Эстәлеккә күсергә

Тусыбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Тусыбай
Тусыбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балтас районы

Координаталар

55°59′14″ с. ш. 55°42′06″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 208 840 001

ОКТМО коды

80 608 440 101

ГКГН номеры

0521573

Тусыбай (Рәсәй)
Тусыбай
Тусыбай
Тусыбай (Башҡортостан Республикаһы)
Тусыбай

Тусыбай (рус. Тучубаево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 381 кеше[1]. Почта индексы — 452985, ОКАТО коды — 80208840001.

Ауылға нигеҙҙе 1722 йылда Таҙлар (Таҙ) ырыуы башҡорттары һалған.

Тусыбай ауылы (исеме боҙолған, дөрөҫө: Туйсыбай) 1722 йылда Таҙлар улусы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә нигеҙләнгән.[2]. Ауылға уға нигеҙ һалған Туйсыбай исемле кеше исеме бирелгән. Тикшеренеүселәр фекеренсә, яңы ауылға Иҫке Таҙлар ауылы (хәҙерге Борай районы) башҡорттары нигеҙ һалған, сөнки уның икенсе исеме — Иҫке Таҙлар. [3] (57-се бит) Ярайһы ҙур Таҙ ҡәбиләһе XIII быуатта Каспий ерҙәрендә Эмба һәм Яйыҡ (Урал) йылғалары араһында күсеп йөрөй. Таҙ халҡының Уралға күсенеүе хандарҙың үҙ-ара низағтарына бәйле. Таҙҙарҙың бер нисә төркөмө Табын, Үҫәргән, Бөрйән һәм башҡа ҡайһы бер ҡәбиләләргә ҡушыла. Һуңыраҡ Таҙ халҡы көнсығышҡа (Уралға йүнәлә, заводтар төҙөлә башлағас, көнбайышҡараҡ күсенә) һәм көнбайыш (Тере Танып йылғаһы буйына йүнәлә) төркөмдәргә бүленә. Танып буйындағы Таҙҙар табындар һәм әйлеләр менән туғанлыҡ бәйләнештәрен һаҡлай. XVI быуатта Ирәкте башҡорттары Танып буйы Таҙ ырыуы аҫаба ерҙәренә индерелә. Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы Ирәкте ауылдары — Сурапан, Түбәнге Ҡанһөйәр, Текән һәм Түбәнге Һикеяҙ ауылдары. [4] [3] (19-сы бит)

Балтас районындағы Таҙлар ырыуы (улусы) ауылдары: Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк, Тусыбай.

1834 йылда ауылда 147 башҡорт һәм 250 типтәр була. 1859 йылда ауылда 241 башҡорт (49 йорт)һәм 435 типтар (75 йорт) теркәлгән. Аҫаба башҡорттар: Әхмәҙи Хөснөтдинов, Ҡорбанғәли Ғәбиҙуллин, Миңлебай Тимербаев, Батырша Вәлишин, Әхтәм Ҡолоев, Гөзәйер Айытҡолов, Ғәләетдин Мифтахетдинов, Шәһиморат Сәлимов. Уларҙың тамғалары ла һаҡланып ҡалған[5].

1843 йылда 147 башҡорт 144 бот ҡышлау һәм яҙғы һабан иген сәсә. Башҡорттар башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән: йылҡы, һыйыр, ваҡ мал (78 һарыҡ, 59 кәзә) тотҡандар. Ауылда тирмән булған.[2]

1920 йылда бында 1019 кеше йәшәгән (197 йорт)[5] .

Хәҙер Тусыбайҙа урта мәктәп (бина 1981—1983 йылдарҙа төҙөлгән), фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл мәҙәниәт йорто (бина 1974 йылда төҙөлгән), китапхана (1931 йылдан алып эшләй), балалар баҡсаһы, магазиндар бар. Ауылда мәсет асылған.

Бөтә башҡорттар кеүек үк, Тусыбай башҡорттары ла хәрби ҡатламға ингән (10-сы башҡорт кантоны).

Ҡайһы бер документтарҙан өҙөктәр Таҙ ырыуы тарихы тураһында ҡайһы бер мәғлүмәт алырға мөмкин:

«… Ноября в 26 день (1710 йыл) писана запись такова: Уфинского уезду Сибирской дороги, Кайпанские волости деревни Кайпан башкирец Кульмет Точюбаев дал на Уфе сию на себя запись. Уфинского ж уезду, Осинской дороги, Гайнинской волости деревним Сараш башкирцу Мурзаметю Азменеву в томя, что поступился я. Кульметь, ему, Муфрзаметю, вотчиною деда своего Якшиметя Янгильдина, юртом и пахотною землею, и сеннымы покосы, и лесом, и всякими лесными ухожьи. И вольно, ему, Мурзаметю, в том лесу бревна и дрова рубить, и всякого зверя побивать, и в борти лазить, и вновь борти делать, и хмель щипать. И жити ему, Мурзаметю, с нами в той вотчине вместе и всякие великого государя подати платить нам вопче, как дед мой…»

(Материалы по истории Башкирской АССР, т. 3, М.-Л., 63-сө бит).

«… поступился я, Кульметь, ему, Мурзаметю, вотчиною деда своего Якшиметя Янгильдина…» Ҡолмәттең олтаһы- Яҡшымәт Йәнгилдин. Уларҙың ерҙәре әлеге Тәтешле районы Иҫке Ҡайпан (Будум, ары Тол йылғаларына тиклем), Кәлтәү ауылдарынан ары булған тигән мәғлүмәттәр архив документтарында осрай. Таҙ ырыуының ҡайһы бер ерҙәренә Ирәкте ырыуы башҡорттары индерелеүе тураһындағы яҙмаларға был һис ҡаршы килмәй. Балтас районындағы Ирәкте ауылдары Текән, Сурапан, Түбәнге Һикеяҙ, Түбәнге Ҡанһөйәр Тәтешле районыныдағы Аҡсәйет, Иҫке Соҡор, Иҫке Күрҙем, Яңғыҙнарат һ.б. Таҙ ырыуы ауылдары араһында ултыра.

1762 йылда Таҙлар улусы башҡорттары Уразгилде Сәйтәков менән Точибай (Тусыбай) Яҡшыметов (Тусыбай ауылына нигҙ һалған) Иманғол Тәнәкәев етәкселегендәге Ирәкте ырыуы башҡорттарын үҙ ерҙәренә индереү тураһында килешеүҙе яңырта. Тусыбайҙың олатаһы- Яҡшымәт Йәнгилдин, хәҙерге Тәтешле районы Иҫке Ҡайпан ауылы аҫаба башҡорто, бик күп ерҙәргә хужа булған.

1785 йылда тыуған зауряд-хорунжий Сәлим Салсы (Салчы) улы Туйсыбаев (Туйсыбайҙың ейәне) 5-се башҡорт полкы менән бергә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша, «француз ғәскәрҙәренә ҡаршы походтарҙа һәм эштәрҙә була һәм Парижды алған өсөн көмөш миҙал менән бүләкләнә». Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйында сик буйы хеҙмәтендә Сәлим Туйсыбаев 5 тапҡыр була. Хәҙерге заманда Сәлимов фамилияһын уның күп вариҫтары йөрөтә[5].

Ауыл атамаһы килеп сығышы тураһында «ауылға башы таҙ булған кеше башлап килеп ултырған да, ауыл исеме шунан килеп сыҡҡан», тигән фараз бер ниндәй сығанаҡ менән дә иҫбатланмай.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 381 189 192 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 22 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 90 км

Колхоз урамы

Мәктәп урамы

Алик Харис улы Лоҡманов- композитор, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)