Карст
Карст | |
нем. Karst | |
Ҡайҙа өйрәнелә | карстоведение[d] |
---|---|
Карст Викимилектә |
Карст, шулай уҡ карст күренеше (нем. KarstKarst — Балҡан ярымутрауындағы Карст яйлаһы атамаһы буйынса) — тәбиғи һыуҙарҙың тау тоҡомдарын иретеп, үҙенсәлекле рельеф формаларын һәм комплекстарын хасил итеүе. Карст күренеше һыуҙа еңел ирей торған тау тоҡомдары — эзбизташтар, доломиттар, гипстар, таштоҙҙар, мәрмәр ер өҫтөнә яҡын урынлашҡан урындарҙа осрай. Донъяла эзбизташлы иң ҙур карст — Nullarbor Plain (Австралия). Словения карст упҡындары ҡурҡынысы буйынса беренсе урында, АҠШ икенсе урында.
Карст үҙенсәлекле гидрографияға эйә: ер аҫты һыуҙарының хәрәкәте бары тик карслы урындарҙа ғына мөмкин, быға ер аҫты күлдәре, ер аҫтында юғалыусы йылғалар, ҡоро үҙәндәр, ҡыуышлы үҙәндәр миҫал булып тора.
Карст үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карст үҫеше процесы барһын өсөн түбәндәге шарттар кәрәк:
- һыу йыйылып, эскә үтеп инә алһын өсөн тигеҙ йә иһә бер ни тиклем ауыш өҫлөк;
- карсланыуға (иреүгә) бирешеүсе ярайһы ҡалын тау тоҡомдары һәм уларҙың ярылыусанлығы;
- иреүсән тау тоҡомона ер аҫты һыуҙарының тигеҙһеҙ йәки агрессив тәьҫир итеүе;
- ер аҫты һыуҙарының хәрәкәтен тәьмин итә торған шарттар булыу.
Карст төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер аҫты һыуҙары кимәле буйынса тәрән һәм һай карст төрҙәренә айыралар.
Шулай уҡ «яланғас», йәки Урта диңгеҙ карсы ла осрай,[1] бындай карст формалары тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламынан (мәҫәлән, Тау Ҡырымы) мәхрүм, һәм «ҡапланған» йәки европа карсы, унда тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламы һаҡлана.
Карсҡа ер өҫтө (соҡорҙар, каррҙар, улаҡтар, ҡаҙанлыҡтар, каверна һ. б.) һәм ер аҫты (карст мәмерйәһе, галереялар, ҡыуышлыҡтар, юлдар) комплекстары хас.
Иреүсән тау тоҡомдарының литология составы буйынса бүленеүе[2]:
- Карбонатлы карст — эзбизташ, мәрмәр, доломит
- Тоҙло карст — таш тоҙ, сильвинит
- Сульфатлы карст — гипс, ангидрит
Ялған карст
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ тыштан карсҡа бик оҡшаған — ялған (псевдокарст) формаһы бар. Псевдокарстың бер төрө булып термокарст тора, (вечная мерзлота) мәңгелек туңлыҡ шарттарында боҙ иреү менән бәйле күренештәр шуға инә.
Балсыҡлы карст ялғандың башҡа төрө булып тора. Был ысын карсты хәтерләткән тәрән ер аҫты юлдары һәм упҡындары, көслө карбонатлы ярымбалсыҡ һәм балсыҡтарҙа барлыҡҡа килә.
Карст ландшафы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйәләр булыуы ер өҫтөндә бик һиҙелмәй, эзбизташлы ҡая ландшафттарын йыш ҡына карст тип атайҙар. Ярыҡтар, соҡорҙар — карст ландшафттарының күп кенә формалары барлыҡҡа килеүҙең сәбәбе.
Карст тектоник ярыҡтар буйлап үҫешеүе мөмкин.[3]
Карстың биотаға һәм экосистемаларға йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евразия тайгаһының карст ландшафтары өсөн үҙенсәлекле биоценоздар хас, үҫемлектәрҙең төр составы һәм структураһы тундра һәм урман-тундра берләшмәләрен хәтерләтә[4]
Карстың дәррәү үҫеш райондарында йыш ҡына һирәк һәм реликт бөжәк төрҙәре популяцияһы күҙәтелә[5][6].
Башҡортостан мәмерйәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда бөтә донъяға билдәле бер нисә мәмерйә бар, барыһы ла — карст мәмерйәләре. Уларҙың күбеһе тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Иң атаҡлыһы — Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы[7]
Уралдың — иң ҙур, Башҡортостан Республикаһының иң оҙон мәмерйәһе, боронғо протозерой ҡатламдарында барлыҡҡа килгән Ҡыҙылъяр мәмерйәһе (рус. Кызылъяровская пещера) — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы[8].
Башҡортостан Республикаһы элек-электән тәбиғи карст мәмерйәләренә бай төбәк булараҡ билдәле. Хәҙерге көндә республика территорияһында 700-гә яҡын мәмерйә иҫәпкә алынған. Был Урал һәм Урал алды мәмерйәләренең өстән бер өлөшө тиерлек.
Уралдағы Башҡортостан биләмәһенә ингән егерме өс мәмерйә Бөтә Союз тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте тарафынан тәбиғәт ҡомартҡыларына индерелгән һәм һаҡлана. Милли парктар территорияһына ун һигеҙ мәмерйә ингән[9].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Белорет районында урынлашҡан Ҡыҙылъяр карст мәмерйәһе
-
Салауат районындағы Лаҡлы карст мәмерйәһе
-
Йүрүҙән буйындағы Иҙрис карст мәмерйәһе
-
Карст күле. Добердо-дель-Лаго, Италия
-
Каррҙар. Дан-де-Кролла, Франция
-
Сталагмиттар «Убырлы ҡарсыҡ бармағы», Карлсбад мәмерйәһе, АҠШ
-
Сорек мәмерйәһе, Израиль
-
Сталагнаттар, Бисеруйка мәмерйәһе, Хорватия
-
Зәңгәр күл, Хорватия, карст соҡоро
-
Карст мәмерйәһе. Кесе Карпат
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Суффозия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Карбонатный карст в многолетнемерзлых породах . Дата обращения: 21 сентябрь 2020.
- ↑ Типы карста Пермского края . Дата обращения: 21 сентябрь 2020.
- ↑ Гвоздецкий Н. А. Карст. — Москва: Мысль, 1981. — С. 11. — 214 с. — (Природа мира).
- ↑ Шварцман Ю. Г., Болотов И. Н. Пространственно-временная неоднородность таёжного биома в области плейстоценовых материковых оледенений. Екатеринбург: Изд-во УрО РАН, 2008. 263 с.
- ↑ Bolotov I.N., Gofarov M.Yu., Kolosova Yu.S. & Frolov A.A. 2013. Occurrence of Borearctia menetriesii (Eversmann, 1846) (Erebidae: Arctiinae) in Northern European Russia: a new locality in a disjunct species range. — Nota lepid. 36 (1): 65-75.
- ↑ Bolotov I.N., Gofarov M.Y., Rykov A.M., Frolov A.A., Kogut Y.I. 2013. Northern boundary of the range of the Clouded Apollo butterfly Parnassius mnemosyne (L.) (Papilionidae): climate influence or degradation of larval host plants? — Nota lepid. 36 (1): 19-33.
- ↑ Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Ю. В. Соколов. Кызылъяровская пещера//Башкирская энциклопедия 2020 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Пещеры
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чикишев А. Г. Пещеры на территории СССР / Отв. ред. проф. Э. М. Мурзаев; АН СССР. — М.: Наука, 1973. — 136, [1] с. — (Настоящее и будущее Земли и человечества). — 25 000 экз.
- Чикишев А. Г. Географические условия развития карста / Моск. о-во испытателей природы. — М.: Изд-во МГУ, 1975. — 114 с.
- Чикишев А. Г. Карст Русской равнины / Отв. ред. Н. А. Гвоздецкий; АН СССР. — М.: Наука, 1978. — 192 с. — (Планета Земля и Вселенная).
- Чикишев А. Г. Проблемы изучения карста Русской равнины. — М.: Изд-во МГУ, 1979.
- Чикишев А. Г. Типы карста и географические ландшафты закарстованных территорий // Землеведение: Сборник Московского общества испытателей природы. — М.: Изд-во МГУ, 1985. — Т. 16 (56). — (Новая серия).
- Гвоздецкий Н. А. Карст. — М.: Мысль, 1981. — 216 с. — (Природа мира). — 66 000 экз.
- Гвоздецкий Н. А. Карстовые ландшафты: Учебное пособие. — М.: Изд-во МГУ, 1988. — 112 с.
- Рычагов Г. И. Общая геоморфология. — М.: Изд-во МГУ, Наука, 2006. — 416 с. — (Классический университетский учебник). — 3000 экз. — ISBN 5-211-04937-3; ISBN 5-02-034256-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тимофеев Д. А., Дублянский В.Н, Кикнадзе Т. З. ТЕРМИНОЛОГИЯ КАРСТА
- Гвоздецкий Н. А. Проблемы изучения карста и практика
- Дублянский В. Н. Пещеры Крыма
- Статья «Карст» на wiki.web.ru
- Карст: Список литературы
- Инженерно-геологические исследования в карстовых районах… — Литература
- Экзогенные геологические процессы Липецкой области