Википедия:Ҡатнашыусының шәхси бите

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ШБ
Википедияла иҫәп яҙмаларын исемләү һәм файҙаланыуға бәйле кәңәштәр Википедия:Ҡатнашыусыларҙың исемдәре тигән биттә.

Википедияла ҡатнашыусыға үҙлегенән ике махсус бит асыла — ҡатнашыусының шәхси бите һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу бите. Википедияла теркәлгән ҡатнашыусының шәхси бите «Ҡатнашыусы:Исем» адресында, фекерләшеүҙәр бите — «Ҡатнашыусы фекерҙәре:Исем»[1] Был ике бит (һәм ярҙамсы биттәр) «башҡарыусы майҙаны» барлыҡҡа килтерә. Улар энциклопедия өҫтөндә эшләгән башҡа ҡатнашыусылар менән дөйөм мәсьәләләр буйынса һөйләшеү-кәңәшләшеү өсөн ярҙамсы булып тора.

Ҡатнашыусы биттәренең статусы һәм унда башҡаларҙың инә алыуы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусы биттәре Википедия мәҡәләһе түгел, ә айырым : ҡатнашыусыларҙың исемдәр майҙаны тигән урында тора . Википедияға инеүселәргә быны аңлатыр өсөн үҙ битегеҙҙә махсус {{Userpage}} ҡалыбы ҡуйырға мөмкин.

Ҡатнашыусылар биттәре энциклопедик мәҡәләләргә тәғәйенләнгән категорияларға индерелмәй, бары тик категорияларҙың ярҙамсы бүлектәрендә «Википедия: Берләшмә» генә ҡуйылыуы ихтимал .

Ҡатнашыусыларҙың биттәренә башҡа википедиясылар ҙа инеп ҡарай һәм хатта төҙәтмәләр индерә ала. Әйткәндәй, башҡаларҙың шәхси биттәренә саҡырмайса барып инеп төҙәтә башлау — тәрбиәһеҙлек һәм ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта вандаллыҡ тип танылыуы мөмкин.

Ҡатнашыусының шәхси битенә (йәки фекерләшеүҙәр битенә) һылтанма ҡатнашыусы ҡултамғаһы тигән урында ҡуйылырға тейеш.

Үҙеңдең ҡатнашыусы битен йә ярҙамсы битте юйҙыртыуға ҡуйыу өсөн уға махсус {{Db-owner}} ҡалыбы ҡуйыу етә. Күпмелер ваҡыттан хакимдарҙан кемдер уны алып ташлар.

Ҡатнашыусының шәхси бите[сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ телендәге Википедия берләшмәһе аныҡ ҡына итеп ошондай мәғлүмәттәрҙең күрһәтелеүе файҙалы тип һанай[2][3], әммә был мотлаҡ түгел:

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы #whitelist
  1. теге йәки был телде белеү кимәле тураһында;
  2. ҡатнашыусы менән нисек бәйләнешкә инергә мөмкинлеге тураһында;
  3. элемтә өсөн иң уңайлы ваҡыт, сәғәт бүлкәте тураһында;
  4. ҡатнашыусының йәшәгән урыны, башҡа ҡайҙарҙа йәшәгәне тураһында;
  5. үҙенә нисек өндәшеүҙе хуп күреүе тураһында;
  6. телмәр хаталарын башҡа ҡатнашыусыларҙың төҙәтеүенә рөхсәт тураһында;
  7. йәше тураһында;
  8. белеме тураһында;
  9. фәнни квалификацияһы һәм эшмәкәрлеге (ғилми дәрәжә, баҫылған хеҙмәттәре һ.б.) тураһында;
  10. һөнәре тураһында;
  11. йәнәш вики-проекттарҙа ҡатнашыу тураһында;
  12. Википедия проекттарында ҡатнашыу тураһында;
  13. вики-статусы тураһында (патруль, хаким, бюрократ һ.б.);
  14. ҡатнашыусыға ниндәй темалар буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкинлек тураһында;
  15. Википедияға индергән өлөш тураһында;
  16. вики-бүләктәр тураһында;
  17. Википедияны хеҙмәтләндереү һәм мәҡәләләр яҙғанда ҡул аҫтында тоторға яйлы булған мәғлүмәттәр (вики-ҡорал) тураһында;
  18. Википедиялағы, Викимедиа фондындағы һәм уның менән тығыҙ эшләгән башҡа сайттарҙағы файҙалы мәғлүмәттәргә һылтанмалар;
  19. ниндәйҙер файҙаланыусының башҡа тел бүлектәрендәге биттәренә интервики .

Ҡатнашыусы битендә тематик проект ойошторғанда кәрәк булырлыҡ төрлө ғәмәли тәжрибә тураһында мәғлүмәттәр ҡуйыу рөхсәт ителә.

Күпселек осраҡта ҡатнашыусы үҙенең битенә нимәне нисек урынлаштырыуҙы үҙе хәл итергә хоҡуҡлы. Әммә хакимдар ҡатнашыусы биттәрендә ошондай мәғлүмәттәр ҡуя ала:

  • ҡатнашыусының иҫәп яҙмаһы исеме ярарлыҡ түгел икәне тураһында;
  • иҫәп яҙмаһын кемдәндер сәлдергәне тураһында;
  • иҫәп яҙмаһын бикләү тураһында;
  • иҫәп яҙмаһын Википедия:ВИРТ ҡағиҙәләрҙе боҙоп ҡулланыу тураһында;
  • ҡатнашыусыға ҡарата Арбитраж комитет ҡабул иткән ҡарарҙар тураһында.

Ҡатнашыусыларҙың ҡайһы бер биттәре махсус маҡсаттарға файҙаланыуы мөмкин. Мәҫәлән, боттар, йәки юзербокстар өсөн яраҡлы тип табылған Участник:Box биттәр .

Викимедиа проекттарының Мәғлүмәт йәшеренлеге сәйәсәтенә ярашлы ,Википедияла ҡатнашҡан бер кем дә үҙенең ысын исемен асырға бурыслы түгел — шуның өсөн ҡатнашыусы битендә был хаҡта хәбәр итеү ирекле .

Әгәр үҙегеҙҙең ҡатнашыусы битендә ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт ҡуйырға теләмәһәгеҙ, башҡа ҡатнашыусыларға һеҙҙең менән аралашыуҙы еңеләйтер өсөн уларҙы фекер алышыу битенә йүнәлтегеҙ .

Ҡатнашыусының фекер алышыу бите[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:СОУ

Ҡатнашыусының фекер алышыу биттәре башҡа ҡатнашыусылар менән Википедияла эшләүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшереүгә тәғәйенләнә.

Башҡа ҡатнашыусылар һеҙгә хәбәр ҡалдырған осраҡтарҙа икенсе юлы сайтҡа ингәндә һәр ваҡыт һеҙгә үҙлегенән махсус белдереү ебәреләсәк. Ул һеҙ фекер алышыу битенә инмәй тороп экранда күренеп тик торасаҡ.Көйләнмәләрҙә википочта опцияһы һүндерелмәгән осраҡта бындай белдереү һеҙгә уның аша ла ебәреләсәк.

Фекер алышыуҙар ойоштороу өсөн {{Аҫта яңылар}} һәм {{Өҫтә яңылар}} ҡалыптарын файҙаланырға мөмкин.

Теркәлгән ҡатнашыусыларҙың фекер алышыу биттәре үҙҙәренең үтенесе буйынса ла юйҙыртылмай.

Репликаларҙы һәм фекерҙәрҙе яңы урынына һылтанма бирмәй тороп юйҙыртыу тыйыла. Быға хәбәрҙәр архивы(ҡара архивҡа һалыу буйынса тәҡдимдәр), фекер алышыуҙың бүтән бите, йәки биттең архив версияһы инеүе мөмкин. Ҡырағай һәм мәғәнәһеҙ репликаларға, шулай уҡ күрәләтә дөрөҫ булмаған иҫкәртеүҙәргә был тыйыу ҡағылмай. Юйҙыртыла торған репликаны ошолай баһалайһығыҙ икән, айыҡ аҡыл менән эш итегеҙ. (НҠағиҙәләр менән уйнамағыҙ!) һәм икенсе бер ҡатнашыуысының (мәҫәлән, Википедия:ФА, Википедия:ВУ, Википедия:ЗКА һ.б.) һорауы буйынса репликаны юйҙыртыу ҡағиҙәне боҙоу булып сығыуы мөмкин[4].

Теркәлмәгән(аноним) ҡатнашыусылар биттәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияны теркәлмәй генә, исем ҡуймай ғына мөхәррирләгәндә ҡатнашыусының IP-адресы Википедияға ингән бар ваҡыт дауамында теркәлә бара, уның буйынса аноним ҡатнашыусының эш бите төҙөлә һәм теркәлгән ҡатнашыусыныҡы кеүек үк Википедияға индергән өлөшө, «фекерҙәр бите» сағылдырыла. Уларҙа шулай уҡ фекер алышып та була, иҫкәртеүҙәр һәм хатта шәхси мәғлүмәттәр ҙә урынлаштырыла ала.

Бындай биттәрҙе файҙаланыуҙың шулай ҙа етешһеҙлектәре бар:

  • Һеҙҙең «шәхси» һәм ярҙамсы биттәрегеҙҙе IP-адресығыҙҙан (йәки, әйтәйек,прокси-серверҙан) файҙаланған башҡалар ҙа үҙенеке тип әйтеүе мөмкин;
  • IP-адресығыҙҙы үҙгәрткәндә биттәрегеҙ менән "элемтә"не юғалтаһығыҙ(йөкмәткеһенә ҡыйынлыҡ менән булһа ла инә алаһығыҙ, шулай ҙа).

Иҫәп яҙмаһын теркәп ҡуйыуығыҙ һеҙгә исемегеҙҙе йәшерергә күберәк мөмкинлек бирә, сөнки теркәлгән ҡулланыусыларҙың IP-адрестары махсус рөхсәте булған CheckUser ҡулланыусылар ғына күрә ала.

Аноним ҡатнашыусының фекер алышыу бите хәбәрҙеренең әһәмиәте юғалыу сәбәпле юйҙыртыла ала(критерий У.2. ҡыҫҡа ваҡытта юйҙыртыу үлсәмдәре). Был шул уҡ IP-адрестан исем ҡуймай ғына эшләгән башҡа файҙаланыусылар буталмаһын тигән маҡсаттан эшләнә.

Ҡатнашыусының ярҙамсы биттәре[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ЛП

Һәр ҡатнашыусы үҙенә Ҡатнашыусының ярҙамсы биттәре булдыра ала. Ул Ҡатнашыусы:Исем/атама рәүешендә булыуы мөмкин. Мәҫәлән, махсус һылтанма буйынса күсеп, (Ҡатнашыусы:Һеҙҙең бит/Ҡаралама, һеҙ /Ҡаралама ярҙамсы биттәр булдыра алаһығыҙ.

Ярҙамсы биттәр исемлеген бер нисә юл менән ҡарарға була. Бар ысулдар ҙа бер үк һөҙөмтә бирәсәк:

  • Үҙегеҙҙең шәхси битегеҙҙе, фекер алышыу битен йәки теләгән бер ярҙамсы битте асырға ла «Ҡоралдар» тигән менюла «Ҡатнашыусы өлөшө» тигән яҙыуға сыҡылдатырға. Өҫкө буй һыҙатта «Башҡарған эштәр» тигән һылтанмаға баҫып та шуны эшләргә мөмкин.

«Ҡатнашыусы өлөшө» тигән бит асылыр, уны өҫкә табан йүгертеп иң аҫҡы өлөшөнә төшкәс, «Ярҙамсы биттәр» опцияһына сыҡылдатырға.

  • «Ҡоралдар» менюһында «Махсус биттәр» пунктын һайлап, асылған биттәге «Бит исемлектәре» тигән юлда «Бит атамалары баштары буйынса күрһәткес» тигәнгә сыҡылдатырға. Асылған һыҙатта үҙегеҙҙең ҡатнашыусы исемен яҙғас, «Ҡатнашыусы» тигән исемдәр майҙанына инеп, «Башҡарырға» тигәнгә баҫырға. Йәки һыҙатта «Ҡатнашыусы:Һеҙҙең ҡатнашыусы исемегеҙ» тип яҙып, исемдәр майҙанын үҙгәртмәй генә «Башҡарырға» тигәнгә баҫырға.
  • http://ru.wikipedia.org/wiki/Эш бите:PrefixIndex/User:Һеҙҙең ҡатнашыусы исемегеҙ/ һылтанмаһы буйынса күсергә йәки [[Эш бите:PrefixIndex/User:Һеҙҙең ҡатнашыусы ]] һылтанмаһын файҙаланырға була.

Ярҙамсы биттәр ошо маҡсаттарҙа ҡулланыла ала:

  • шәхси маҡсатта — Ҡомлоҡ, мәҫәлән, Ҡатнашыусы:Исем/Ҡомлоҡ,
  • мәҡәләләр өҫтөндә эшләгәндә текстарҙың өҙөктәрен ваҡытлыса һаҡларға ҡуйыу өсөн,
  • мәҡәләне төп майҙанға сығарырға иртә булған осраҡта өлөшләп яҙа торор өсөн,
  • фекер алышыу битен архивҡа ҡуйыр өсөн, мәҫәлән, Ҡатнашыусы фекерҙәре:Исем/Архив/Яҙ, 2007,
  • кәрәкле һылтанмалар исемлеге булдырыр өсөн,
  • ҡатнашыусы битенә биҙәктәр әҙерләр өсөн,
  • башҡа техник маҡсаттарҙа.

Атамалары .js и .css тип тамамланған ярҙамсы биттәр Javascript һәм CSS кодтары өсөн ҡулланыла, ул ҡатнашыусы браузерында башҡарыла (ентеклерәк Википедия:Персональ биҙәлеш тигәндә ҡара). Бындай биттәргә ҡатнашыусы бары тик үҙе, хакимдар һәм сайт төҙөүселәр MediaWiki генә төҙәтмәләр индерә ала.

Ҡатнашыусы биттәрнең йөкмәткеһе[сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөхсәт ителгән йөкмәтке[сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫтәге ике абзацтан сығып әйткәндә, күләме ҙур булмаған ошондай мәғлүмәттәр рөхсәт ителә:

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы #greenlist
  1. Википедия тураһында тәнҡитле фекерҙәр; улар Википедия:Этика тәртибе һәм Википедия:Мыҫҡыллауҙыңү, янауҙың һәм яһиллыҡтың тыйылыуы;
  2. индергән өлөшкә анонимдар, лицензиялар булыуға (шул иҫәптән, fair use материалдарына), рекламаға, тәбиғи исем-баштарға мәҡәләләргә мөнәсәбәт һәм ни өсөн икәне[5];
  3. теге йәки был һүҙбәйләнештәр, хәрефтәр һәм тамғалар буйынса фекерҙәр һәм өҫтөнлөк биреүҙәр ;
  4. Википедияның «иделогик ағымдарына» мөнәсәбәт;
  5. Википедияның ниндәйҙер бер төрөнә өҫтөнлөк биреү"фауналар" ;
  6. шәхси блогтар асыу, социаль селтәрҙәрҙә, форумдарҙа ҡатнашыу һ.б. ;
  7. вики-эшмәкәрлек менән бәйле булмаған уйындар, спорт төрҙәре, йыр-моң, әҙәбиәт һәм башҡа шөғөлдәр менән мауығыу; матди-мәғәнәүи ихтыяждар, сәфәрҙәр, шулай уҡ Википедия программаһына инерлек темалар тураһында;
  8. милләте, теге йәки был ғибәҙәтханаларҙа булыу, фирҡәләрҙә йәки ижтимағи хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу һәм башҡа ғәмәли сағылыштар[6] дини, идеологик һәм социаль инаныстарҙы сағылыдырыуы мөһим;
  9. ҡатнашыусы ниндәй программа тәьминәтен файҙалана;
  10. айырым ҡатнашыусыға бәйләнмәгән, Википедияға ҡағылышлы айырым тематикалы мәғлүмәт һәм һылтанмалар һайлап алыу;
  11. башҡа кешеләрҙең хәтерен ҡалдырмаҫлыҡ юмор (мыҫҡыллау, кешенән көлөү һәм тиҫкәре коннотациялар) по отношению к другим людям,, ҙур булмаған матур фотографиялар;
  12. ҡатнашыусы (фото)портреты;
  13. Википедияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән өгөт-нәсихәт һәм уның принциптарына бәйле эш (мәҫәлән: һөйләнеп ваҡыт уҙҙырма, мәҡәләләр яҙ);
  14. йөкмәткеһен барыһы ла ҡабул итерлек, авторы күрһәтелгән, ҙур булмаған цитаталар .

Бындай мәғлүмәтте урынлаштырыр өсөн ошо ҡалып менән файҙаланырға мөмкин{{Userbox/Таблица}}.

Тәжрибә һәм тест алыу үткәреү өсөн ҡатнашыусыға үҙ майҙанын файҙаланыу тыйылмай. Шулай уҡ пиктограммаларҙы башҡалар сығынты менюларҙы файҙаланғанда ҡамасауламаҫлыҡ итеп ҡатнашыусы битенең эсенә йәки өҫкө уң мөйөшкә урынлаштырыу рөхсәт ителә:

<div class="metadata" style="position: absolute; z-index: 100; top: 10px; right: 0px;">
<div style="float: right; padding-right: .75em;">
[[Файл:|15px]]
</div></div>

Йәшерелә торған йөкмәтке[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусыларҙың инаныстары энциклопедияға индергән өлөштәренә йоғонто яһауы мөмкин, ә ҡайһы саҡ ҡатнашыусыларҙың теге йәки был инаныстары бер үк мәҡәләләр өҫтөндә бергәләп эшләгән саҡта бер-береһе өсөн файҙалы булыуы ла ихтимал. Шул уҡ ваҡытта үҙ инаныстарыңды белдереү башҡа төрлө фекерләүселәрҙә кире ҡараш тыуҙырыуы ихтимал, улар тәғәйен бер ҡатнашыусыға, ул индергән өлөшкә ҡарата насар мөнәсәбәт күрһәтә башлауҙары мөмкин. Шулай килеп сыҡмаһын өсөн ошондай мәғлүмәттәрҙе йәшерергә тәҡдим ителә:

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы #redlist
  1. теге йәки был төбәктәргә йәки уларҙағы хакимиәттәргә мөнәсәбәт;
  2. айырым милләттәргә, дәүләт ҡоролоштарына, дингә, илдәргә, тарихи ваҡиғаларға мөнәсәбәт;
  3. башҡа кешеләрҙең ғәҙәттәренә, ҡараштарына һәм рухи ҡиммәттәренә мөнәсәбәт;
  4. теге йәки был шәхестәргә, уларҙың ғәмәлдәренә йәки биографияһындағы ваҡиғаларға мөнәсәбәт;
  5. интим тормоштағы үҙенсәлектәр;
  6. үткер темалар айҡанлы мыҫҡыллы һәм тәләкәле көлөүҙәр;
  7. социаль- сәйәси инаныстар;
  8. ҡатнашыусының дини, сәйәси, идеологик һәм социаль хәленә мөнәсәбәт;
  9. дини инаныстар;
  10. псевдо-Вавилон: «боҙоп һөйләшеү» һәм башҡа тәбиғи булмаған «телдәр».

Шәхси биттә шундай мәғлүмәттәргә башҡа ҡатнашыусыларҙың кире ҡараш булыуы ихтималлаығын иҫтә тотоп[7], уларҙы ошо ысулдарҙың береһе менән йәшереп була:

  1. тексты һәм ерлекте бер төҫтә алыу , был осраҡта яҙманы файҙаланыусы айырып алып уҡығанда ғына күрә ала ;
  2. ундай мәғлүмәтте төрөлә торған блоктарҙа {{һандыҡ}} ҡулланып йәшереп була.

Тик шунда ла шәхси биттәрҙе Википедия маҡсаттарына яуап бирмәгән ниәттәрҙә файҙаланыр өсөн был ысулдарҙы бик ҡулланмаһағыҙ ине[8].

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы #отказ

[!] Был ҡағиҙәгә һылтанма менән ошо тамғаны ҡуйыу (киң асыла торған блоктың исеме янында йәки ярҙамсы биткә һылтанма янында[9]) Был юл менән ҡатнашыусы блоктағы биттең йәки ярҙамсы биттәрҙең йөкмәткеһе айҡанлы мөмкин булған ризаһыҙлыҡтар өсөн үҙенән яуаплылыҡты ала

Тамға коды:

[[Википедия:ВОТКАЗ|<sup style="color: red">[!]</sup>]]

Ҡатнашыусы битендә рөхсәт ителмәгән йөкмәтке[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы #blacklist

Ҡатнашыусы битендә ошоларға урын юҡ:

  1. ҡатнашыусының үҙ фекерен булған факт тип иҫбатлауы (Википедия:НТЗ);
  2. вандаллыҡ, ҡырағайлыҡ, шулай уҡ ҡаҙарылғыс мәҡәләләр (Википедия:ВАНД);
  3. башҡа ҡатнашыусылар тарафына тупаҫлыҡ, ҡаҙарылыу, мыҫҡыллап көлөү (Википедия:ВЕЖ);
  4. башҡа кешеләрҙе йәки төркөмдәрҙе кәмһетеү һәм яла яғыу (Википедия:НО);
  5. башҡалар биләгән материалдарҙы урынлаштырыу (Википедия:АП);
  6. коммерция ойошмалары йәки сайттары рекламаларын ҡуйыу(Википедия:СПАМ);
  7. Викимедиа Фонды проекттарындаҡатнашмаған кешеләр менән йыш аралашыу, йәки уларҙа эшләүгә ҡағылышһыҙ хәбәрләшеү (Википедия:НЕХОСТИНГ);
  8. Башҡа ҡатнашыусыларға бойороҡ һөйкәлештә, өгөт-нәсихәт, шиғар рәүешендә бирелгән фразалар[10] (Википедия:ТРИБУНАТҮГЕЛ);
  9. Википедияға ҡатнашы булмаған бәхәсле фекерҙәр[11]; әгәр фекерҙәр бәхәс һәм низағ сығарырлыҡ булһа(Википедия:ДЕСТ);
  10. троллинг, шулай уҡ Википедиянан ситтәге, атамаһы һәм йөкмәткеһе бәхәсле материалдарға һылтанма;
  11. социаль, иделологик һәм дини дошманлыҡ тыуҙырырлыҡ мәғлүмәттәр — айырым төркөмдәргә, идеологияларға һәм диндәргә насар ҡараш булыуы, шул иҫәптән ниндәйҙер маргиналь төркөмдәрҙә, хәрәкәттәрҙә һәм төрлө илдәрҙә тыйылған диндәрҙә ҡатнашыу тураһында яҙыу ;
  12. милли дошманлыҡ тыуҙырырлыҡ мәғлүмәттәр — милләттәр, милли мәҙәниәттәр һәм милли дәүләттәр тураһында кире фекер тыуҙырылыҡ яҙмалар, шул иҫәптән ҡатнашыусы милләтсе йәки шовинист булыуы тураһында хәбәрҙәр;
  13. ҡатнашыусыны һис шикһеҙ файҙалы тип танылмаған өсөн категорияларға бүлгесләү (Википедия:КАТ);
  14. оҙайлы ваҡыт мөхәррирләнмәгән проекттарҙы арбитражға биреү.
  15. файҙаланыусылар Википедия навигацияһы менюһына инә алмаҫлыҡ материалдар ҡуйыу

Шулай уҡ ҡатнашыусылар биттәрен Википедия принциптарына һәм ҡағиҙәләренә тап килмәгән маҡсаттарҙа ҡатнашыусы берекмәләре төҙөү өсөн ҡулланыу шулай уҡ тыйыла.[12].

Хакимдар ҡатнашыусы мыҫҡыллы һәм ярамаған исемдәр ҡуйыу арҡаһында бикләнгән биттәрҙе юйҙыртырға хаҡлы. Ваҡыты билдәләнмәй бикләнгән биттәр көнүҙәктән төшкән осраҡта ғына юйҙыртыла (Википедия:НУВ).

Низағтарҙы хәл итеү[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярамай тигән билдәләмәгә йөкмәткеһе тап килеүенә шик булмаған ҡатнашыусы биттәре кисекмәҫтән юйҙыртыла. Уны тергеҙергә маташыу тупаҫ ҡылыҡ тип һанала (Википедия:ДЕСТ). Әгәр ярамаған йөкмәтке биттең бер өлөшөндә генә булһа, ул Википедия:КУ аша юйҙыртылмай.

Йөкмәтке төрлө исемлектәрҙәге төрлө пункттарға индерерлек булһа, уны иң ныҡ тап килгән пунктҡа индерәләр.

Ҡатнашыусы битендәге йөкмәткене ярарлыҡ, йәшеререлек йәки юйҙыртырлыҡ тип таныу буйынса бәхәс сыҡҡанда бының буйынса мәнфәғәттәре булған теләгән бер ҡатнашыусы ул ҡатнашыусының фекер алышыу битендә үҙ ҡарашын нигеҙләп яҙырға хоҡуҡлы. Был осраҡта кәрәкмәгән низағтарға юл ҡуймаҫ өсөн был үтенескә ҡаршы булған тауыштар иғтибарға алынмай. Үтенестәр Участник:Юйҙыртырға тигән иҫәп яҙмаһының ярҙамсы биттәрендә тотола, унда яңы үтенесте нисек тултырыуҙы күрһәткән өлгө һәм кәңәштәр бар.

Әгәр үтенесте мәғлүмәтле итеп өс ҡатнашыусы яҡлап сыҡһа (шәхси биттә был йөкмәткенең ҡуйылыуын ни өсөн яҡлауҙарын күрһәтеп һәм ул йөкмәткене бер һөйләм менән нисек атарға булыуын яҙып), был осраҡта нигеҙле тип һанала һәм хаким, килешмәүселәрҙең дәлилдәренең ҡағиҙәләргә ярашлы булыуын тикшереп, тейешле сара күрә ала. Хаким ниндәйҙер йөкмәткене юйҙыртыуҙы нигеҙле тип табып, ҡарар сығарған осраҡта ул прецедент булып һанала һәм киләсәктә шуға оҡшаш хәлдәр килеп сыҡҡанда мотлаҡ үтәлергә тейеш тип һанала. Был маҡсатта дөйөмләштерелгән әҙерләмә ғәмәлдәге ҡағиҙәләрҙең ярашлы исемлектәренә индерелә.

Юзербокстарҙы урынлаштырыу[сығанаҡты үҙгәртеү]

Берләшмә тарафынан юғары баһа бирелгән шәхси биттәр ғәмәли йөкмәтке иҫәбенә индерелә һәм ҡалып: итеп файҙаланыла ала. Икенән артыҡ ҡатнашыусы тарафынан файҙаланылған йөкмәтке иҫәп яҙмаһының Участник:Box ярҙамсы биттәренә ҡуйылыуы мөмкин . Бүтән юзербокстар ҡатнашыусы биттәрендә тулыһынса асылған килеш ҡуйыла йәки был ҡатнашыусыларҙың ярҙамсы биттәренә урынлаштырыла (Участник:Box тигән биттәге кеүек). Википедия: майҙанында берләшмә тарафынан танылмаған каталогтарҙы ҡуйыу рөхсәт ителмәй. Юзербокс атамаһы шулай уҡ шәхси бит йөкмәткеһе тип һанала.

  1. . «Ҡатнашыусы:» урынына шулай уҡ «User:», ә «Ҡатнашыусы фекерҙәре» урынына — "User talk: " тип ҡулланырға була.
  2. Шәхси биттәр буйынса һорауламалар
  3. Шәхси биттәр тураһында тауыш биреүҙәр
  4. форумда фекер алышыуҙар
  5. Бындай ҡалыптар Википедия өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн кешеләрҙе туплай ала .
  6. Улар йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡағиҙәләр сиктәрендә булырға тейеш.
  7. см. Арбитраж:О формулировках решения АК по иску 315
  8. Арбитраж:Толкование пяти столпов в отношении страниц участников#Ҡарар
  9. Ярҙамсы биттең исемендә йөкмәткеһе асылыуы коллегаларығыҙға өсөн уңайлы булыр — иғтибарға лайыҡмы-түгелме икәнлеге күренеп торор.
  10. әгәр был өгөттәр «вики-философияға» тап килмәһә, ирекле материалдарға һәм энциклопедияны тултырыуға йүнәлтелмәһә Creative Commons
  11. , шулай уҡ тормошҡа ниндәйҙер ҡарашты иҫбатлауға ҡоролған декларациялар. Улар «Был ҡатнашыусы шулай тип иҫәпләй… …» тигән рәүештә генә булһа ла, өнәлмәй
  12. см. Арбитраж:О толковании ВП:ЧНЯВ применительно к объединениям участников