Зубр
Зубр | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Европа зубрының үгеҙе | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Bison bonasus (Linnaeus, 1758) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Bos bonasus Linnaeus, 1758
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ареал | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Голоцен дәүерендә таралыуы Тарихи осорҙа таралыуы XX быуатта таралыуы
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Юғалыуға бирешеүсе төр
IUCN 3.1 Vulnerable : 2814 | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төр юғала | |
Төр тураһында мәғлүмәт Зубр ИПЭЭ РАН сайтында |
Зубр[1], йәки Европа зубры[1] (лат. Bison bonasus) (башҡортса шулай уҡ думбай, ҡыр үгеҙе) — пар тояҡлылар (лат. Artiodactyla) отрядының ҡыу мөгөҙлөләр (лат. Bovidae) ғаиләһендәге үгеҙҙәр (лат. Bovinae) ярымғаиләһенең бизондар (лат. Bison) төркөмөнә ҡараған һөтимәр хайуан.
Ҡырағай үгеҙҙәрҙең Европала һаҡланып ҡалған һуңғы төрө[2][3]. Иртә Урта быуаттарҙа зубрҙар Көнбайыш, Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа урмандарында осраған. Уларҙың көн иткән мөхите — уртаса климатлы һыҙаттың япраҡлы, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандары. Зубр — өйөрлө мал, уларҙың ғәҙәттәге көтөүе 12 баштан 20-гә тиклем хайуандан тора, улар һыйырҙар һәм йәш мал (тана-торпо йәки тай-тулаҡ). Енси яҡтан өлгөргән үгеҙҙәр көтөүгә ҡауышыу (ҡасыу) ваҡытында ғына килеп ҡушыла.
Зубрҙың яҡын туғаны — америка бизоны (лат. Bison bison), Уның менән бер ниндәй сикләүһеҙ ҡауышып, зубр үрсемле тоҡом тыуҙыра.
XX быуаттың 20-се йылдарында зубр юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында була. Ҡырағай кавказ зубрҙарының һуңғыларын Көнбайыш Кавказда 1926 йылда атып алалар[4], ә тигеҙ урындарҙа көн иткәндәренең шулай уҡ һуңғыһы 1921 йылда Беловежье шырлығында юҡ ителә[5]. Бөгөнгө зубрҙарҙың барыһы ла XX быуат башында зоопарк һәм ҡурсаулыҡтарҙа тотолған 12 заттың тоҡомо[6]. Түбән генетик үҙгәреүсәнлек был биологик төрҙөң оҙаҡ ваҡыт һаҡланыуы өсөн төп ҡурҡыныстарҙың береһе[7]. Зоопарктар һәм айырым кешеләрҙең зубрҙарҙы һаҡлап ҡалыу юнәлешендәге тырышлығы һөҙөмтәһендә 1952 йылда уларҙың тәүге бәйһеҙ көтөүҙәрен Беловежье урманына яңынан килтереп ебәреү мөмкинлеген бирә. 2004 йылда Ер йөҙөндәге ҡырағай тәбиғәт шарттарында айырым территория биләгән һәм дөйөм һаны 1955 баш булған 31 зубр көтөүе (популяция) иҫәпкә алынған — был уларҙың донъялағы һанының 60 процентын тәшкил итә[8].
Атаманың килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ телендәге зубр һүҙе бик боронғо славян телендәге *zǫbrъ һүҙенә барып тоташа, уның үҙ сиратында ҡасандыр осло предметты («острый предмет») аңлатҡан *zǫbъ («зуб») һүҙенән килеп сығыуы ихтимал[9]. Был осраҡта килеп сығышы йәһәтенән *zǫbrъ — «осло мөгөҙлө хайуан» («животное с острыми рогами»)[10].
Систематика һәм генетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биологик төр буйынса зубр бынан 2,5—5 миллион йыл арауығында Көньяҡ-Көнсығыш Азияла барлыҡҡа килгән бизондарға (лат. Bison) ҡарай. Артабанғы осорҙарҙа улар хәҙерге Европа һәм Азия биләмәләренә күсә, ул замандарҙағы Беренг муйыны аша Төньяҡ Америкаға сыға[11]. Зубрҙарҙың табылған ҡалдыҡтарының иң боронғолары бынан бер һәм ике миллион йыл осорона ҡарай[12]. Европа зубрынан тыш хәҙерге ваҡытта бизондарға тағы ла бер биологик төрө — америка бизоны (лат. Bison bison) индерелеп йөрөтөлә. Дала зубрҙары (лат. Bison priscus) 2 миллион йыл элек үлеп бөткәс, Европала уларға алмашҡа хәҙерге зубрҙар, ә Төньяҡ Америкала — америка бизондары килә[13][14].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зубр — Европаның иң ауыр һәм эре һөт имәр ер хайуаны,[16] әммә XIX быуат аҙағында европа зубры ҙурлығының кәмеүе күҙәтелә[17]. XX быуаттың тәүге яртыһында беловеж ярым төрө оло үгеҙҙәренең 1200 килограмға еткәндәре осрай[18] Кавказ ярым төрө үгеҙҙәре әҙерәк еңелерәк була — уларҙың ауырлығы уртаса 480 кг була, иң эре хайуандар ҙа 700 килограмдан артмай[19]. Хәҙерге зубрҙар ҙурлыҡтары буйынса үҙҙәренең бер быуат элек йәшәгән оло быуындарынан да (һәм уларҙың һаҡланып ҡалған толобонан (чучело), америка бизонының ярым төрөнөң береһе булған урман бизонынан да (лат. Bison bison athabascae) ҡалыша. Хәҙерге беловеж ярым төрө оло үгеҙҙәренең ауырлығы 400-ҙән 920 килограмға тиклем була[3][20][21]. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, белешмә китаптарҙа әлегә тиклем уларҙың ауырлығы 1000 килограмға тиклем тип күрһәтелә[22]. Ата менән инә зубрҙар ауырлығындағы айырма улар өс йәшкә еткәндә беленә һәм шулай ғүмерҙәре буйы һаҡланып ҡала[23]. Яңы тыуған башмаҡтар уртаса 24 кг тирәһе булһа, үгеҙ быҙауҙар 28 кг булып тыуа[24]. Тәүге өс айҙа улар үҙ ауырлыҡтарын ике тапҡырға арттыралар, ә йәшәүҙәренең беренсе йылы аҙағына һыйырҙарҙың уртаса ауырлыҡтары 175 кг булһа, үгеҙҙәр 190 килограмм тарта. Дүрт йәшлек үгеҙҙәр уртаса 467 кг тирәһенә, һыйырҙар — 341 кг ауырлыҡҡа етә[21], ә алты йәштә — үгеҙҙәр уртаса 634 кг (436-нан 840 кг-ға тиклем), һыйырҙар — 424 кг (340 кг-нан 540-ҡа тиклем) тарта[25].
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәү башта зубрҙарҙың таралыу өлкәһе (ареалы), Пиреней ярымутрауынан Көнбайыш Себергәсә таралып, Англия менән көньяҡ Скандинавияны ла үҙ эсенә алған. Был оло биләмәлә зубрҙар урмандарҙы ғына түгел, асыҡ урындарҙы ла үҙ иткән. Артабан кешеләрҙең бер туҡтауһыҙ аулауы арҡаһында зубр бары тик ҡуйы урмандарҙа ғына осрар йәнлеккә әйләнә. Урта быуаттарҙа уҡ кешеләр, зубрҙарҙы юғары баһалап, уларҙы ҡәҙерләгән һәм браконьерҙарҙан ҡурсалаған, әммә йылдан-йыл был хайуандар һиҙелеп кәмей барған. Тиҙҙән зубр бары тик Беловежье шырлығында һәм Кавказда ғына тороп ҡалған. Беренсе донъя һуғышы һәм унан һуңғы бөлгөнлөк йылдары зубрҙар өсөн ысын һәләкәткә әйләнә. Иректә йәшәгән һуңғы зубрҙы Беловежье шырлығында лесничий Казимир Шпаковским 1921 йылда атып ала. Кавказдағы һуңғы өс зубрҙы Алоус тауы биттәрендә 1926 йылда үлтерәләр. Донъялағы барлыҡ зоопарктарҙа һәм шәхси биләмәләрҙә ни бары 66 баш зубр тороп ҡала. Поляк зоологы Ян Штольцман (1854—1928) башланғысы менән 1923 йылда Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында Халыҡ-ара зубрҙарҙы һаҡлау йәмғиәте ойошторола. Махсус программа буйынса зоопарктарҙан тәбиғәткә ебәрелгән зубрҙар Польша, Испания[26], Белоруссия, Литва, Молдова, Украина, Словакия һәм Германия урмандарында көн күрә[27].
Рәсәйҙәге тәүге зубр питомнигы 1948 йылда Мәскәү өлкәһенең Серпухов районы биләмәләрендә урынлашҡан (урыҫса) Приокско-Террасный ҡурсаулығында булдырыла. Шул ваҡыттан 2009 йылғаса бында үҫтерелгән 328 яҡшы тоҡомло зубр Рәсәй, Украина, Белоруссия, Литва һәм башҡа илдәрҙең төрлө райондарына ебәрелә. Рязань өлкәһенең Спасс районында Ока биосфера дәүләт ҡурсаулығы (Окский биосферный государственный заповедник) урынлашҡан, бында 1959 йылдан зубр питомнигы бар. 1989 йылдан был хайуандарҙың ирекле популяцияһы Владимир өлкәһендәге Клязьма-Лух (Клязьминско-Лухский) заказнигында көн итә. 1991 йылда зубрҙар Вологда өлкәһе биләмәләренә лә килеп сыға, хәҙер уларҙың һаны 60-ҡа яҡын, маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыу аҙағына тиклем зубрҙар 90 башҡа етергә тейеш.[28]. Был һирәк осраған хайуандар 1992 йылдан Калуга өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында, Орёл һәм Тула өлкәләре менән сиктәш территорияла урынлашҡан «Калужские засеки» исемле яңы ҡурсаулыҡта ла бар. 1996 йылдан «Орловское Полесье» милли паркынв 65 баш зубр килтерелеп, унда дөйөм һаны 120 хайуандан артҡан өс төркөм булдырылған[29].
Зубрҙар шулай уҡ «Смоленское Поозерье» милли паркында[30], Беларусь Республикаһының Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы һәм «Озёры» республика ландшафт заказнигында[31][32], Кавказдағы Төньяҡ Осетин, Теберда һәм Кавказ ҡурсаулыҡтарында, Цей заказнигында көн күрә.
2011 йылда Якутиялағы Плейстоцен паркына (Плейстоценовый парк) Приокско-Террасный ҡурсаулығынан килтерелгән зубрҙар ебәрелде[33]
Биология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғүмер оҙонлоғо — 23–25 йыл
- Ҡасыу ваҡыты — июль уртаһынан сентябрь бөткәнсе
- хәҙер ҡасыу ваҡытының аныҡ миҙгеллеге боҙолған
- Йөклө булыу ваҡыты — 9 ай (262–267 тәүлек)
- Енси өлгөрөү — 1,5–2 йәшкә
- Тәүге быҙаулау — 4 йәштә
- Уңайлы шарттарҙа үрсеү — йыл һайын
- Һөт ҡуйылығы — 12 процентҡа тиклем
- Быҙауын 5 айға, ҡайһы саҡта — бер йәшкә тиклем имеҙә
- Репродукция осоро:
- һыйырҙар — 3 йәштән 18 йәшкәсә
- үгеҙҙәр — 5 йәштән 15 йәшкәсә
- Тыуыуына 1,5 сәғәттән һуң быҙау инәһе артынан эйәрә ала
- Быҙау 19–22 көнлөк булғас үлән ашай башлай.
Үҙ-үҙен тотошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зубрҙар башлыса инә хайуандарҙан һәм йәш быҙауҙарҙан торған өстән егермегә еткән ҙур булмаған көтөү менән йәшәй. Көтөүҙәге башлыҡ та инә зубр була. Ата хайуандар берәмләп көн күрә һәм көтөүгә ҡауышыу (ҡасыу) ваҡытында ғына парлашыу өсөн килеп ҡушыла. Эҫе, көҙгө ҡырауҙар, энергия етмәүе енси торошҡа туранантура йоғонто яһай, шуға ла махсус урындарҙа бикләнеп аҫралған һәм яҡшы ашатылған зубрҙарҙа ҡасыу осоро уңайлы температура булғанда йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында башланырға мөмкин. Тәбиғи шарттарҙа йәшәгән хайуандарҙың ҡасыу осоро август-сентябргә тура килә. Оҙаҡ ваҡыт бикләнгән урындарҙа үрсетелгәнгә хәҙер зубрҙарҙың ҡасыу ваҡытының аныҡ миҙгеллеге боҙолған. Көнәркәш (конкурент) үгеҙҙәр теге йәки был һыйыр өсөн бер-береһен ныҡ имгәткәнсе алыша ала. Ҡышҡы осорҙарҙа ваҡ көтөүҙәр ҙурыраҡ булып бергә йыйыла, уларҙа ҡайһы саҡта бер нисә үгеҙ ҙә була. Һыйырҙарҙыҡ ауырлы осоро 9 ай дауам итә. Май менән июль араһында улар ғәҙәттә бер быҙау тыуҙыра, һәм ул инәһенең [һөт]]өн бер йәшкә тиклем имергә мөмкин. Дүрт йәшлек зубр енси яҡтан өлгөргән булып һанала, шул уҡ ваҡытта бынан алдараҡ йә һуңыраҡ етешеүселәре лә осрай. Йәш үгеҙҙәр, инәләренең көтөүенән киткәс, бер үҙе генә айырым йәшәү өсөн етерлек көс туплағансы йыш ҡына үҙҙәренең йәш көтөуенә ойоша. Зубрҙарҙың ғүмер оҙонлоғо 28 йылға тиклем етә.
Кеше менән мөнәсәбәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ерҙәге һуңғы боҙлоҡ осоронан башлап кеше зубрҙарҙы аулай башлаған. Мәмерйәләрҙә улар төшөрөлгән һүрәттәр йыш осрай. Урта диңгеҙ буйҙарындағы төбәктә зубр тәүге тарихи яҙыуҙар барлыҡҡа килгәнсе үлеп бөтһә лә, боронғо гректар һәм римляндар Балҡан ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан тарихи Фракия өлкәһе һәм Германия биләмәләрендә көн иткән был хайуан тураһында белгән. Зубрҙы беренсе булып боронғо Римдең эрудит-яҙыусыһы Плиний өлкән «бизон» тип тасуирлай. Ул зубрҙы «ат яллы үгеҙгә оҡшата. Аяҡтары бик ҡыҫҡа булғанлыҡтан, яуҙа уларҙан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Дошманы менән алышыу урынына зубр һәр ҡурҡыныстан ҡаса, үҙе артынан ярты милгә тиклем тиҙәк ҡалдыра, уныһы, ҡыуып килеүсе тейһә, ут һымаҡ яндыра». Был тарихтың ысынға тура килмәүен белеү өсөн тағы ла һуңыраҡ дәүерҙәрҙә римляндар зубрҙарҙы йыш осрата. Артабан улар зубрҙарҙы ареналарҙа гладиаторҙар менән алышыу өсөн Римгә алып килә.
Урта быуаттар әҙәбиәтендә ара-тирә һүрәтләнгән зубрҙарҙың беҙ белгән зубрмы, әллә хәҙер юҡҡа сыҡҡан ҡырағай үгеҙҙәр (Bos taurus primigenius) төрсәһеме икәнен күп ваҡыт аңлашылмай. Урмандарҙы юҡ итеү, кеше йәшәгән ауылдар тығыҙлығының артыуы һәм интенсив һунар итеү XVII һәм XVIII быуаттарҙа Европаның барлыҡ илдәрендә тиерлек зубрҙарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. XIX быуат башына ҡырағай зубрҙар бары тик ике төбәктә: Кавказда һәм Беловежье шырлығында ғына тороп ҡала. Уларҙың һаны 500 баш тирәһе була, һәм быуат дауамында, Рәсәй властары тарафынан күрелгән һаҡлау сараларына ҡарамаҫтан, һиҙелерлек кәмей. 1921 йылға Беренсе донъя һуғышы барышындағы һәм унан һуңғы йылдарҙағы тәртипһеҙлек һәм башбаштаҡлыҡ (анархия) һөҙөмтәһендә зубрҙар браконьерҙар тарафынан тулыһынса ҡырып бөтөрөлә — һуңғы инә зубрҙы Беловежье урманының элекке лесничийы Бартоломеус Шпакович шул йылдың февраленда атып ала[34] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Казимир Шпаковский). Кавказдағы зубрҙар («кавказ зубры» төрсәһе) 1927 йылдың йәйендә юҡ ителә: көтөүселәр ул ваҡытта Алоус тауында өс зубрҙы атып ала, улар, моғайын, был төбәктәге ошо төр хайуандарҙың һуңғылары була[35];
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комментарийҙар
- Сығанаҡтар
- ↑ 1,0 1,1 Книга: Пятиязычный словарь названий животных. Млекопитающие|страницы=129
- ↑ Красная книга Республики Беларусь = Чырвоная кніга Рэспублікі Беларусь. — Минск : Беларуская Энцыклапедыя, 1993. — ISBN 5-85700-095-5.
- ↑ 3,0 3,1 В. Е. Флинт, И. П. Белоусова, В. И. Пере-рва, В. Д. Казьмин, Е. Г. Киселёва, И. В. Кудрявцев, Н. В. Пирожков, Т. Г. Сипко. Стратегия сохранения зубра в России // Всемирный фонд дикой природы (WWF)/Российская Академия наук. — Москва, 2002. — ISBN 2227-8397.
- ↑ И. С. Башкиров. Кавказский зубр. — Москва: Главное управление по заповедникам, зоопаркам и зоосадам, 1939. — С. 3—72.
- ↑ 5,0 5,1 Р. Михайлов. Гибель и возрождение Кавказского зубра (7 август 2012). Дата обращения: 11 май 2015.
- ↑ M. Krasińska, Z. Krasiński, 2008, s. 42
- ↑ A. Bemmer. Lob des Wiederkäuens // Der Tagesspiegel. — 2013. — Vol. 28.
- ↑ M. Krasińska, Z. Krasiński, 2008, s. 265
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 2. — С. 107.
- ↑ Boryś W. Słownik etymologiczny języka polskiego. — Wydawnictwo Literackie. — Kraków, 2005. — С. 757. — ISBN 978-83-08-04191-8.
- ↑ M. Krasińska, Z. Krasiński, 2008, s. 19
- ↑ K. Nigge, K. S. Hagen, 2004, s. 34
- ↑ F. Gottschalk, 2002, s. 53
- ↑ E. L. Verkaar, I. J. Nijman, M. Beeke, E. Hanekamp, J. A. Lenstra (2004). «Maternal and Paternal Lineages in Cross-Breeding Bovine Species. Has Wisent a Hybrid Origin?». Molecular biology and evolution 21 (7): 1165–70. DOI:10.1093/molbev/msh064. PMID 14739241.
- ↑ Демидов Елим Павлович E. Demidoff, Prince San Donato. Hunting trips in the Caucasus. — London: R. Ward, limited XVI, 1898. — 319 p.
- ↑ Заповедники зубров в Румынии . ИНТЕРРАДИО РУМЫНИЯ (12 август 2011). Дата обращения: 11 май 2015.
- ↑ Зубр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ К. К. Флёров. Обзор диагностических признаков беловежского и кавказского зубров // Известия Академии Наук СССР, отдел, математ. и естеств. наук. — 1932. — Т. VII серия. — № 10. — С. 1579–1590.
- ↑ П. Козло, А. Буневич. Зубр в Беларуси. — Минск: Беларус. навука, 2011. — С. 17. — 366 с. — ISBN 978-985-08-1332-9.
- ↑ M. Krasińska. Hybrydy lubra i bydia domowego. — Wroclaw, 1988. — P. 192.
- ↑ 21,0 21,1 M. Krasińska, Z. Krasiński, 2008, s. 39
- ↑ Bison bonasus European bison . Animal Diversity Web (ADW) (12.10. 2013). Дата обращения: 11 май 2015.
- ↑ N. Stenseth Population Ecology and Conservation of Endangered Megafauna: The Case of European Bison in Białowieża Primeval Forest, Poland // Animal Conservation. — 2007. — Vol. 10. — P. 77—87.
- ↑ M. Krasińska, Z. Krasiński, 2008, s. 38
- ↑ Wisent, European Bison - Bison bonasus . LHNet. Дата обращения: 11 май 2015. 2012 йыл 21 август архивланған.
- ↑ Новая встреча со старым знакомым: Зубр. Сохранение через развитие. Коллоквиум в Институте Сервантеса . Instituto Cervantes (Moscú). Дата обращения: 13 июнь 2013. Архивировано 13 июнь 2013 года.
- ↑ In Germany they have released wisent into the Wild - European Wildlife . Архивировано 6 июль 2013 года. (инг.)
- ↑ Официальный сайт Правительства Вологодской области — Новости(недоступная ссылка)
- ↑ Портал Орловской области 2021 йыл 5 май архивланған.
- ↑ Зубры вновь на Смоленщине или мы сделали это! (30 октября 2015). 10 ноября 2015 тикшерелгән. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Фильм «Радиоактивные волки Чернобыля»
- ↑ Стадо зубров в Полесском радиационно-экологическом заповеднике ежегодно увеличивается 2011 йыл 28 сентябрь архивланған.
- ↑ Серпухов | Пятеро смелых…зубров — БезФормата. Ru 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ Игорь Акимушкин. Трагедия диких животных. — Москва: Мысль, 1969.
- ↑ Заповедники СССР. Заповедники Кавказа / Под общ. ред. В. Е. Соколова, Е. Е. Сыроечевского. М.: Мысль, 1990—365, [2] с.: ил., карт. — С. 95.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Соколов В. Е. (отв. редактор), Вольскис Р. С., Гиляров М. С., Громов И. М., Даревский И. С., Заянчкаускас П. А., Иванов А. В., Ильичёв В. Д., Лукин Е. И., Неронов В. М., Никольский Г. В., Попов В. А., Расс Т. С., Рыжиков К. М., Световидов А. Н., Свешников В. А., Смирнов Н. Н., Старобогатов Я. И., Суханов В. Б., Степанян Л. С., Флёров К. К., Хаберман X. М., Шварц С. Л., Щербак Н. Н., Юдин К. А., Яблоков А. В. Зубр. Морфология, систематика, эволюция, экология. — Москва: «Наука», 1979. — 496 с.
- Немцев А. С., Раутиан Г. С., Пузаченко А. Ю., Сипко Т. П., Калабушкин Б. А., Мироненко И. В. Зубр на Кавказе. — Москва-Майкоп: «Качество», 2003. — 292 с. — ISBN 5-901701-40-2.
- Карцев Г. П. Беловежская Пуща: Её исторический очерк, современное охотничье хозяйство и Высочайшие охоты в Пуще. — Санкт-Петербург: «Артистическое заведение А. Ф. Маркса», 1903. — 414 с.
- Перерва В. И. Возвращение зубра. — Москва: «Колос», 1992. — 207 с. — ISBN 5-10-001536-5.
- Флинт В. Е., Белоусова И. П., Перерва В. И., Казьмин В. Д., Киселёва Е. Г., Кудрявцев И. В., Пирожков Н. В., Сипко Т. Г. Стратегия сохранения зубра в России. — Москва : Всемирный фонд дикой природы (WWF)/Российская Академия наук, 2002. — 45 с. — ISBN 2227-8397.
- Gottschalk F. Wisentinseln — Lebensbilder des europäischen Urwaldriesens. — Tessin: WAGE, 2002. — ISBN 3-9807492-5-8.
- Krasińska M., Krasiński Z. Der Wisent. — Die Neue Brehm-Bücherei. — Hohenwarsleben : Westarp Wissenschaften, 2008. — Bd. 74. — ISBN 3-89432-481-3.
- Mohr E. Der Wisent. — Leipzig: Akademische Verlagsgesellschaft Geest & Portig, 1952. — ISBN 3-89432-481-3.
- Niethammer J., Krapp F. Handbuch der Säugetiere Europas. — Paarhufer (Suidae, Cervidae, Bovidae). — Wiesbaden : Aula, 1986. — Bd. 2. — ISBN 3-89104-026-1.
- Nigge K., Hagen K. S. Die Rückkehr des Königs. Wisente im polnischen Urwald. — Steinfurt: Tecklenborg, 2004. — ISBN 3-934427-46-4.
- Pucek Z., Belousova I. P., Krasińska M., Krasiński Z. A. and Olech W. European bison (Bison bonasus). Current state of the species and an action plan for its conservation // IUCN/SSC Bison Specialist Group. — Strasbourg, 2003.
- Pucek Z., Belousova I. P., Krasińska M., Krasiński Z. A. and Olech W. European Bison. Status Survey and Conservation Action Plan. — Gland, Switzerland and Cambridge, UK: IUCN/SSC Bison Specialist Group., 2004. — ISBN 2-8317-0762-5.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зубр Викимилектә |
- Bison bonasus Linnaeus, 1758 — Зубр . Позвоночные животные России. Институт проблем экологии и эволюции им. А. Н. Северцова Российской академии наук. Дата обращения: 21 май 2013.
- Зубр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Зубр европейский
- Зубры и туры в долине Кирзыча(недоступная ссылка) Записки Юрия Михайловича Последова 1985 год.
- Фернандо Моран: сохраняя зубров, спасаем людей
- Зубр в Красной книге Украины