Эстәлеккә күсергә

Һалҡын һуғыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Һалҡын һуғыш
Берлин стенаһы — Һалҡын һуғыш символы
Дата

5 март 194626 декабрь 1991 (ҡаршы тороу 1989 йылда тамамлана)

Урыны

Бөтә донъъя

Сәбәбе

Ике блок араһында идеологик һәм сәйәси конфронтация

Нәтижә

Капиталистик лагерҙың еңеүе,
СССР-ҙың тарҡалыуы, Варшава килешеүенең ғәмәлдән сығыуы,
СЭВ-тың тарҡалыуы, Германияның ҡушылыуы, ЕС һәм НАТО киңәйеүе

Ҡаршы тороусылар

ОВД һәм СЭВ:
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Албания Албания (1956 йылға тиклем)
Болгария Болгария
Венгрия Венгрия
Германия Демократик Республикаһы ГДР
Польша Польша
Румыния Румыния
Чехословакия Чехословакия


Куба Куба (1961 йылдан)
Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы КХДР
Ангола Ангола (1975 йылдан)
Вьетнам Вьетнам
Лаос Лаос
Монгольская Народная Республика Монголия
Афғанстан Афганистан (1978 йылдан)
Ҡытай Ҡытай
Югославия Югославия


НАТО һәм ЕЭС:
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Бельгия Бельгия
Бөйөк Британия Бөйөк Британия
Франция Франция (1966 йылға тиклем)
Германия Федератив Республикаһы ФРГ (1955 йылдан)
Греция Греция
Дания Дания
Исландия Исландия
Испания Испания
Италия Италия
Канада Канада
Люксембург Люксембург
Нидерланд Нидерланд
Норвегия Норвегия
Португалия Португалия
Төркиә Төркиә

 Һалҡын һуғыш Викимилектә

Һалҡын һуғыш — бер яҡтан СССР һәм уның союздаштары, икенсе яҡтан АҠШ һәм уның союздаштары араһындағы 1946 йылдан 1991 йылға тиклем дауам иткән һәм бөтә Ер шарын солғап алған сәйәси, хәрби, иҡтисади һәм идеологик өлкәләрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡ (конфронтация).

Халыҡ-ара хоҡуҡ күҙлегенән тулы мәғәнәлә «һуғыш» тип атап булмаған был ҡапма-ҡаршылыҡтың төп йүнәлеше — идеологик көрәш булды. Ул үҙ сиратында Америка Ҡушма Штаттарындағы капиталистик йәмғиәт һәм Советтар Союзында иғлан ителгән социалистик йәмғиәт араһындағы үҙ-ара килешмәүсәнлектән килеп сыҡты.

Ике яҡтың бер-береһенә ҡаршы тороуы уларҙың донъяның теләһә ниндәй өлөшөндәге низағтарҙа мотлаҡ ҡатнашыуына һәм хәл-ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешенә нисек булһа ла ҡыҫылыуына килтерҙе. АҠШ-тың да, Советтар Союзының да бар тырышлығы тәү сиратта сәйәси өлкәлә өҫтәнлөк итеүгә йүнәлтелде. Шуға ла улар үҙҙәренең йоғонтоһо аҫтындағы илдәр ингән «НАТО» (Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы) һәм «Варшава килешеү ойошмаһы» тип аталған хәрби-сәйәси берләшмәләр (блоктар) төҙөнө.

Һалҡын һуғыш ҡайһы бер йылдарҙа «өсөнсө донъя һуғышы» тоҡаныу ҡурҡынысын тыуҙырған ғәҙәти һәм ядро ҡоралдары буйынса ҡыҙыу ҡоралланыу менән үрелеп барҙы. 1962 йылғы «Кариб көрсөгө» (урыҫса «Карибский кризис») бөтә Ер шарын нәҡ ошондай һәләкәт сигенә килтереп баҫтырҙы. Шуға ла артабанғы 70-се йылдарҙа СССР халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыу һәм ҡоралланыуҙы сикләү өсөн һиҙелерлек көс һалды.

1985 йылда Советтар Союзында власҡа килгән Михаил Горбачёв башлаған «үҙгәртеп ҡороуҙар» (урыҫса «перестройка») сәйәсәте КПСС-тың етәксе роленың юҡҡа сығыуына килтерҙе. Иҡтисади көрсөк, ижтимағи һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙәге хәл ителмәгән мәсьәләләр һәм башҡа бик күп эске һәм тышҡы сәбәптәр арҡаһында 1991 йылдың декабрендә СССР-ҙың тарҡалыуы һалҡын һуғыштың тамаланыуына сәбәп булды. Көнсығыш Европаның Советтар Союзы ярҙамынан мәхрүм булып, терәк һәм таянысһыҙ ҡалған коммунистик хөкүмәттәре бынан алда, 1989—1990 йылдарҙа уҡ ҡолатылғайны. 1991 йылдың 1 июлендә «Варшава договоры» рәсми рәүештә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Аҙ ғына һуңыраҡ, 1991 йылдың 19—21 авгусындағы ваҡиғаларҙан һуң СССР-ҙың юғары даирәләре барлыҡ власын юғалтты һәм был хәлде һалҡын һуғыштың тулыһынса тамамланыуы тип иҫәпләргә мөмкин.

Аңлатма тарихынан

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың 19 октябрендә Бөйөк Британияла нәшер ителгән «Трибьюн» аҙналығында донъя күргән «Һин һәм атом бомбаһы» (урыҫса «Ты и атомная бомба») мәҡәләһендә яҙыусы һәм публицист Джордж Оруэлл «һалҡын һуғыш» аңлатмаһын беренсе тапҡыр ҡуллана. «Һанаулы ғына секундтар эсендә миллионлаған кешене юҡ итергә мөмкинлек биргән атом бомбаһының АҠШ-тан башҡа тағы ла бер нисә башҡа ҡулға эләгеүе 2—3 рәхимһеҙ бөйөк державаның барлыҡҡа килеүенә сәбәп булыр ине, ә улар үҙ сиратында донъяны үҙ-ара бүлешер ине», тип яҙа ул. Автор фекеренсә, был бөйөк державалар, атом ҡоралын бер-береһенә ҡаршы ҡулланмау тураһында йәшерен килешеү төҙөр ине. Нәтижәлә, еңелеү белмәйенсә, улар даими һалҡын һуғыш хәлендә ҡалыр ине (инглизсә «in a permanent state of „cold war“ with its neighbors», урыҫса находились бы в "состоянии постоянной «холодной войны»). Был, үҙ сиратында, «тыныслыҡ булмаған тыныслыҡты сикһеҙ оҙайтыу иҫәбенә масштаблы һуғыштарға сик ҡуйыр ине», ти ул артабан.

1946 йылдың мартында Оруэлл был һүҙ бәйләнеште икенсегә ҡуллана. 1945 йылдың декабрендәге Мәскәү кәңәшмәһенән һуң Рәсәй Британияға һәм Британия империяһына ҡаршы «һалҡын һуғыш» алып бара башланы, тип яҙа ул.

1947 йылдың 16 апрелендә АҠШ президенты Гарри Трумэндың кәңәшсеһе Бернард Барух Көньяҡ Каролина штатының вәкилдәр палатаһындағы сығышында «һалҡын һуғыш» атамаһын рәсми шарттарҙа беренсе булып ҡуллана.

Һалҡын һуғыш башының ҡыҫҡаса тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Көнсығыш Европа илдәренең Советтар Союзы ҡарауы аҫтында ҡалыуы һәм бигерәк тә Польшала Лондондағы поляк эмигрант хөкүмәтенә ҡаршы булараҡ совет яҡлы хөкүмәт төҙөлөүе Бөйөк Британияның етәксе даирәләренең СССР—ға хәүеф-хәтәр менән ҡарай башлауына килтерә. Был турала һығымта яһаусы совет ғалимдәре тағы ла икенсе һығымтаны алға ҡуя: Америка империализмының ҡапма-ҡаршылыҡты тоҡандырыуға йүнәлтелгән тышҡы сәйәсәте АҠШ-тың монополистик даирәләре мәнфәғәттәре менән тығыҙ бәйләнештә була һәм капиталистик ҡоролошто һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу маҡсатын күҙ уңында тота.

Бер төркөм тикшеренеүселәр «Һалҡын һуғыш» башының тәүшарты итеп 1945 йылдың февралендә үткән Крым (Ялта) конференцияһын атай: нәҡ уның һөҙөмтәләре буйынса донъяны тәьҫир өлкәләренә бүлеүгә сәйәси мөмкинлектәр тыуа.

  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл. (рус.)
  • Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968. (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
  • Большой Энциклопедический словарь (рус.)