йыл , Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй биатлонсыһы, Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаттары призеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары.

Мөслим (рус. Муслюмово) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы ауылы.

Яңы Мөслим ауыл Советы — Мәсетле районындағы ауыл биләмәһе.

Мөслим (Вәрәш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы үҙәге. Мөслим ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ