Уҡытыусылар көнө
Уҡытыусылар көнө — мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. СССР-ҙа 1965 йылдан рәсми байрам итәлә.
Рәсәйҙә һәм яҡын сит илдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байрам СССР Юғары Советы президиумы указы менән 1965 йылдың 29 сентябрендә индерелә һәм йыл һайын октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә. 1994 йылдан башлап Рәсәй Федерацияһында уҡытыусылар көнөн 5 октябрҙә[1] Бөтә донъя уҡытыусылар көнө менән бергә байрам ителә.
Был байрам Белоруссияла, Латвияла, Ҡаҙағстанда һәм Украинала октябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Үзбәкстанда Уҡытыусы көнө 1 октябрҙә үткәрелә.
Әзербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла, Әрмәнстанда , Эстонияла — 5 октябрҙә билдәләнә.
Был көндө, ғәҙәттә, уҡыусылар уҡытыусыларын ҡотлай, гөлләмәләр һәм бүләктәр тапшыра, үҙешмәкәр концерттар ойошторола, үҙнәшер газеталар баҫтырыла, үҙидара көнө үткәрелә.
Башҡа илдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Австралия: — Октябрҙең һуңғы йомаһында билдәләнә[2].
- Албания: — 8 мартта билдәләнә.
- Аргентина: — 11 сентябрҙә, Доминго Фаустино Сармьенто иҫтәлегенә билдәләнә.
- Бразилия: — 15 октябрҙә билдәләнә.
- Вьетнам: — 20 ноябрҙә билдәләнә.
- Һиндостан: — 15 сентябрҙә билдәләнә (Сарвепалли Радхакришнананың тыуған көнө).
- ҠХР: — 10 сентябрҙә билдәләнә.
- Корея Республикаһы: — 5 октябрҙә билдәләнә.
- Польша: — 14 октябрҙә билдәләнә.
- Ҡытай Республикаһы (Тайвань): — 28 сентябрҙә билдәләнә, Конфуцийҙың тыуған көнө.
- Төркиә: — 24 ноябрҙә билдәләнә.
- Испания — 27 ноябрҙә билдәләнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя уҡытыусылар көнө
- Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө
- Белем көнө