Тәүәкән
Ауыл | |
Тәүәкән (Сәңкем) рус. Таваканово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453334 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тәүәкән (рус. Таваканово; икенсе атамаһы Сәңкем) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 581 кеше[2]. Почта индексы — 453334, ОКАТО коды — 80238875006.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[3].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1795 йыл | 86 | ||||
1859 йыл | 332 | ||||
1900 йыл | 430 | ||||
1920 йыл 26 август | 496 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 465 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 551 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 378 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 467 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 581 | 294 | 287 | 50,6 | 49,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Мораҡ): 54 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Теләүембәт): 12 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 77 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая )
- Ҡунъяп урамы (рус. улица Куньяп )
- Урман урамы (рус. улица Лесная )
- Туғай урамы (рус. улица Луговая )
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная )
- Яр буйы урамы (рус. улица Набережная )
- Яңы урам (рус. улица Новая )
- Ялан урамы (рус. улица Полевая )
- Сәнкем урамы (рус. улица Сэнкем )
- Юл урамы (рус. улица Дорожная )[4]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүәкән ауылына XVIII быуат уртаһында нигеҙ һалына. Беренсе күскенсе Мөхәмәтйәр Тәүәкәновтың улы (1780—1814) билдәле. 1795 йылда ауылда 86 кеше һәм 19 йорт хужалығы була. 64 йылдан һуң халыҡ һаны 332 кешегә, ә ихаталар — 55-кә етә. 1920 йылда 110 йорт хужалығында 496 кеше була.
1842 йылда 264 кеше 12 бот ужым һәм 768 бот яҙғы иген сәселгән[5].
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйенов Арыҫлан Вәхит улы, 10-сы класс. Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы ер-һыу атамалары[6].
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мораҙым. 13 февраль 2019, Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында спорт ярышы үтте[7]
- Башҡортостан. 18 ноябрь 2020. Ут яна, юл һалына[8]
Сайтта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 09 декабрь 2016. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында «Ҡорама байрамы» үтте[9]
- Һигеҙ ожмах асҡысы[10]
Видеофильмдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салихова Гөлназ Салауат ҡыҙы. Дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу[11]
- «Одуванчик» ҡатын-ҡыҙҙар йыр ансамбле. «Һаумы, тиҙәр гөлдәр!» Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы[12]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7.02.1934—11.01.2023), Советтар Союзы һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12.12.1993—15.07.2010).
- Шәһәров Ишбулды Рәжәп улы (23.05.1929—2010), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы[13].
- Әбдерәхимов Рәйеф Рамазан улы (13.10.1969), дәүләт эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-Министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе[14].
- Уразбаева Зәкиә Ғәрифйән ҡыҙы (13.09.1946), башҡорт телсеһе. Филология фәндәре кандидаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы деревни Таваканово
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 149. 2022 йыл 9 апрель архивланған.
- ↑ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле. Диалектология һәм ономастика буйынса һәләтле уҡыусыларҙың IV Республика ғилми-ғәмәли конференция материалдары 16 апрель 2018 йыл 4-се йыйынтыҡ. 95 — 109-сы биттәр
- ↑ [1]
- ↑ [2]
- ↑ Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
- ↑ Киске Өфө
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Ими гордится район. Журнал «Ватандаш» 2020 йыл 20 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
- ↑ Исполняющим обязанности заместителя Премьер-министра Правительства Башкортостана назначен Раиф Абдрахимов. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт 2021 йыл 5 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 май 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәүәкән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 май 2019)
- Таваканово | Генеалогия и архивы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2019)
- Деревня Таваканово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 май 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |