Эстәлеккә күсергә

Иҙриси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әл-Иҙриси битенән йүнәлтелде)
Иҙриси
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Тыуған көнө 1111[1][3][4]
Тыуған урыны Сеута[d][5]
Вафат булған көнө 1166[6][7] или 1165[1][8]
Вафат булған урыны Сицилия[d], Сицилия[d], Италия короллеге[d][6]
Яҙма әҫәрҙәр теле Ғәрәп теле
Һөнәр төрө картограф, географ, египтолог, тарихсы, ботаник, яҙыусы, сәйәхәтсе
Эшмәкәрлек төрө Картография[5], география[5] һәм Сәйәхәт[5]
Әүҙемлек урыны Әл-Әндәлүс[5], Сицилия[d][5] һәм Андалусия[d][5]
Әһәмиәтле урын Castle of Sperlinga[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Иҙриси Викимилектә

Әбү 'Абдулла Мөхәммәт ибн Мөхәммәт әл-Иҙриси (ғәр. ‎‎أبو عبد الله محمد بن محمد الإدريسي‎; 1100, Сеута — 1165, Сицилия йәки Сеута) — ғәрәп географы, Сицилия короле Рожер II инициативаһы буйынса 1154 йылда төҙөлгән географик әҫәр авторы. Әш-Шәриф әл-Идриси йәки ябай ғына әл-Иҙриси (ғәр. الإدريسي‎‎) булараҡ билдәле. Уның хөрмәтенә Плутонда тау әл-Иҙриси тауы тип аталған (исемен 2017 йылдың 7 сентябрендә МАС раҫлай)[9].

Уның тулы исеме: Әбү 'Абдулла Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн Абдулла ибн Иҙрис әл-Хаммуди әл-Кураши. Ул Идрисидтар әмир ырыуы нәҫеленән була (Алидтар тармағы), әммә уның тыуыу ваҡытына ғаилә күптән власын юғалтҡан була. Ул Сеутала тыуған, әммә белемде Кордовала ала. Йәш сағынан күп сәйәхәт иткән. 1116 йылда Кесе Азияла булған, шулай уҡ (И. Ю. Крачковский фекере буйынса) Англияға һәм Францияға килгән, Испанияны һәм Марокконы урап сыҡҡан. 1138 йыл тирәһендә Палермоға Рожер II һарайына күсеп килә. 1165 йәки 1166 йылда Сицилияла вафат була[10]. Икенсе версия буйынса, королдең үлеменән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, әл-Иҙриси тыуған иленә ҡайта һәм шунда вафат була.

Әл-Иҙрисиҙың әйләндереп ҡуйылған картаһы реконструкцияһы.

«Нузхат алm-муштак фи-хтирак алm-афак» (тәржемә варианттары: И. Ю. Крачковский: «Өлкәләр буйлап сәйәхәт итеп хәлдән тайғандың кәйефен күтәреү»; И. Г. Коновалов: «Донъяны урап сығырға ялҡынлы теләүсенең ҡыуанысы») исеме аҫтында билдәле булған төп әҫәре 1154 йылдың ғинуарында тамалана һәм шулай уҡ «әл-Китап ар-Руджжари» («Рожер китабы») исеме аҫтында билдәле. Китаптың инеш өлөшөндә Иҙриси король Рожерҙың географияға булған ҡыҙыҡһыныуы тураһында һәм уның грек һәм ғәрәп географтары мәғлүмәттәрен дөйөмләштереүсе китап төҙөргә бойороғо тураһында әйтә. Алдан (Иҙриси үҙе һәм XIV быуат ғәрәп биографы ас-Сафади хәбәр итеүенсә[11]) король ентекле донъя картаһы менән көмөштән диск ҡойорға һәм ҡағыҙ карталар төҙөргә ҡуша, һәм шуның артынса китап төҙөлә. Шулай уҡ Рожер сәйәхәтселәрҙән генә һораштырып ҡалмай, ә (ас-Сафади әйтеүенсә) мәғлүмәттәр йыйыу өсөн төрлө илдәргә кешеләр ебәрә.

Инеш өлөшөндә Иҙриси үҙенең төп сығанаҡтарын атай: был антик авторҙарҙан Птолемей (уға бәйлелек шаҡтай ҙур[12]) һәм Орозий, ә ғәрәптәрҙән: Ибн Хордадбех, әл-Йаҡуби, Ҡудама әл-Басри, әл-Мәсүди, әл-Джайхани, Ибн Һәүкәл, әл-Узри, шулай уҡ бик билдәле булмағандарҙан Джанах ибн Хакан әл-Кимаки, Муса ибн Ҡасим әл-Ҡаради һәм Исхаҡ ибн әл-Хәсән әл-Мунаджжим.

Әҫәрҙең башында Ерҙең дөйөм тасуирламаһы бирелә, ул ете климатҡа (киңлек зонаһына) бүленә, ә уларҙың һәр береһе — көнбайыштан көнсығышҡа 10 зонаға бүленә. Шулай итеп, әҫәрҙә 70 секция ҡушып һалынған 70 карта менән бәйләнгән. К. Миллер иҫәпләүҙәре буйынса, картала 2500-гә яҡын, ә текста — 6000-дән ашыу объект атамалары төшөрөлгән[13]. Атап әйткәндә, ар-Русиййа (Русь) илен тасуирлау VI климаттың 5 секцияһына һәм VII климаттың 4 һәм 5 секцияларына индерелгән һәм 20-нән ашыу ҡала исеме бар[14].

Әҫәрҙә ғәрәптәргә билдәле бөтә илдәр тураһында мәғлүмәттәр бар, Көнбайыш Африканан алып Скандинавияға тиклем һәм Марокконан алып Ҡытайға тиклем. Крачковский фекеренсә, ғәрәп картографияһының артҡа китеш тураһында белдереүсе өсөнсө һәм һуңғы осоро Иҙриси исеме менән бәйле, сөнки картала географик оҙонлоҡтоң һәм киңлектең мәғәнәһен аңлау юғала.

Үҙенең «халыҡ йәшәгән өлкәләр» картаһында «башҡорттар иле» Урал буйында билдәләнгән, уның биләмәләрендә хәҙерге Урал тауҙары, Ағиҙел, Кама, Ҡариҙел, Әй йылғалары күрһәтелгән. Башҡорттарҙы «басджирт» исеме аҫтында һүрәтләгән һәм уларҙы төрки телле халыҡтар иҫәбенә индергән. Уның мәғлүмәттәренә ярашлы, Каспий диңгеҙенән төньяҡҡа ҡарай башҡорттарҙың Ҡараҡыя һәм Минжан (Немжан), Кама йылғаһының урта ағымында Ҡазира (Ҡастра, Ҡастр) һәм Мазира (Масра, Мастр) ҡалалары урынлашҡан, улар адм. һәм сауҙа үҙәктәре булған, ағас йорттарҙан һәм тирмәләрҙән торған, башҡорт ерҙәрендә ҡалаларҙың аҙ булыуы билдәләнгән. Иҙриси буйынса башҡорт халҡының бер төркөмө (эске) — болғарҙар һәм уғыҙҙар менән, ҡалғандары (тышҡы) бәшнәктәр менән сиктәш булғандар[15].

Шулай уҡ Иҙриси ҡулъяҙма буйынса билдәле булған фармакогнозия[16] буйынса әҫәр авторы; Вильгельм I өсөн төҙөлгән «Рауд әл-унс ва нузхат ән-нафс» («Яҡшы тойғо баҡсаһы һәм йәнде йыуатыу») географик әҫәренән бер нисә цитата ғына һаҡланып ҡалған[17]; шулай уҡ уның шиғырҙарынан өҙөктәр билдәле[18].

Йоғонтоһо, баҫмалары һәм әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҙриси хеҙмәте XIIXIII быуат латин авторҙарына билдәһеҙ ҡала[19][20]. Артабанғы ғәрәп традицияһы уның хеҙмәтенә һирәк мөрәжәғәт итә, уны Ибн Сәйет әл-Мәғриби һәм Әбү-ль-Фида файҙалана. Иҙрисиҙың һаҡланған яҙмаларының иң тәүгеһе Парижда һаҡлана һәм 1300 йылғы самаһы тип даталана[21].

Шуға ҡарамаҫтан, һуңыраҡ Иҙриси Европала иң билдәле булған урта быуат ғәрәп географы булып китә, быға уның хеҙмәтенең тәүге баҫмаһы булышлыҡ итә. Тәүге ғәрәп баҫмаһы Римдә Медичи типографияһында 1592 йылда барлыҡҡа килә һәм Иҙриси хеҙмәтенең ҡыҫҡартылған редакцияһын бирә; ошо уҡ баҫма буйынса 1619 йылда латин теленә тәржемә ителә, аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында «Geographia Nubiensis» тип атала, сөнки тәржемәселәр авторҙы Суданда тыуған тип иҫәпләй. 1836—1840 йылдарҙа П. А. Жобер китаптың француз телендә тулы тәржемәһен баҫтырып сығара.

Иҙриси хеҙмәтенең тулы баҫмаһы төп нөсхәһендә XX быуатта ғына сыға:

  • Al-Idrisi. Sive аудиокодегына geographicum «ad studeant peragrare qui delectationem terras Liber eorum». Neapoli; Romae, 1970—1984. Fasc. I—IX.

Марокко ҡалаһы Эль-Хосеймала аэропорт (инг.) Иҙриси исеме менән аталған.

Өҙөктәрҙең урыҫ теленә тәржемәһе:

  • Извлечения / Пер. С. Волина // Материалы по истории туркмен и Туркмении. — М.; Л., 1939. — Т. 2. — С. 220—222.
  • Отрывки // Арабские источники X—XII веков по этнографии и истории Африки южнее Сахары. / Пер. В. В. Матвеева и Л. Е. Куббеля. — М.; Л., 1965.
  • Коновалова И. Г. Ал-Идриси о странах и народах Восточной Европы: текст, перевод, комментарий. — М.: Восточная литература, 2006. — 328 с. — (Древнейшие источники по истории Восточной Европы).(перевод отрывков занимает стр. 108—128)
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. https://datos.bne.es/resource/XX1094918 (исп.): El portal de datos bibliográficos de la Biblioteca Nacional de España — 2011.
  3. Muḥammad ibn Muḥammad al-Šarīf Idrīsī // Biblioteca Virtual Miguel de Cervantes (исп.) — 1999.
  4. Muhammad al-Idrisi // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 <<al->>Idrīsī // Чешская национальная авторитетная база данных
  6. 6,0 6,1 Jwaideh W. Muḥammad al-Idrīsī // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. Deutsche Nationalbibliothek Record #119093529 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  8. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  9. Pluto Features Given First Official Names. Международный астрономический союз (7 сентябрь 2017). Дата обращения: 15 сентябрь 2017.
  10. Idrisi, ash-Sharif al-. (2008). In Encyclopædia Britannica. Retrieved April 6, 2008, from Encyclopædia Britannica Online 2007 йыл 28 декабрь архивланған.
  11. Крачковский И. Ю., 2004, с. 282—286282—286
  12. Крачковский И. Ю., 2004, с. 290—291290—291
  13. Коновалова И. Г., 2006, с. 1313
  14. Коновалова И. Г., 2006, с. 117, 126, 127117, 126, 127
  15. Ильясов Б. С., Мәжитов Н. А. Иҙриси // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  16. Крачковский И. Ю., 2004, с. 295295
  17. Согласно Крачковскому, писавшему в 1940-х годах, в Стамбуле была найдена рукопись извлечений из этого сочинения; но И. Г. Коновалова в новейшей работе о них не упоминает.
  18. Коновалова И. Г., 2006, с. 77
  19. Райт Дж. К. Географические представления в эпоху крестовых походов. — М., 1988. — С. 81.
  20. Крачковский И. Ю., 2004, с. 297297
  21. Коновалова И. Г., 2006, с. 13—1413—14
  • Крачковский И. Ю. Арабская географическая литература. — 2. — М., 2004. — С. 281—299.
  • Коновалова И. Г. Восточная Европа в сочинении ал-Идриси. — М.: Восточная литература, 1999.
  • Коновалова И. Г. Ал-Идриси о странах и народах Восточной Европы: текст, перевод, комментарий. — М.: Восточная литература, 2006. — 328 с. — (Древнейшие источники по истории Восточной Европы).
  • Рыбаков Б. А. Русские земли по карте Идриси 1154 г. // Краткие сообщения о докл. и полевых исслед. Ин-та истории материальной культуры АН СССР (КСИИМК). Вып. 43. М., 1952. — С. 3—44, картосхемы.
  • Рыбаков Б. А. Киевская Русь и русские княжества XII—XIII вв. — М., 1982. — С. 178—183.
  • Бейлис В. М. Ал-Идриси (XII в.) о восточном Причерноморье и юго-восточной окраине русских земель // Древнейшие государства на территории СССР, 1982 г. — М., 1984. — С. 208—228.
  • Кендерова С. Т. Сведения ал-Идриси о Балканах и их источники. Автореф. канд. дисс. — Л., 1986.
  • Кумеков Б. Е. Арабские и персидские источники по истории кыпчаков VIII—XIV вв.: Научно-аналитический обзор. — Алма-Ата, 1987.
  • Ahmad, S. Maqbul, India and the Neighbouring Territories in the «Kitab nuzhat al-mushtaq fi’khtiraq al-'afaq» of al-Sharif al-Idrisi. — Leiden: E. J. Brill, 1960.