Эстәлеккә күсергә

Папуа — Яңы Гвинея

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Папуа — Яңы Гвинея бойондороҡһоҙ дәүләте
Independent State of Papua New Guinea, Independen Stet bilong Papua Niugini
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «O Arise All You Sons»
Үҙаллылыҡ датаһы 16 сентября 1975Австралия)
Рәсми тел инглиз, ток-писин һәм хири-моту
Баш ҡала Порт-Морсби
Эре ҡала Порт-Морсби
Идара итеү төрө Конституцион монархия
Королева
Папуа-Яңы Гвинея
Генерал-губернаторы
Елизавета II
Майкл Огио
Питер О’Нил
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
54
462 840 км²
2
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

6 187 591 чел. (104)
13 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2005)
  • Бер кешегә

14,363 млрд долл. (126)
2,418 долл.
КПҮИ  0.541 (148 урын)
Валюта Кина
Интернет-домен .pg
Код ISO PG
МОК коды PNG
Телефон коды +675
Сәғәт бүлкәте +10

Па́пуа — Яңы́ Гвине́я, тулы исеме Па́пуа — Яңы́ Гвине́я бойондороҡһоҙ дәүләте́ (ингл. Papua New Guinea [ˈpæpuːə njuː ˈɡɪni] (шулай уҡ ˈpɑːpuːə, ˈpæpjuːə), ток-писин Papua Niugini, хири-моту Papua Niu Gini) — Океаниялағы дәүләт. Тымыҡ океандың көньяк-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 462 840 км². Халыҡ һаны — яҡынса 6 млн кеше, башлыса папуастар һәм меланезиялылар. Ҡала халҡы һаны — 15,2 % (1991).

Рәсми телдәр — инглиз, ток-писин, хари-моту теләре. Халыҡтың күп өлөшө — христиандар, ҡалғандары урындағы йола буйынса барлыҡҡа килгән дин тоталар. Административ яҡтан дәүләт 20 провинцияға бүленә. Баш ҡалаһы — Порт-Морсби. Дәүләт башлығы — генерал-губернатор тәҡдим иткән королева. Милләттәр дуҫлығына керә.

Ҡанун сығарыу органы — Милли парламент.

«Папуа» һүҙе малай телендәге «папува» һүҙенән килеп сыҡҡан, «бөҙрә сәсле» тигәнде аңлата (башҡа фараз буйынса «оранг папуа» — «бөҙрә ҡара сәсле кеше» тигәнде аңлата[2]). Был исемде Яңы Гвинеяға 1526 йылда португал Менезеш биргән.[3]. 1545 йылда утрауға Иньиго Ортис де Ретес килә һәм утрауға «Яңы Гвинея» тигән исем бирә, уның фекеренсә урындағы халыҡ Африканың Гвинея аборигендарына оҡшаған була.[2][3]).

Европалылар колонизацияһы башланғандан алып бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем ил исемен бер нисә тапҡыр алыштыра. 1884—1906 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш өлөшө Британия Яңы Гвинеяһы тип атала.[4], 1906—1949 йылдарҙа — Папуа[3][4] (Австралия контролендә). Төньяҡ-нөнсығыш өлөшө Германия колонияһы була һәм 1884—1920 йылдарҙа Германия Яңы Гвинеяһы тип атала (1914 йылдан Австралия контроле)[3][5], 1920—1949 йылдарҙа, Милләттәр Лигаһы ҡарары менән Яңы Гвинея тип атала.[3][6]. 1949 йылда ике Австралия колониялары берлешеп Папуа һәм Яңы Гвинея тип атала[3][7].

1972 йылда провинция Папуа — Яңы Гвинея исемен ала[8]. 1975 йылда ирекле дәүләттең исеме Папуа — Яңы Гвинея тип атала.[3].

Папуа — Яңы Гвинеяның үҫемлектәр һәм хауандар донъяһы бай һәм төрлө. Утрау яры буйлап киң (урыны менән 35 км-ға тиклем) мангр ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Бында үҫәмлектәрҙең 20 мең төрө үҫә. Был үтеп сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡлы урын, йылға үҙәне буйлап тик йөҙөп кенә үтергә мөмкин. Йылға буйлап ҡырағай шәкәр ҡамышы, һаҙлы урындарҙы саговник урманы ҡаплаған.

Йөҙҙәрсә төр ағас үҫкән ҡуйы дымлы тропик урман тау биттәрен ҡаплаған. Тик хәҙер бында плантациялар һәм үҫемлек баҡсалары барлыҡҡа килгән. Кокос пальмаһы, банан, шәкәр ҡамышы, папая ағастары, таро, ямс, батат, маниока бүлбе емештәре үҫтерелә. Баҡсалар урмандар менән сиратлашҡан. Ер 2−3 йылға бер ешкәртелә, һуңынан 10 — 12 йыл урман ҡаплап ала. Шулай итеп ерҙен үңдырышлылығы кире ҡайтарыла.

Хайуандар донъяһы һөйрәлеүселәр, бөжәктәр һәм ҡоштарға бай. Һөтимәрҙәр фаунаһында е күрше Австралиялағы кеүек муҡсалылар вәкилдәр — бандикут (муҡсалы бурһыҡ), валлаби (ағаста йәшәусе кенгуру), кускус һәм башҡалар . Урман һәм яр буйҙарында йыландар, шул иҫәптән ағыулылар, кәҫәрткеләр бик күп. Диңгеҙ һәм ҙур йылға ярҙарында крокодилдар, кәҫәрткеләр һәм ташбаҡалар тереклек итә. Ҡоштар вәкилдәре: казуартар, ожмах ҡоштары, батша күгәрсендәре, тутыйғоштар, тауыҡтар. Европалылар утрауға сусҡа, тауыҡтар һәм эттәр алып килә. Шулай уҡ ҡомаҡ, ҡыр сысҡаны, ҡырағайланған сусҡалар утрауҙа киң таралған.

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
  2. 2,0 2,1 Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Вторжение, часть 1. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Бутинов, Н. А. Краткие исторические сведения // Народы Папуа Новой Гвинеи (От племенного строя к независимому государству) / Под ред. А. М. Решетова. — СПб.: Петербургское востоковедение, 2000. — С. 17-20. — 382 с. — ISBN 5-85803-146-3.
  4. 4,0 4,1 Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Колониальный раздел, часть 2. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  5. Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Колониальный раздел, часть 3. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  6. Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Под австралийским господством, часть 2. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  7. Остров райских птиц. История Папуа Новой Гвинеи (Малаховский К.В.). Geography.su: Географический атлас для учащихся. — Под австралийским господством, часть 5. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  8. History of Papua New Guinea (ингл.). History of Nations. Дата обращения: 15 февраль 2010. Архивировано 22 август 2011 года.