Әгер (ауыл)
Ауыл | |
Әгер татар. Әгер | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы |
112 человек (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Әгер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы. Тымытыҡ ауыл биләмәһе составына керә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡурайылға буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әгер — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1750 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ улусы составына керә.
1859 йылда мәсет, ХХ быуат башында мәсет ҡарамағында мәктәп теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1935 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[1].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда ир енесле 21 йән башҡорт, 70 йән типтәр, 24 йән яһаҡлы татар; 1816 йылда — 30 башҡорт һәм 65 типтәр; 1834 йылда — 39 башҡорт һәм 87 типтәр; 1859 йылда — 265 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәне йәшәй[2].
1795 | 1856 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
115 | 264 | 705 | 869 | 499 | 404 | 328 | 294 | 263 | 203 | 109 | 112 |
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда клуб бар[1].