Яңы Ҡатай
Ауыл | |
Яңы Ҡатай Яңы Ҡатай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Яңы Ҡатай (рус. Новокатаево) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Яңы Ҡатай ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 425 кеше булған[1]. Почта индексы — 452671, ОКАТО коды — 80207840001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): көнсығышҡа табан 10 километр алыҫлыҡта
- Яҡындағы тимер юл станцияһынан (Туймазы): төньяҡ-көнсығышҡа табан 83 километр алыҫлыҡта[2]
Яңы Ҡатай ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Маты йылғаһы буйында урынлашҡан[3][4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1842 йылда Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Ҡатай ауылына нигеҙ һалған.
1865 йылда 110 хужалыҡта 865 кеше йәшәгән.
Яңы Ҡатай халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ауылда поташ заводы, 2 һыу тирмәне булған[5]. Яңы Ҡатай янында Оҙонборон утары булған.
1906 йылда 2 мәсет, бакалея лавкаһы, запас иген һаҡланған мөгәзәй булған[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Ҡатай ауылында башҡорттар йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1906 | 1594 | ||||
1920 йыл 26 август | 1888 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1323 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1038 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 615 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 514 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 425 | 209 | 216 | 49,2 | 50,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөгөнгө ауыл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Ҡатай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[7].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латипов Урал Рамдраҡ улы (1951), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. 1998—2000 йылдарҙа Белоруссияның сит ил эштәре министры, 2001—2004 йылдарҙа Белоруссия президенты хакимиәте администрацияһы башлығы.
- Шәйәхмәтов Өлфәт Шәйхизаман улы (15.04.1956), ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылдан финанс-иҡтисад мәсьәләләре буйынса проректор; 2010 йылдан — Ғилми-производство инновацион технологиялар институты директоры. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)[8].
- Күсемов Рәшит Йәмғетдин улы (8.10.1946) — математик, техник фәндәр докторы (1991), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе (2008). 1969 йылда Дүшәмбе ҡалаһында Тажик дәүләт университетын тамамлай. Өфө нефть институтында нефть һәм газ скважиналарын быраулау кафедраһының өлкән инженеры. 1988-2011 йылдарҙа — Төмән индустриаль институтында нефть һәм газ табыу процестарын моделләштереү һәм идара итеү кафедраһы етәксеһе[9].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү].
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар, күлдәр:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр, юл:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡылар:
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы поземельной переписи 1917 года по: д. Бакалы, Белебеевский уезд, Бакалинская волость; фонд , опись , дело 2022 йыл 27 ғинуар архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- Поташные заводы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- ↑ География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- ↑ География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
- ↑ Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Яңы Ҡатай // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Рашит Ямгитдинович Кучумов
- ↑ Улицы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |