Әхмәр (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Әхмәр — башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә ҡулланылған ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәр исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, ҡыҙыл, матур тигәнде аңлата[1]
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы (29 ғинуар 1960 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Башҡортостан Яҙыусылар союзы (1992), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары (2006) ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007).
Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (23 май 1934 йыл — 4 октябрь 2021 йыл) — тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
Садиҡов Әхмәр Садиҡ улы (рус. Садыков Акмар Садыкович) 1902 йыл — яҡынса 13 июль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәров Ҡасим Закир улы (7 ноябрь 1900 йыл — 11 февраль 1969 йыл) — башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965).
Әхмәров Ғәбит Абдулла улы (24 февраль 1921 йыл — 11 апрель 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты[1]. Советтар Союзы Геройы (1944).
Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы (13 март 1919 йыл — 22 июнь 2006 йыл) — театр актёры. 1940—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1958).
Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы (14 ноябрь 1928 йыл — 20 март 2004 йыл) — педагог-методист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Өфөнөң тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтен ойоштороусы һәм уның тәүге рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Әхмәр (рус. Новоахмерово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы.
Ҡоҙғон-Әхмәр (рус. Кузгун-Ахмерово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл.
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районындағы башҡорт ауылы.
Әхмәр (рус. Ахмерово) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл.
Топонимикала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәр урманы — Рәсәйҙәге япраҡлы урман массивы, Башҡортостандың Ишембай районында урынлашҡан.
Әхмәр соҡоро — Башҡортостандың Ауырғазы районының Әхмәр ауылынан 1 км алыҫлыҡта, Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлынан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан карст мәмерйәһе, асыҡ-һоро ауыр гипс көңгөр ярустарында барлыҡҡа килгән. Бындай ҙур күләмле тотороҡло ер аҫты барлыҡҡа килеүҙәр гипс тоҡомдарҙа һирәк күренеш, был мәмерйәне туризм өсөн ҡыҙыҡлы итә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәр ҡәберлеге— Башҡортостандың Ишембай районындағы археология ҡомартҡыһы (III—IV быуаттар). Ишембай районы Әхмәр ауылынан көньяҡтараҡ 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1972 йылда асылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |