Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фазыл Шаһимарҙанов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы
Рәсем
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Үрге Ҡыйғы ауылы
Вафат булыу көнө 1968
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]

Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы (1906 йыл3 август 1968) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фазыл Вәлиәхмәт улы Шаһимарҙанов 1906 йылда Үрге Ҡыйғы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1]. Мәктәптән һуң, ауылда беренселәрҙән булып ВЛКСМ сафына инә. Көтөүсе булып эшләй.

Өлкә совет партия мәктәбендә уҡый, уны тамамлағас, 1920—1930 йылдарҙа комсомолдың Өфө ҡала комитеты сәркәтибе урынбаҫары, инструктор, ВКП(б)-ның Мәсәғүт канткомы ойоштороу бүлеге мөдире була.

1931—1936 йылдарҙа — Борай район партия комитеты сәркәтибе, аҙаҡ Өфө ҡалаһының яңы төҙөлөш район комитеты сәркәтибе урынбаҫары һәм сәркәтип, Өфө моторҙар эшләү заводының партком секретары.

1937 йылда Фазыл Вәлиәхмәт улы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Был вазифала эшләүҙе ул 1940 йылға тиклем дауам итә[2].

1937 йылда Фазыл Вәлиәхмәт улы Белорет ҡалаһы Белорет-Совет округынан БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. ВКП(б)-ның XVIII съезды (1939 йылдың марты) ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы кандидаты. ВКП(б)-ның XVIII конференцияһының Ҡарары менән (1941 йылдың феврале) ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидаттар составынан сығарыла.

1940 йылда РСФСР-ҙың урындағы сәнәғәт наркомы урынбаҫары булһа, 1941—1944 йылдарҙа — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Куйбышев өлкә Советы рәисе урынбаҫары. 1944—1946 йылдарҙа Татар АССР-ының урындағы сәнәғәт наркомында эшләй. 1946 йылда еңел сәнәғәттең Куйбышев өлкә идаралығы башлығы итеп тәғәйенләнә.

1958 йылдан хаҡлы ялда. Пенсияға сыҡҡас, Фазыл Вәлиәхмәт улы Башҡортостан, Урта Азия, Украина, РСФСР райондарында лектор эшен алып бара.

Ғаиләһе: ҡатыны Мәстүрә, өс ҡыҙы. 1968 йылда вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрге Ҡыйғы ауылында бер урам Фазыл Шаһимарҙанов исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Н төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]