Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы
Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы | |||
| |||
---|---|---|---|
Тыуған: | 4 сентябрь 1950 (74 йәш) СССР, Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Ҡәҙер ауылы | ||
Партия: | Берҙәм Рәсәй | ||
Белеме: | Башҡортостан ауыл хужалығы институты | ||
Ғилми дәрәжәһе: | иҡтисад фәндәре докторы | ||
Профессияһы: | агроном, иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре | ||
Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (4 сентябрь 1950 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, агроном, иҡтисадсы, ғалим, иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыуҙы үҫтереүҙәге өлөшө» Почёт билдәһе менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Франис Әсҡәрйән улы Сәйфуллин 1950 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Ҡәҙер ауылында тыуған, башҡорт, юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия бүлеген тамамлаған. Иҡтисад фәндәре докторы.
Хеҙмәт юлын 1967 йылда Дыуан районының Киров исемендәге колхозында колхозсы булып башлай.
1968—1970 — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1970—1975 — механизатор.
1975—1981 — Дыуан районы Киров исемендәге колхозының агрономы.
1981—1982 — Дыуан районы Рухтин ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе.
1982—1987 — Дыуан районы «Урал» колхозы рәйесе.
1987—1990 — КПСС-тың Дыуан район комитетының икенсе секретары.
1990—1993 — Дыуан район советы башҡарма комитеты рәйесе, Дыуан район хакимиәте башлығы.
1993—1995 — ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары.
1995—2000 — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры.
Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһы 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
2000—2007 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышы депутаты.
2008 йылда Башҡортостан Республикаһы 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, ауыл хужалығы, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу мәсьәләләре буйынса Комитет рәйесе.
2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Урынбаҫары
Бөтөн Рәсәй сәйәси «Берҙәм Рәсәй» партияһының фракция ағзаһы.
Өйләнгән, дүрт ҡыҙ атаһы.
Наградалары һәм дәрәжәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы.
- Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Почёт грамотаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының «Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыуҙы үҫтереүҙәге өлөшө» Почёт билдәһе.