Райнер Мария Рильке
Райнер Мария Рильке | |
Rainer Maria Rilke | |
Райнер Рильке 1900 йылда | |
Исеме: |
Рене Карл Вильгельм Иоганн Йозеф Мария Рильке |
---|---|
Тыуған урыны: |
Прага, Богемия, Австро-Венгрия |
Вафат булған урыны: |
санаторий Вальмон, Швейцария |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: | |
Йүнәлеше: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Тормош һәм йырҙар» («Leben und Lieder», «Жизнь и песни») (1894) |
Ҡултамғаһы: | |
Райнер Мария Рильке (немецсә Rainer Maria Rilke, тулы исеме 'René Karl Wilhelm Johann Josef Maria Rilke — Рене Карл Вильгельм Иоганн Йозеф Мария Рильке; 4 декабрь 1875 йыл — 29 декабрь 1926 йыл — XX быуаттың модернист шағирҙарының иң күренеклеһе. Австрия гражданы, немец телендә ижад иткән. Италияның Триест ҡалаһында, Парижда, Швейцарияла йәшәгән. Проза әҫәрҙәре лә яҙған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Райнер Мария Рильке 1875 йылдың 4 декабрендә Прагала тимер юл ведомствоһы чиновнигы Йозеф Рильке һәм Софи Рильке (ҡыҙ фамилияһы Энтц) ғаиләһендә беренсе бала булып тыуған. Уға Рене Карл Вильгельм Иоганн Йозеф Мария Рильке тигән исем биргәндәр. Һуңынан уның ҡустыһы донъяға килгән.
1884 йыл — ата-әсәһе айырылышҡандан һуң, Рильке атаһы менән ҡала. Ошо йылда ул тәүге шиғырҙарын яҙа.
1886—1891 — кадет һәм юғары хәрби реаль училищелә уҡый.
Сентябрь 1891 — май 1892 — сауҙа училищендә уҡый (Линцтағы сауҙа академияһы).
1892—1895 — урта белем алып, Прагала өлгөргәнлек аттестатына имтихандар бирә. Тәүге хикәйәләрен яҙа, шул иҫәптән Пьер Дюмон (1894). Беренсе шиғыр китабы «Тормош һәм йырҙар» («Жизнь и песни») (1894) баҫылып сыға.
1896 — Прага университетенең философия, һуңынан юридик факультеттәрендә уҡый. «Жертвы ларам» шиғри йыйынтығы сыға.
1897 — Италияға тәүге сәйәхәте (Арко, Венеция). Германияға ҡайтҡас, Лу Андреас-Саломе менән таныша, Рәсәй менән ҡыҙыҡһына башлай. 1897 йылдың октябре — Берлингә күсеп килеп, Берлин университетендә 1901 йылға тиклем уҡый. Бында өс шиғри йыйынтыҡ, шул иҫәптән «Юл япрағы» («Подорожник»), «Төштәр менән данланған» («Увенчанный снами»).
1898 — «Сочельник» шиғри йыйынтығы, бәләкәй проза әҫәрҙәре йыйынтығы «Тормоштан ситтә» («Мимо жизни»), «Бөгөнгөһөҙ» («Без настоящего») драмаһы баҫылып сыға. Яҙ көнө — Италияға икенсе сәйәхәт ҡыла (Арко, Флоренция, Виареджо).
1899 йыл Апрелдән июнгә тиклем — үҙенең тәүге дуҫ ҡыҙы Лу Андреас — Саломе менән Рәсәй империяһына (Мәскәү — Петербург) беренсе сәйәхәте. Үҙенең исемен дуҫ ҡыҙының үтенесе буйынса Рененән Райнерға алыштыра. Ул Рәсәйҙә Лев Толстой, рәссамдәр Илья Репин һәм Борис Пастернактың атаһы Леонид Пастернак менән осраша. Германияла Райнерҙың ике китабы сыға: «Ике Прага тарихы»(«Две Пражские истории») һәм «Миңә байрамға» («Мне на праздник») (Mir zur Feier).
1900 йыл Бәләкәй проза йыйынтығы «О Господе Боге и иное» сыға. Был китапта Рилькенең Италияға һәм Рәсәйгә сәйәхәт ҡылыуы тураһында яҙылған. Майҙан алып август бөткәнсе — Рәсәйҙә икенсе тапҡыр булыуы (Мәскәү — Тула — Ясная Поляна — Киев — Кременчуг — Полтава — Харьков — Воронеж — Саратов — Симбирск — Казан — Нижний Новгород — Ярославль — Мәскәү). Рәсәйгә был килеүендә ул Пастернактарҙың ғаиләһе менән икенсе тапҡыр осраша һәм шағир Спиридон Дрожжин менән таныша. 1900—1901 йылдарҙа бер нисә шиғырын рус телендә яҙа. Һуңғараҡ ул үҙенең тыуған иле тип Богемия менән Рәсәйҙе атай[1]. Аҙаҡтаныраҡ ул Марина Цветаева менән хаттар алыша, тик улар бер генә тапҡыр ҙа осраша алмайҙар. Цветаева Рилькенең иҫтәлегенә «Яңы йыл» («Новогоднее») поэмаһын һәм «Һинең үлемең» («Твоя смерть») очеркын яҙа. Был йылдарҙа Райнер рус әҙәбиәте менән бик ныҡ ҡыҙыҡһына, Толстой, Достоевский, Чехов, « Игорь полкы тураһында һүҙ» («Слово о полку Игореве»), С. Дрожжин, 3. Гиппиустың яҙған әҫәрҙәрен уҡый. Августан алып рәссам Генрих Фогелерҙың саҡырыуы буйынса Рильке Ворпсведе ауылында йәшәй. Ул бында рәссамдарҙың коммунаһында була, һынсы Клара Вестхоф һәм рәссам Паула Беккер менән таныша. Оҙаҡламай ул Клара Вестхофҡа өйләнә, ә Паулаға үҙенең «По одной подруге» реквиемын бағышлай.
1901 йыл декабрҙә ҡыҙы Рут (Ruth) тыуа..
1902 йыл «Һуңғылар» («Последние») исемле новеллалар йыйынтығы, «Аждаһаны еңеүсе» («Победивший дракона») хикәйәһе, «Тормош кеүек тормош» («Жизнь как жизнь») драмаһы, «Тәүге шиғырҙар» («Ранние стихотворения») йыйынтығының беренсе варианты, «Картиналар китабы»(«Книги картин») нәшер ителә. Августа Парижға күсенә, бында Роден менән таныша.
1903 йыл Рилькенең сәнғәт тураһындағы ике китабы : «Ворпсведе» һәм «Огюст Роден» - баҫылып сыға. Франц Каппус менән 1908 йылға тиклем хаттар алыша. Һуңынан был хаттар нигеҙендә «Йәш шағирға хаттар» («Письма к молодому поэту») китабы донъя күрә. Италияға (Генуя, Виареджо) тағы ла бара, йәйҙе Ворпсведелә үткәрә. Көҙ көнө Римгә күсенә.
1904 йыл Прозалар китабы «Истории о Господе Боге» баҫылып сыға. «Аҡ кенәз ҡатын» («Белая княгиня») драмаһын яҙып бөтөрә. Июнь аҙағынан декабрь бөткәнсе тәүҙә Швецияла, һуңынан Данияла йәшәй.
1905 йыл Шағир Париж янындағы Медонда , Родендың ҡала ситендәге оҫтаханаһында йәшәй һәм рәссамдың сәркәтибе вазифаһын башҡара. Раштыуаға ул «Часослов» китабын баҫтырып сығара..
1906 йыл Ғинуарҙа Шартрға килә һәм Шартр соборы тураһындағы шиғырҙар циклын яҙа башлай. Яҙ көнө Германия буйлап сәйәхәт итә. Майҙа Роден уны, бер ниндәй аңлатма ла бирмәйенсә, эштән сығара һәм Рильке Парижға күсә. « „Песнь о любви и смерти корнета Кристофа Рильке“ (1899 йыл яҙылған) китабы һәм „Книги картин“ китабының икенсе баҫмаһы сыға..
1907 йыл Каприҙә йәшәй һәм Максим Горький менән осраша.. Рудольф Касснер менән таныша һәм дуҫлаша. Октябрь аҙағына тиклем Парижда була. „Көҙгө салонда“ („Осенний салон“) Сезанндың күргәҙмәһендә була. Һуңғараҡ „Сезанн тураһында хаттар“ („Письма о Сезанне“) тигән китабын яҙа. „Яңы шиғырҙар“ („Новые стихотворения“ китабының беренсе өлөшө сыға . „Огюст Роден“ тураһындағы китабын , үҙенең бөйөк һынсы тураһындағы сығышы менән тулыландырып, икенсе тапҡыр баҫтырып сығара.
1908 йыл: Италияға сәфәре. Май — Парижға күсеүе һәм Роден менән яңынан киң аралаша башлауы. „Яңы шиғырҙар“ (Новые стихотворения») китабының икенсе өлөшөн һәм Англия шағирәһе Элизабет Баррет Браунингтың «Португал теленән сонеттар» (Сонеты с португальского") тәржемәһен нәшер итә.
1909 йыл «Реквием» китабы сыға. Кенәз ҡатын Мария фон Тур-унд-Таксис Гоген менән таныша һәм үлгәнсе уның ярҙамы менән файҙалана. «Тәүге шиғырҙар» («Ранние стихотворения») китабының тулыландырып эшкәртелгән баҫмаһы донъя күрә.
1910 йыл Тур-унд-Таксистың Триест янындағы Дуино замогында йәшәй, һуңынан Венецияға һәм Парижға сәйәхәт ҡыла. Ноябрҙә Төньяҡ Африкала сәйәхәттә йөрөй. «Мальте Лауридс Бригге яҙмалары» («Записки Мальте Лауридса Бригге») китабы баҫылып сыға.
1911 йыл Төньяҡ Африкала буйлап сәфәрен дауам итә, аҙаҡ Парижға әйләнеп ҡайта. Кенәз ҡатын Мария фон Тур-унд- Таксис менән Париждан Дуиноға автомобилдә бергә ҡайта.
1912 йыл «Дева Марияның тормошо» (Жизнь Девы Марии" шиғри циклдарының һәм беренсе «Дуино элегиялары» («Дуинские элегии») китабының барлыҡҡа килеүе. Венеция һәм Испанияға йорөп ҡайтҡас, француз теленән билдәһеҙ ҡалған авторҙың «Магдалинаның мөхәббәте» («Любовь Магдалины») тигән XVII быуаттың китабын тәржемә итә.
1913 «Дева Марияның тормошон» («Жизнь Девы Марии»), «Беренсе шиғырҙарын» («Первые стихотворения») һәм «Португалия хаттарының» («Португальские письма») тәржемәһен баҫтыра. Микеланджелоның лирик әҫәрҙәрен тәржемәләй башлай..
1914 Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, «Биш гимн» («Пять гимнов») шиғырҙар циклын яҙа .
1915 йыл буйына Мюнхендә йәшәй. «Дуино элегияларын» («Дуинские элегии») яҙыуын дауам итә.
1916 Ярты йылға Австрия — Венгрия армияһынын хәрби архивына эшкә саҡырыла.
1918 йыл Рильке "Лиондағы Луиза Лабэның егерме дүрт сонетының « („Двадцать четыре сонета Луизы Лабэ Лионской“) (итальян һәм француз теленән, XVI быуат) тәржемәһен баҫтыра. Шулай уҡ Микеланджелоның шиғырҙарын, Петрарканың ике сонетын тәржемә итә.
1920 йыл „Граф К. В. мираҫы“ („ Из наследия графа К. В.“) шиғри циклын», Аҡ кенәз ҡатын" («Белая княгиня») драмаһын баҫтырып сығара.
1921 йыл Швейцарияның Вале кантонында, Мюзо замогында, йәшәй. Поль Валериҙың әҫәрҙәрен бик ҙур ныҡышмалылыҡ менән тәржемәләй. .
1922 йыл Йыл әйләнәһенә тиерлек бер ҡайҙа ла сыҡмайынса Мюзола йәшәй. Февраль айында ижадының иң һөҙөмтәле, сәскә атҡан осоро башлана. Шағир « Дуино элегияларын» (Дуинские элегии") яҙып бөтә, «Орфейға сонеттар» («Сонеты к Орфею») яҙа. Был сонет бик тиҙ генә яҙыла. 1922 йылда Мюзо замогында Рильке 55 шиғырҙы бары 14 көн эсендә ижад иткән. 1923 йылда улар бер китап булып сығалар. Был шиғырҙар китабы Рилькенең иң шәп һәм иң һуңғы шиғырҙары. Әйткәндәй, 1926 йылда ул тағы бер шиғырҙар йыйынтығы сығара. Был йыйынтыҡ , ваҡытынан алда лейкемия сиренән вафат булған 19 йәшлек бейеүсе ҡыҙ Вера Оукама Кноопҡа бағышланып, французса яҙылған сонеттар була.
1923 йыл «Дуино элегиялары» («Дуинские элегии») һәм «Орфейға сонеттар» («Сонеты к Орфею») баҫтырылып сығарыла. 1923 йылдан башлап шағир Террите (Territet) шифаханаһында (Женева күле янында) , һаулығы насарайып китеү сәбәпле, бик оҙаҡ дауалана. Табибтар бик оҙаҡ уға дөрөҫ диагноз ҡуя алмайҙар. Бары тик Рилькенең үлере алдынан ғына шағирҙың лейкемия менән ауырығанын беләләр. 1924 йыл Мюзола йәшәй башлай. Иң күренекле һуңғы шиғырҙарын ошо замокта француз телендә яҙа. Йәйен Рагац курортында үткәрә.
1925 йыл Германияла Валери шиғырҙарының тәржемәһе сыға.
1926 йыл Мюзола һәм Рагацта йәшәй. Марина Цветаева менән хаттар алыша. Көҙөн йә Мюзола, йә Лозаннала, йә Сьонда, йә Сиеррала йәшәй. Рилькенең француз телендә яҙылған «Баҡсалар» («Сады»), «Валезан катрендары» («Валезанские катрены») китаптары донъя күрә. Поль Валери шиғырҙарын тәржемәләй. 30 ноябрь — ҡабат Валь -Монт клиникаһында дауалана. 29 декабрь — лейкемиянан вафат була.
Ул үҙенең ҡәбер ташына үҙе уҡ яҙма яҙып ҡалдырған.
Швейцарияның Вале кантонындағы Рарон коммунаһының ауыл зыяратында ерләнгән.
Үҙенең иң яратҡан китаптары тип Библияны һәм Йенс Петер Якобсен әҫәрҙәрен атаған..
Рильке хөрмәтенә Меркурийҙәге кратерға шағирҙың исеме бирелгән. Шағирҙың портреты Австрия почта маркаһында 1976 йылда төшөрөлгән.
Төп әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғри йыйынтыҡтар:
- Жизнь и песни / Leben und Lieder (1894)
- Жертвы ларам / Larenopfer (1895)
- Увенчанный снами / Traumgekrönt (1897)
- Сочельник (другой вариант перевода — Адвент) / Advent (1898)
- Первые стихотворения / Erste Gedichte (1903)
- Мне на праздник / Mir zur Feier (1909)
- Книга образов / Buch der Bilder (1902)
- Часослов / Stundenbuch (1905)
- Новые стихотворения (I—II)/ Neue Gedichte (1907-08)
- Цикл «Жизнь Девы Марии» / Das Marien-Leben (1912)
- Дуинские элегии / Duineser Elegien (1912/1922)
- Сонеты к Орфею / Sonette an Orpheus (1923)
- Явления Христа
Проза: Роман
- Записки Мальте Лауридса Бригге / Die Aufzeichnungen des Malte Laurids Brigge (1910)
Хикәйәләр:
- Пьер Дюмон (1894)
- Истории о Господе Боге (1900)
- Победивший дракона (1902)
- Песнь о любви и смерти корнета Кристофа Рильке (1906)
Сәнғәт тураһындағы китаптарҙан
Хаттар
Сәйәхәттәр тураһындағы яҙмалар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Anna A. Tavis. Rilke's Russia: A Cultural Encounter. — Northwestern University Press, 1997. — P. 1. — (Studies in Russian Literature and Theory). — ISBN 0810114666.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Раздел Р. М. Рильке на сайте «Небесное Искусство». Проза, поэзия, переводчики. (рус.)(рус.)
- Поэзия Рильке в переводе Дмитрия Щедровицкого
- «Дуинские элегии» в переводе Олега Дарка
- Литературоведческая статья в энциклопедии «Кругосвет». (рус.)(рус.)
- Международное общество Рильке. (нем.)(нем.)
- Стихи, творчество и биография. 2016 йыл 8 март архивланған. (нем.)(нем.)
- «Сонеты к Орфею» в переводе Карена А. Свасьяна (рус.)(рус.)
- «Дуинские элегии» в переводе Вячеслава Куприянова 2013 йыл 24 июль архивланған.
- Стихи Рильке в переводах Вячеслава Куприянова
- Рильке, Райнер Мария в "Сетевой Словесности"
- Рильке, Райнер Мария (англ.) на сайте Find a Grave
- Райнер Мария Рильке «Книга Часов» издательство «Libra Press», 2015 978-5-9906440-1-4
- Райнер Мария Рильке в программе Александра Карпенко «Книги и люди» на Диалог-ТВ. Выпуск № 16