Сабит (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Сабит — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабит исеме ғәрәп теленән килеп ингән. Һүҙендә ныҡ тороусы, даими, тоғро тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы, әҙәби псевдонимы Әбүс (27 декабрь 1904 йыл — 10 ғинуар 1974 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.
Абдуллин Сабит Ғәбит улы (рус. Абдуллин Сабит Габитович) (1902 йыл — 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкының 2-се эскадронында отделение командиры. Сержант.
Йәғәфәров Сабит Фәтих улы (1 ғинуар 1935 йыл — 16 июнь 1981 йыл) — быраулау мастеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы (11 ғинуар 1925 йыл — 9 июнь 1971 йыл) — композитор, дирижер. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1951). Ғәлимов Сәләм исемендәге (1968) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1972). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.
Сабитов Рөстәм Нариман улы (5 декабрь 1955 йыл) — башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010), Рәсәй Композиторҙары союзының Дмитрий Шостакович исемендәге премияһы лауреаты (2001).
Сабитов Сәлих Ғиззәт улы (10 октябрь 1912 йыл — 18 май 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия уҡсылар полкының миномет ротаһы тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы (20 декабрь 1946 йыл) — журналист, яҙыусыһы, драматург, топонимист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2001—2006 йылдарҙа Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан «Салауат» гәзите мөхәррире. 1992 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, 2002 йылдан — Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989), Х. Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).
Сабитов Рәшит Мәхмүт улы (27 март 1937 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында тыуған. РСФСР матбуғаты алдынғыһы (1987).
Сабитов Сәләм (Ғәбсәләм) Сабит улы (рус. Сабитов Салям (Габсалям) Сабитович) 1921 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Сабитов Камил Басир улы (15 май 1951 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996).
Сабитов Хәй Сабит улы (15 сентябрь 1915 йыл, Яңы Ҡанысар ауылы, Мамадышский өйәҙе, Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы — 24 декабрь 1993 йыл, Ижевск, Удмурт Республикаһы) — удмурт совет йырҙары яҙыусы шағир (татар сығышлы), радиожурналист. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы(1964). УАССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |