Эстәлеккә күсергә

Дитерихс Михаил Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дитерихс Михаил Константинович
Рәсем
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы һәм Аҡтар хәрәкәте
Тыуған көнө 5 (17) апрель 1874[1], 17 апрель 1874({{padleft:1874|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) или 17 апрель 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3][4]
Вафат булған көнө 9 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[4][1], 9 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) или 1937[2]
Вафат булған урыны Шанхай, Ҡытай[3][4][2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Атаһы Константин Александрович Дитерихс[d]
Әсәһе Ольга Осиповна Мусницкая[d]
Хәләл ефете Мария Александровна Повало-Швейковская[d]
Балалары Горчаков, Николай Михайлович[d] һәм Бредов, Михаил Михайлович[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, Һалдат, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө Хәрби эш[5]
Уҡыу йорто Паждар корпусы[d]
Генераль штаб академияһы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d] һәм генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Рус-япон һуғышы, Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Сражение при Ляояне[d], Сражение на реке Шахе[d], Мукденское сражение[d], Брусиловский прорыв[d], Салоникский фронт[d], Восстание Чехословацкого корпуса[d], Силәбе операцияһы, Тубыл операцияһы һәм Приморская операция[d]
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d], кавалерия[d] һәм пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени с мечами орден Святой Анны 3-й степени с мечами и бантом орден Святого Станислава 2-й степени с мечами орден Святого Владимира 4-й степени с мечами и бантом 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святого Владимира 3-й степени с мечами орден Святого Владимира 2-й степени с мечами золотое оружие с надписью «За храбрость» орден Святого Станислава 1-й степени с мечами орден Святой Анны 1-й степени Военный крест офицер ордена Почётного легиона орден Бани Военный крест 1914—1918 годов
 Дитерихс Михаил Константинович Викимилектә

Дитерихс Михаил Константинович (17 апрель 1874 йыл — 9 октябрь 1937 йыл) — Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Генерал‑лейтенант (1918). 1904—1905 йылдарҙағы Рус‑япон һәм Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт ғәскәренең почётлы казактары (Ил егете) исемлегенә индерелгән (1920). Приамурье земство крайы хакимы (1922 йыл).

1874 йылдың 5 (17) апрелендә Санкт — Петербургта полковник-артиллерист Константин Александрович Дитерихстың һәм Ольга Иосифовна Мусницкаяның ҙур ғаиләһендә тыуған[6].

1894 йылда Паждар корпусын тамамлағандан һуң 2-се лейб-гвардия артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә. 1900 йылда 1-се разряд буйынса Генераль штабы Николаев академияһын тамамлай. 1990—1903 йылдарҙа штаб вазифаларында Мәскәү хәрби округы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1903 йылда 3-сө драгун полкы эскадроны командиры итеп тәғәйенләнә.

Һуғыш башланғас, 17-се Армия корпусы штабы ҡарамағында махсус йомоштар өсөн офицер булып тәғәйенләнә. Фронтҡа 1904 йылдың авгусында килә. Ляоян тирәһендә, Шах йылғаһында, Мукден тирәһендәге алыштарҙа ҡатнаша. 1905 йылдың 17 апрелендә подполковник дәрәжәһенә күтәрелә һәм корпус штабына махсус йомоштар өсөн офицер вазифаһына күсерелә.

Рус-япон һуғышынан һуң Мәскәү хәрби округына әйләнеп ҡайта. 1906 йылда 7-се армия корпус штабы янына махсус йомоштар өсөн штаб-офицеры итеп тәғәйенләнә. Ошондай уҡ вазифаға Киев хәрби округына күсерелә. 1909 йылда полковник званиеһына лайыҡ була. 1910 йылда округ штабы өлкән адъютанты итеп тәғәйенләнә. 1913 йылда Генераль штабы Баш идаралығының мобилизацион бүлегенә бүлексә начальнигы итеп тәғәйенләнә. Беренсе донъя һуғышын ошо вазифала ҡаршылай.

Беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914—1916 йылдарҙа, Беренсе донъя һуғышы осоронда, 3-сө армияның штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1916 йылдың сентябре башында ул үҙе етәкләгән 2-се Айырым пехота бригадаһы һәм Архангельскиҙан һәм Салоникиларҙан ошондай уҡ тағы ике махсус формированиелар менән серб армияһына ярҙамға юллана (28 сентябрҙә барып етә). 1916 йылдың ноябрь уртаһында уның етәкселегендә болгар армияһының частары ҡыйратыла, һөҙөмтәлә союздаштар 19 ноябрҙә Монастир ҡалаһын яулап ала. Ошоноң менән хәрби уңыштар тамамлана.

Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Февраль революцияһынан һуң Рәсәйгә ҡайтарыла. 1917 йылдың 24 авгусынан алып 6 сентябргә тиклем Петроград айырым армияһы штабы начальнигы була, 6 сентябрҙән 16 ноябргә тиклем — генераль штабы начальнигы.

21 ноябрҙә Украинаға күсенә, 1918 йылдың мартында Чехословак корпусы штабы начальнигы була. Корпус менән ул (июнь айында) Александр Колчакка ярҙам күрһәтә, 1919 йылдың 17 ғинуарында Колчак уны батша ғаиләһенең һәләк булыу cәбәптәрен тикшереү комиссияһы етәксеһе итеп тәғәйенләй (Дитерихс әүҙем монархист була), әлеге комиссияны ул шул уҡ йылдың 7 февраленә тиклем етәкләй.

1919 йылдың 1 июленән 22 июленә тиклем Себер армияһы командующийы була, 22 июлдән 17 ноябргә тиклем — Көнсығыш фронты командующийы һәм ошо уҡ ваҡытта, 12 августан 6 октябргә тиклем, Колчактың штабы начальнигы була. Омск оборонаһы буйынса Колчак менән фекер айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә үҙ теләге менән отставкаға китә. 1919 йылдың йәйе-көҙөндә дин яҡлау идеологияһы менән православныйҙарҙың «Изге Тәре Дружинаһы» һәм мосолмандарҙың «Йәшел Байраҡ Дружинаһы» ирекле формированиеларын төҙөү инициаторы була. 1919 йылдың сентябрендә адмирал Колчактың һуңғы һөжүм операцияһын әҙерләй һәм уны уңышлы үткәрә — Тубыл өҙөклөгө. 1920 йылдың майынан Рәсәйҙең Көнсығыш сиге Ҡораллы көстәре баш командующийы Г.М.Семёнов эргәһендәге Хәрби кәңәшмә рәйесе була. 1920 йылдың 15 июнендә Чита ҡалаһында башҡорт вәкилдәренең Хәрби кәңәшмәһе ҡарары менән Башҡорт ғәскәренең почётлы казактары (Ил егете) исемлегенә индерелә[7]. 1922 йылдың июнендә Амур буйы Ваҡытлы хөкүмәте ғәскәрҙәренә һәм флотына етәкселек итә.

1922 йылдың 23 июлендә Владивостокта Земство соборында Алыҫ Көнсығыш хакимы һәм Земство воеводаһы итеп һайлана.

1922 йылдың октябрендә Приамурье земство крайы ғәскәрҙәре еңелеүгә дусар була һәм Дитерихс Ҡытайға эмиграцияға китергә мәжбүр була, Шанхайҙа йәшәй. 1930 йылда Урыҫ Дөйөм ғәскәр союзының Алыҫ Көнсығыш бүлексәһе рәйесе булып китә. 1937 йылдың 9 октябрендә вафат була, Шанхайҙа, Лю-Кавей зыяратында, ерләнгән. «Мәҙәни революция» осоронда зыярат ҡыйратыла.

  • 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1902)
  • 3-се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Анна ордены (18.09.1904)
  • 4-се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир ордены (02.02.1905)
  • 2-се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены, (06.04.1905)
  • 2-се дәрәжә ҡылыслы Изге Анна ордены (07.07.1907)
  • 3-се дәрәжә Изге Владимир ордены (6.12.1914)
  • Георгий ҡоралы (11.04.1915)
  • 1-се дәрәжә ҡылыслы Изге Станислав ордены (08.10.1915)
  • 3-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1915)
  • 1-се дәрәжә Изге Анна ордены (26.01.1916)
  • 2-се дәрәжә ҡылыслы Изге Владимир ордены (1.12.1916)

Сит ил наградалары:

  • британ Бани ордены (командор тәреһе) (12.05.1916)
  • француз 1914—1918 йылдарҙағы Хәрби тәреһе (guerre de Croix) пальма ботаҡтары менән (19.10.1916)
  • француз Почетлы Легион Ордены (офицер тәреһе) (10.01.1917)

Ҡалып:Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында командующийҙар