Лимон
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Лимон | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Citrus × limon (L.) Burm.f. | ||||||||||||||||
|
Лимо́н (лат. Citrus limon) — Цитрус ағастары төркөмөнөң гибридлы төрө. Шулай уҡ был ағастың емешен дә лимон тип атайҙар. Килеп сыҡҡан ере — Һиндостан. Ҡырағай көйө Гималай тауҙары итәгендә үҫә.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таралған ере — Һиндостан, Ҡытай һәм Тымыҡ океан тропик утрауҙары. Шулай уҡ Кавказ аръяғында һәм Урта Азияла үҫә.
Ботаник характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лимон сәскәһе.
|
Морфология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лимон — 5-8 м бейеклегендәге ҙур булмаған емеш ағасы. 45 йыллыҡ ағастар осрай
Ҡабығы һорғолт төҫтә, энәле. Япраҡтары ҡалын тиреле, йәшел төҫтә, оҙонлоғо 10—15 см, ҡалынлығы 5—8 см, ялтырауыҡлы, 3 йылға бер ҡойолалар. Сәскәләре айырым, йәки парлы, 2-3 см ҙурлығында. Таждары ап-аҡ йәки һарғылт аҡ, тыштан ал төҫтә, нескә хуш еҫле. Емештең оҙонлоғо 6—9 см, диаметры 4—6 см, һарғылт, ауыр һыҙырылған ҡабыҡлы, эфир майҙары тупланған биҙҙәре бар. Емештең эске өлөшө бер нисә уйымлы. Орлоҡтары йәшкелт-һары йәки аҡ, киҫелештә йәшкелт, оҙонса.
Яҙҙан алып сәскә ата. Емештәре көҙ бешә. Теплица шарттарында йыл әйләнәһенә өлгөрөп тора.
Биологик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лимон япрағының төҙөлөшө ҡыҙыҡлы: тәү ҡарамаҡҡа ябай япраҡ. Ботаникала ҡатмарлы япраҡ тип бер нисә өлөштән торған, һәр береһе айырым ҡойолған япраҡты атайҙар. Лимондың япраҡ пластинкаһы төпһәһенән алдараҡ ҡойола. Йәғни, лимондың япрағы ҡатмарлылар иҫәбенә инә, әммә уның өлөшө берәү генә ҡалған.
Химик составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Емеш йомшағының ҙур өлөшөн лимон, алма органик кислоталары тәшкил итә, шулай уҡ пектин матдәләр, шәкәрҙәр ( 3,5 %-ҡа тиклем), каротин, фитонцидтар; витаминдар — тиамин, рибофлавин, аскорбин кислотаһы (0,085 %-ҡа тиклем), рутин, флавоноидтар, галактурон кислотаһы, сесквитерпендар, гесперидин, эриоцитрин, эридиктиол. Орлоҡтарында май һәм әсе матдә лимонин бар. Май шулай уҡ ботаҡтарҙа һәм япраҡтарҙа ла бар (0,24 %). Ҡабығында гликозид һәм цитронин.
Лимондың үҙенсәлекле еҫе лимон майының ағастың төрлө өлөштәрендә булыу менән аңлатыла. Лимон эфир майының компонентары — терпен, α-лимонен (90 %-ҡа тиклем), цитраль (6 %-ҡа тиклем).
|
Әһәмиәте һәм ҡулланышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кулинарияла ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҙыҡҡа өлгөрөп етеү менән ҡулланалар, шулай уҡ спиртһыҙ эсемлектәр, парфюмерияла ла файҙаланалар. Тәмләткес итеп төрлө емеш-еләк салаттарына, татлы ризыҡтарға, печеньеға, соустарға, балыҡҡа, ҡош итенә һәм дөгө ашамлыҡтарына ҡушыла. Лимон һуты менән балыҡ, салаттарҙың тәмен яҡшырталар. Шулай уҡ ҡайнатма, соустар, кремдар, сироптар һәм эсемлектәргә лә өҫтәйҙәр. Лимон өлөштәре биҙәү өсөн дә ҡулайлы. Лимон торттары һәм бәлештәре лә бик тәмле.
Лимонды сәйгә лә өҫтәйҙәр. Уны Көнбайышта «урыҫ сәйе» тип атайҙар.
Лимон башҡорт милли ризыҡтарында ҡулланылмаған. Емеш егерменсе быуатта аш-һыу даирәһенә ныҡлап инә, шулай уҡ дауа сараһы булараҡ та таныла бара. Башта лимонды сәйгә генә һалһалар, тора-бара ул ҡамыр аштарында ла үҙ урынын таба. Хәҙер иһә был емештең һутын ит, балыҡ әҙерләгәндә лә ярайһы киң ҡулланалар.
Медицинала ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гиповитаминоз, авитаминоз, ашҡаҙан аурыуҙары, минераль алышыныу боҙолоуы, ревматизм, атеросклерозе, цинга, ангина, юғары ҡан баҫымы менән интеккән ваҡытта файҙалы. Көнсығыш медицинаһында лимон яраларҙы һәм үпкә ауырыуҙарын дауалағандар. XI б. Ибн Синна лимонды йөрәк ауырыуҙарынан, һарысанан, ауырлы саҡта ашарға кәңәш иткән. Лимон һыуы менән бит тиреһен һөрткәндә, тире йомшара һәм ағара, һипкелдәрҙе лә лимон һөртөп бөтөргәндәр. Лимон һуты тырнаҡтарҙы нығыта. Лимон ҡабығын, балда бешереп, аш һеңдереү процесын яҡшыртҡанда ҡулланғандар.
Етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң ғәжәбе, беҙҙең шарттарҙа ла лимон үҫтерергә өйрәнгәндәр. 1984 йылда Башҡорт АССР-ы Урман хужалығы министрлығы, РСФСР Урман хужалығы дәүләт комитеты һәм КПСС-тың БАССР өлкә комитеты ҡарары менән Өфө ҡалаһында Урман хужалығы паркы биләмәһендә теплица-лимонарийға нигеҙ һалына.Шулай итеп, Рәсәй киңлектәрендә тәүге тапҡыр ят шөғөлдө башлап ебәрәләр.
Бөгөн был нәзәкәтле йылы яҡ емеше бер гектар майҙанда үҫтерелә, ҡала кибеттәренә сығарылыу менән һатылып та бөтә.Хәҙер инде үҙебеҙҙә сығарылған сорттар ҙа бар. РФ Дәүләт реестрына «Урман», «Салауат», «Ләйсән» лимоны, «Уралтау» һәм «Зилә» тигән цитрон индерелгән. Хәҙер инде ҡала халҡы ла теплицанан үҫентеләр алып, тәҙрә төбөндә үҫтерә. Лимон ағасы емеште йыл әйләнәһенә бирә ала. Сәскә атҡан ағас бүлмәгә хуш еҫтәр тарата.Бүлмә лимондарының тышы йоҡа, орлоҡтары әҙ. Бүлмәлә Павлов, Мейер, Дженоа, Майкоп лимондарын үҫтерергә була. «Салауат» сортының емеше 1,8 кг.-дан да ашып китә.
Лимондың төрлө сорттары бар:
- Эврика,
- Пондероза — лимон менән грейпфрут гибриды,
- Китайский Карлик (Мейер) — әфлисүн менән гибриды,
- Лунарио — лимон менән папеданың гибриды,
- Кузнер лимоны — трифолиата менән гибрид.
Лимон етештереү тураһында мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берләшкән Милләттәр Аҙыҡ һәм Ауыл Хужалығы Ойошмаһы (Food And Agricultural Organization of United Nations) мәғлүмәттәре[1] буйынса 2010 йылда донъяла 13 933 864 тонна лимон һәм лайм етештерелгән. Уның яҡынса 19 % — Һиндостан, 14 % Мексика етештерә.
№ | Ил | Күләм (тонна) | % | № | Ил | Күләм (тонна) | % |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Һиндостан | 2629200 | 18,87% | 11 | Мысыр | 318111 | 2,28% |
2 | Мексика | 1891400 | 13,57% | 12 | Перу | 233032 | 1,67% |
3 | Аргентина | 1113380 | 7,99% | 13 | Судан (элекке) | 228000 | 1,64% |
4 | ҠХР | 1058105 | 7,59% | 14 | КАР | 215985 | 1,55% |
5 | Бразилия | 1020350 | 7,32% | 15 | Таиланд | 171074 | 1,23% |
6 | АҠШ | 800137 | 5,74% | 16 | Чили | 155000 | 1,11% |
7 | Төркиә | 787063 | 5,65% | 17 | Сүриә | 142200 | 1,02% |
8 | Иран | 706800 | 5,07% | 18 | Ливан | 113100 | 0,81% |
9 | Испания | 578200 | 4,15% | 19 | Гватемала | 107796 | 0,77% |
10 | Италия | 522377 | 3,75% | 20 | Колумбия | 87474 | 0,63% |
Лимон тураһында фольклор өлгөләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таҡмаҡ
Лимон һары, лимон һары,
һарғайҙым лимон кеүек.
Мин һарғайҙым лимон кеүек,
Булмағыҙ минең кеүек.
- Тәләкә
Үҫмәгәс үҫмәй икән йүкәлә лимон
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Өфө ҡалаһында Лимонарий бар һәм унда сығарылған өс яңы лимон төрө Дәүләт реестрына индерелгән. Улар «Салауат», «Ләйсән», «Урман» тип атала.
- Гректар Зевс менән Гераның өйләнеүҙәре хаҡында хәбәрҙе Ер алиһәһе ишеткән көндө байрам итәләр. Лимондың төҫө һәм еҫенә иҫтәре китеп, уны байрамдың символы итеп ҡабул итәләр. Шул ваҡыттан алып лимонды туй йолаларын үткәргән саҡта ҡулланалар.
- Лимон эфир майы кулинария экстрактарын, хушбуй, биҙәнеү әйберҙәрен, шулай уҡ мебель өсөн ялтыратҡыс эшләүҙә бик кәрәкле. Уны шулай уҡ балалар бүлмәһендә дезинфекция өсөн ҡулланғандар.
- Диңгеҙ сәйәхәтселәре, шул иҫәптән Джеймс Кук, үҙҙәре менән лимон алғандар. Инглиз флотында XVIII быуат аҙағында көнөнә 30 г лимон һуты эсергә тейеш булғандар.
- Көнсығыш илдәрендә бала тыуҙырыуҙан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшыртыр өсөн лимон емешен ашатҡандар.
- Боронғо грек философы Плиний лимонды ағыу тәъҫиренә ҡаршы ҡулланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инглиз телендә
- Andrew M. Watson, 1983. Agricultural Innovation in the Early Islamic World: The Diffusion of Crops and Farming Techniques, 700—1100. (Cambridge: Cambridge University Press) pp 42–50
Урыҫ телендә
- Дудченко Л. Г., Козьяков А. С., Кривенко В. В. Пряно-ароматические и пряно-вкусовые растения. — К.: Наукова думка, 1989. — 304 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-12-000483-0
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://faostat.fao.org/site/567/DesktopDefault.aspx?PageID=567#ancor 2012 йыл 19 июнь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лимон GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2009)
- Лимон: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 июль 2009)
- Лимон — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2009)
- (Purdue University) Morton, Julia F. 1987. «Lemon». pp. 160–168, in Fruits of warm climates . (Julia F. Morton, Miami) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2009)
- А. Блейз Файҙалы бүлмә үҫемлектәре / ЛИМОН
- Өфө ҡалаһы лимонарийы
- Уфимские лимоны стали золотыми 2014 йыл 20 октябрь архивланған.