Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Үрге Ҡыйғы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 3 август 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
 Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы Викимилектә

Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы (1906 йыл3 август 1968) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фазыл Вәлиәхмәт улы Шаһимарҙанов 1906 йылда Үрге Ҡыйғы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1]. Мәктәптән һуң, ауылда беренселәрҙән булып ВЛКСМ сафына инә. Көтөүсе булып эшләй.

Өлкә совет партия мәктәбендә уҡый, уны тамамлағас, 1920—1930 йылдарҙа комсомолдың Өфө ҡала комитеты сәркәтибе урынбаҫары, инструктор, ВКП(б)-ның Мәсәғүт канткомы ойоштороу бүлеге мөдире була.

1931—1936 йылдарҙа — Борай район партия комитеты сәркәтибе, аҙаҡ Өфө ҡалаһының яңы төҙөлөш район комитеты сәркәтибе урынбаҫары һәм сәркәтип, Өфө моторҙар эшләү заводының партком секретары.

1937 йылда Фазыл Вәлиәхмәт улы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Был вазифала эшләүҙе ул 1940 йылға тиклем дауам итә[2].

1937 йылда Фазыл Вәлиәхмәт улы Белорет ҡалаһы Белорет-Совет округынан БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. ВКП(б)-ның XVIII съезды (1939 йылдың марты) ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы кандидаты. ВКП(б)-ның XVIII конференцияһының Ҡарары менән (1941 йылдың феврале) ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидаттар составынан сығарыла.

1940 йылда РСФСР-ҙың урындағы сәнәғәт наркомы урынбаҫары булһа, 1941—1944 йылдарҙа — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Куйбышев өлкә Советы рәисе урынбаҫары. 1944—1946 йылдарҙа Татар АССР-ының урындағы сәнәғәт наркомында эшләй. 1946 йылда еңел сәнәғәттең Куйбышев өлкә идаралығы башлығы итеп тәғәйенләнә.

1958 йылдан хаҡлы ялда. Пенсияға сыҡҡас, Фазыл Вәлиәхмәт улы Башҡортостан, Урта Азия, Украина, РСФСР райондарында лектор эшен алып бара.

Ғаиләһе: ҡатыны Мәстүрә, өс ҡыҙы. 1968 йылда вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үрге Ҡыйғы ауылында бер урам Фазыл Шаһимарҙанов исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Н төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]