Рәми
Викидатала элемент тултырылмаған |
Рәми — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәми исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, уҡ атыусы, уҡсы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл — 20 февраль 1977 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1 май 1918 йыл — 16 май 1994 йыл) — совет уйлап табыусы ғалимы, Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы («Стрела», «Урал-1») эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы, әҙәби псевдонимы Дәрдмәнд (23 ноябрь 1859 йыл — 9 октябрь 1921 йыл) — шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй империяһының 1‑се Дәүләт думаһына Ырымбур губернаһынан депутат (1906). «Ваҡыт» гәзитен һәм «Шура» журналын ойоштороусы. Алтын приискыһы хужаһы. Рәмиевтәр нәҫеленән.
Рәмиев Сәғит Лотфулла улы (татар. Сәгыйть Рәмиев; 12 февраль 1880 йыл — 16 март 1926 йыл) — татар шағиры.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәми Ғарипов музейы - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Арҡауыл ауылында урынлашҡан йорт-музейы
Рәми Ғарипов исемендәге премия - 1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарафынан ошо уҡыу йортон 1950 йылда тамамлаған Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов хөрмәтенә һәм уның исемен мәңгеләштереү йөҙөнән булдырылған.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты — дөйөм белем биреү мәктәбе. Өфө ҡалаһының 9-сы башҡорт мәктәбе нигеҙендә 1944 йылда башҡорт балалары өсөн махсус асылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |