Бодуэн де Куртенэ Иван Александрович
Иван Александрович Бодуэ́н де Куртенэ́ (йәки Ян Нецислав Игнаций Бодуэ́н де Куртенэ́; пол. Jan Niecisław Ignacy Baudouin de Courtenay, 1 (13) март 1845, Варшава эргәһендәге Раздымин — 3 ноябрь 1929, Варшава) — Рәсәй лингвисы, сығышы менән поляк. Петербург Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бодуэн де Куртенэ, ырыуының риүәйәте буйынса, Куртенэ тигән боронғо француз аҡһөйәк ырыуынан сыҡҡан, ырыуҙың башы король Людовик VI-гә барып тоташҡан, Латин империяһы императорҙары ла ошо ырыуға ҡараған. Польшаға Бодуэн де Куртенэның ата-бабалары XVII—XVIII быуаттар сигендә күскән.
1866 йылда Варшавала Төп мәктәпте магистр дәрәжәһе менән тамамлай. Сит илдә (1867—1868), шунан һуң Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә (1868—1870) тел ғилеме буйынса белемдәрен камиллаштыра. 1870 йылда Лейпциг университетында философия докторы, ә 1870 йылдың 9 ноябрендә Петербург университетында сағыштырма тел белеме магистры дәрәжәһен ала; шул уҡ йылдың 13 декабрендә приват-доцент вазифаһына раҫлана.
Ғилми эшмәкәрлеген филолог, этнограф Измаил Срезневский етәкселегендә башлай. Срезневский кеүек үк, словен телен һәм Словения мәҙәниәтен өйрәнә; 1871 йылдың 3 декабренән башлап өс йылдан ашыу сит илдә командировкала була. 1872—1873 йылдарҙа Горицала рус телен өйрәнеү түңәрәген алып бара. Артабан Бодуэн словен ерҙәренә ерле һөйләштәр буйынса материалдар йыйыу өсөн 1877, 1890, 1892, 1893 һәм 1901 йылдарҙа бара.
1875 йылдың 12 майында Петербург университетында сағыштырма тел белеме докторы дәрәжәһен ала һәм октябрҙән Ҡазан университетында уҡыта башлай, 1875 йылдың 20 декабренән — экстраординар профессор, 1876 йылдың 9 октябренән — ординар профессор.
Ҡазан университетынан һуң Юрьев (1883—1893), Краковтағы Ягеллон (1893—1899), Петербург (1900—1918), Варшава (1918 йылдан) университеттарында уҡыта.
1887 йылда — Польша Фәндәр академияһы ағзаһы, 1897 йылда Петербург Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
Ике тапҡыр өйләнә, икенсе никахындағы ҡатыны — Ромуальда Багницкая, ул рус, поляк, чех матбуғатында йыш баҫыла. Ҡыҙы София Ивановна Бодуэн де Куртенэ (1887—1967), рәссам, рус авангардсылары күргәҙмәләрендә ҡатнаша, икенсе ҡыҙы Цезария Эренкрейц (икенсе никахта Енджеевич; 1885—1967) билдәле этнограф була.
1910-сы йылдарҙан башлап сәйәсәт менән әүҙем шөғөлләнә. Кадет үҙәгенә инә, әммә сәйәси ҡараштары буйынса федералист-автономистарға ҡарай.
Польшаның мәҙәни үҙаллылығы һәм поляк теленең рус теле менән тиңлеге өсөн көрәшә. Рәсәй империяһы властары тарафынан бер нисә тапҡыр ҡулға алына.
Польша республикаһы үҙаллылығын тергеҙгәс, унда күсә. Милли әҙселектәрҙең хоҡуҡтары өсөн көрәшеп, сәйәси эшмәкәрлеген дауам итә. Был юлы поляктар түгел, ә башҡа аҙ һанлы милләттәрҙең, шул иҫәптән рустарҙың хоҡуҡтарын яҡлаусы булып китә. 1922 йылда милли әҙселектәр тарафынан (үҙ ихтыярынан тыш) Польша президентлығына кандидат итеп күрһәтелә. Һайлауҙың беренсе турында 9 декабрҙә 103 тауыш йыя (19,04 %) һәм өсөнсө урынды ала. Бишенсе турҙа һайланған Габриэль Нарутович алдағы турҙарҙа Бодуэн өсөн бирелгән тауыштарҙың байтаҡ өлөшөн ала; һулдарҙы һәм милли әҙселектәрҙе яҡлаған өсөн Нарутовичты уңдар күрә алмай башлай, тиҙҙән ул үлтерелә.
1919—1929 йылдарҙа Куртенэ Варшава университетының почетлы профессоры һәм сағыштырма тел белеме кафедраһы мөдире була.
Варшавала вафат була. Кальвинсылар (инжил реформатсылығы) зыяратында ерләнә.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Брокгауз һәм Эфрондың 1891 йылда сыҡҡан сыҡҡан томы 46 йәшлек Бодуэн де Куртенэны «хәҙерге замандың мәшһүр лингвистарының береһе» тип атай. Бодуэн үҙе иҫ киткес баҫалҡы кеше була.
Бодуэн де Куртенэ тел тураһындағы фәндә түңкәрелеш яһай: уға тиклем[9] лингвистикала тарихи йүнәлеш хакимлыҡ итә — телдәр тик яҙма ҡомартҡылар буйынса ғына өйрәнелә. Ә ул үҙ хеҙмәттәрендә телдең асылы телмәр эшмәкәрлегендә булыуын иҫбатлай, тимәк, тере телдәрҙе һәм диалекттарҙы өйрәнергә кәрәк. Шулай итеп кенә телдең эш итеү механизмын аңларға һәм лингвистик теорияларҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә мөмкин.
Бодуэн де Куртенэ оҙаҡ йылдар буйы һинд-европа телдәрен өйрәнә, ғилми хеҙмәттәрен рус һәм поляк телдәрендә генә түгел, немец, француз, чех, итальян, литва һәм башҡа телдәрҙә лә яҙа. Славян телдәрен һәм диалекттарын тикшереү экспедицияларында уларҙың фонетик үҙенсәлектәрен теркәп бара. Славян телдәренең сағыштырма (типологик) анализы өлкәһендәге асыштары артабан танылған типолог-славист Роман Якобсон хеҙмәттәрендә дауам иттерелә. Был тикшеренеүҙәр Бодуэн де Куртенэға фонемалар һәм фонетик сиратлашыуҙар (иртә мәрхүм булған коллегаһы Н. В. Крушевский фекерҙәрен дә иҫәпкә алып) теорияһын эшләргә мөмкинлек бирә. Теорияһы «Опыт фонетических чередований» (1895) хеҙмәтендә тасуирлана. Бодуэн фонологияға нигеҙ һала һәм Николай Трубецкой теорияһының элгәре була.
Бодуэн де Куртенэ беренсе булып лингвистикала математик моделдәр ҡуллана башлай. Телдәрҙә барған үҙгәрештәрҙе ситтән ҡарап теркәп барырға ғына түгел, ә телдәрҙең үҫешенә йоғонто яһарға мөмкинлекте иҫбат итә. Уның хеҙмәттәре нигеҙендә эксперименталь фонетика йүнәлеше барлыҡҡа килә.
Тел өйрәнгәндә Бодуэн де Куртенэ лингвистика сиктәренә генә ҡыҫылып ҡалмай. Ул тел ғилеме психология һәм социология ҡаҙаныштарына нигеҙләнергә, тел факторҙарын тикшергәндә этнография, мәҙәниәт тарихы, археология һәм башҡа фәндәр мәғлүмәттәренә мөрәжәғәт итергә тейеш тип иҫәпләй.
Куртенэ Даль һүҙлегенең өсөнсө һәм дүртенсе баҫмаларын әҙерләгәндә һүҙҙәрҙең этимологияһын аныҡлай, ояларға бүленеште төҙәтә (Далдә был бүленеш ярайһы уҡ ирекле була), яңы һүҙҙәр менән тулыландыра, шулай уҡ Далдә булмаған вульгар-әр лексикаһын өҫтәй. Өҫтәмәләре өсөн ҡаты тәнҡиткә дусар була, совет осоронда «Далдең Бодуэн һүҙлеге» баҫтырылмай. Совет осорондағы баҫмалар Даль һүҙлегенең икенсе баҫмаһына ниеҙләнә; Бодуэн версияһы үҙаллы һүҙлек тип һанала.
Бодуэн де Куртенэ яһалма телдәр менән ныҡлы ҡыҙыҡһына, эсперантоны яҡлап сығыш яһай. 1907 йылдың октябрендә Отто Есперсен һәм башҡа ғалимдар менән халыҡ-ара ярҙамсы телде ҡабул итеү буйынса халыҡ-ара делегацияла (франц. Délégation pour l'Adoption d'une Langue Auxiliaire Internationale) уның вице-рәйесе сифатында ҡатнаша. Эсперантоны нигеҙләгән Людовик Заменһоф менән шәхсән таныш була, әммә үҙен эсперантосы тип һанамай.
1874—1883 йылдарҙа, Ҡазанда эшләгән сағында, ғалим Ҡазан лингвистика мәктәбен булдыра, ошо мәктәптә эре ғалим Василий Богородицкийҙың таланты сәскә ата. Петербургта Куртенэ Петербург лингвистика мәктәбен булдыра, ошо мәктәптә ХХ быуаттың билдәле рус лингвистары Лев Щерба менән Евгений Поливанов ғалим булараҡ үҫә. Бодуэн де Куртенэны күптәр Фердинанд де Соссюр менән йәнәш структурализмға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләй. Петербург мәктәбенең, айырыуса уны нигеҙләүсенең йоғонтоһо Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа, Польшала һәм Чехословакияла ныҡлы һиҙелә. Был мәктәп тәҡдим иткән положениеларҙың күбеһе, айырыуса фонология өлкәһендәгеләр, Прага лингвистика түңәрәге тарафынан да популярлаштырыла һәм донъя фәненең нигеҙ таштарының береһенә әйләнә.
Ватан лингвистары менән бергә Орфографик комиссия эшендә ҡатнаша, был комиссия алдына рус яҙмаһын ябайлаштырыу бурысы ҡуйылған була (1904—1918).
Бодуэн де Куртенэның ҡайһы бер хеҙмәттәре Воронежда сыҡҡан «Филологические записки» журналында баҫыла.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены;
- 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены;
- 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1879);
- 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1884);
- 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1903);
- «Император Александр III-нөң батшалыҡ итеүе иҫтәлегенә» миҙалы;
- «Романовтар йортоноң батшалыҡ итеүенең 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Deutsche Nationalbibliothek Record #118507222 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Jan Niecislaw Baudouin de Courtenay // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Jan Baudouin de Courtenay // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Бодуэн де Куртенэ Иван Александрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ https://polona.pl/item-view/2d0c3ad0-4c39-407d-8156-3388de909856?page=0
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Щерба Л. В. И. А. Бодуэн де Куртенэ и его значение в науке о языке // Русский язык в советской школе. — 1929, № 6. — С. 66.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бодуэн де Куртенэ, Иван Александрович // Биографический словарь профессоров и преподавателей Императорского Казанского университета: За сто лет (1804—1904). Ч. 1. — Казань : типо-лит. Имп. ун-та, 1904. — С. 38—39.
- Список гражданским чинам первых четырёх классов. — Пг., 1914. — С. 31.
- Биографический словарь профессоров и преподавателей Императорского С.-Петербургского университета за истекшую третью четверть века его существования, 1869—1894. — СПб.: Типография и литография Б. М. Вольфа, 1896. — Т. I (А—Л). — С. 69—75. — 419 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Бодуэн де Куртенэ, Иван-Игнатий-Нецислав Андреевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Русская фонетика 2008 йыл 23 февраль архивланған.
- Виноградов В. В. И. А. Бодуэн де Куртенэ // И. А. Бодуэн де Куртенэ. Избранные труды по общему языкознанию. — М.: Изд-во АН СССР, 1963. — Т. І. — С. 6—20.
- Николаева Т. М. Бодуэн де Куртенэ — редактор словаря В. Ф. Трахтенберга «Блатная музыка» («Жаргон тюрьмы») // Русская и сопоставительная филология: Лингвокультурологический аспект. — Казань, 2004. — C. 176-181.
- Учёный, опередивший эпоху // Газета «Казанский университет». — 2011. — № 51.
- Бодуэн де Куртенэ Иван (Игнатий-Нецислав) Александрович // Биографика СПбГУ
- 13 мартта тыуғандар
- 1845 йылда тыуғандар
- 1846 йылда тыуғандар
- 3 ноябрҙә вафат булғандар
- 1929 йылда вафат булғандар
- Варшавала вафат булғандар
- Карл университетын тамамлаусылар
- Берлин университетын тамамлаусылар
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Владимир ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Станислав ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- РФА мөхбир ағзалары (1917—1925)
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Санкт-Петербург ФА мөхбир ағзалары