Окуджава Булат Шалвович
Окуджава Булат Шалвович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй[1] |
Тыуған көнө | 9 май 1924[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Мәскәү, РСФСР, СССР[2][5][6] |
Вафат булған көнө | 12 июнь 1997[7][8][9][…] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Париж[10] |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Атаһы | Окуджава, Шалва Степанович[d] |
Әсәһе | Налбандян Ашхен Степановна[d] |
Туған тел | мегрельский язык[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | сценарий яҙыусы, шағир, актёр, йырсы, яҙыусы, композитор, романист, гитарасы, йырҙар авторы, автор-исполнитель, поэт-песенник, филолог, прозаик, новеллист |
Уҡыу йорто | филологический факультет Тбилисского университета[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1997 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Музыка ҡоралы | гитара һәм вокал[d] |
Жанр | авторская песня[d], шиғриәт, проза, шиғыр[d], очерк[d], хикәйә һәм шиғыр[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 12 000 ± 99[11] |
Окуджава Булат Шалвович Викимилектә |
Булат Шалвович Окуджава (груз. ბულატი შალვას ძე ოკუჯავა; 9 май 1924 йыл — 12 июнь 1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй шағиры, барды, прозаигы һәм сценарисы, композиторы. Ике йөҙ тирәһе авторлыҡ һәм эстарда йыры авторы, 1960—1980 йылдарҙағы автор йырыжанрының иң сағыу вәкилдәренең береһе. Окуджава йыр һүҙҙәренә үҙенең шиғырҙарын ғына һайламай, Кавказ халыҡ эпостарына ла мөрәжәғәт итә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Гвардия ҡыҙылармеецы (1944).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бала сағы һәм үҫмер йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Булат Окуджава 1924 йылдың 9 майында Мәскәүҙә, Коммунистар академияһында партия уҡыуы өсөн Тифлистан күсеп килгән большевиктар ғаиләһендә тыуа. Атаһы — Шалва Степанович Окуджава, партия эшмәкәре; әсәһе — Ашхен Степановна Налбандян, әрмян[12], әрмән шағиры Ваан Терьяндың туғаны. Ағаһы Владимир Окуджава — Кутаиси губернаторына уңышһыҙ һөжүм иткәндән һуң Рәсәй империяһынан ҡасҡан анархист-террорсы[13]; һуңғараҡ Ленин>ды, Зиновьевты һәм башҡа революция лидерҙарын 1917 йылдың апрелендә Швейцариянан Рәсәйгә алып сыҡҡан пломбаланған вагон пассажирҙары исемлегендә була[14].
Булат тыуғандан һуң атаһы Кавказға грузин дивизияһы комиссары итеп ебәрелә. Әсәһе Мәскәүҙә ҡала, партия аппаратында эшләй. Булат уҡырға Тифлисҡа ебәрелә, 43-сы Тбилиси урта мәктәбендә белем ала тбилиси[15].
Атаһы Тифлис ҡала комитеты секретарына тиклем үрләтелә. Берия менән низағы һөҙөмтәһендә ул Орджоникидзеға үҙен Рәсәйгә партия эшенә йүнәлтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә һәм Уралға, Түбәнге Тагил ҡалаһының вагондар эшләү заводына парторог итеп күсерелә. Һуңынан ул Түбәнге Тагилда партия ҡала комитетының 1-се секретары булып китә һәм ғаиләһен Уралға күсереп ала. Булат 32-се мәктәптә уҡый башлай.
1937 йылда Окуджаваның атаһы Уралвагонстройҙа троцкистарға бәйле эштәр буйынса ҡулға алына. Ҡулға алынған заводы директоры Л. М. Марьясин 1934 йылдың авгусында улар Окуджава менән бергә Уралвагонстройға ауыр сәнәғәт наркомы Орджоникидзе килгәндә уға һөжүм ойошторорға маташыуҙарын белдерә.
1937 йылдың 4 авгусында Ш. С. Окуджава атыла. Шулай уҡ атаһының ике ағаһы ла Троцкий яҡлы булыуҙа ғәйепләнеп, атылыуға хөкөм ителә .
Аталһы ҡулға алынғандан һуң, 1937 йылдың февралендә, әсәһе, өләсәһе һәм Булат Мәскәүгә күсә.
Окуджаваның әсәһе 1938 йылда ҡулға алына һәм Карлагҡа оҙатыла, унан 1947 йылда ғына ҡайта[16]. Окуджаваның атаһының апаһы Ольга (шағир Галактион Табидзеның ҡатыны) 1941 йылда Орел ҡалаһы янында атып үлтерелә.
1940 йылда Булат Окуджава Тбилисиға туғандарына күсенә. Уҡый, һуңынан заводта токарь ярҙамсыһы булып эшләй[17].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Окуджава Булат Шалвович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Bulat S. Okudzhava, 73, Dies; Poet of Dissent in 50's Russia (ингл.) // The New York Times / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 1997. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Москва. Арбат. Памятник Окуджаве // Panoramio — 2009.
- ↑ The Midnight Trolley Bus - Poem by Bulat Okudzhava
- ↑ Bulat Okudzhava // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Bulat Šalvovič Okudžava // Gran Enciclopèdia Catalana (кат.) — Grup Enciclopèdia, 1968.
- ↑ Boulat Okoudjava // Babelio (фр.) — 2007.
- ↑ The Legends of Russian Popular Music // Спутник — 2011.
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Писатели России: автобиографии современников. — М.: Журналистское агентство "Гласность", 1998. — С. 346.
- ↑ Окуджава Б. Ш. Упраздненный театр. — М.: Зебра Е, 2006. — С. 5. — 336 с. — ISBN 978-5-94663-332-1.
- ↑ Списки лиц, проехавших через Германию во время войны 2010 йыл 22 август архивланған.// Владимир Бурцев, «Общее дело», 14.10.1917 и 16.10.1917
- ↑ Клуб 43 — тбилисская школа, в которой учились Окуджава и Таривердиев
- ↑ Быков Д. Булат Окуджава Главы из книги. Вступительная заметка автора Архивная копия на Wayback Machine // Дружба народов. — 2008. — № 11.
- ↑ Быков Д. Л. Булат Окуджава. — М.: Молодая гвардия, 2009. — 784 с. (Серия «Жизнь замечательных людей»). — ISBN 978-5-235-03255-2.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рудницкий К. Песни Окуджавы и Высоцкого // Театральная жизнь. 1987. № 14-15
- Булат Шалвович Окуджава: [Библиогр. 1945—1993] / Сост. И. В. Ханукаева // Рус. писатели. Поэты: (Совет. период). Библиогр. указ. — Т. 16. — СПб.: Рос. нац. б-ка, 1994. — С. 180—275.
- Быков Д. Л. Булат Окуджава. — М.: Молодая гвардия, 2009. — 784 с. (Серия «Жизнь замечательных людей»). — ISBN 978-5-235-03255-2.
- Голос надежды: Новое о Булате Окуджаве. Вып. 1—10 / Сост. А. Е. Крылов. М.: Булат, 2004—2013. — ISBN 5-98557-001-0.
- Гизатулин М. Булат Окуджава: «… из самого начала» — М.: Булат, 2008. — ISBN 978-5-98557-010-6
- Кулагин А. В. Лирика Булата Окуджавы: Науч.-попул. очерк. — Изд. 2-е, перераб. — М.: Булат, 2019. — 178 с. — ISBN 978-5-91457-025-2.
- Tumanov V. Listening to Okudzhava: Twenty-Three Aural Comprehension Exercises in Russian. Newburyport MA: Focus Publishing R. Pullins & Company [accompanied by audio CD]. 1996. 2nd. Ed: 2000.
- Лемхин М. А. «Фотограф щёлкает, и птичка вылетает». — Лос Анджелес, Bulat Okudzhava USA Cultural Fund, 2015. — 78 с.
- То же. — М.: Совпадение, 2017
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 майҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 12 июндә вафат булғандар
- 1997 йылда вафат булғандар
- Парижда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Жуков миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- XX быуат педагогтары
- СССР педагогтары
- Тарихи романдар авторҙары
- Алфавит буйынса рус яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- XX быуат рус яҙыусылары
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- Рус шағирҙары
- Шәхестәр:Переделкино
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Совет гвардияһы
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса музыканттар
- XX быуат яҙыусылары
- Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- XX быуат шағирҙары
- Рәсәй шағирҙары
- СССР шағирҙары