Эстәлеккә күсергә

Тауыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Тауыҡтар битенән йүнәлтелде)
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 100600246

Йорт тауығы[1] (лат. Gallus gallus, ҡайһы саҡ — Gallus gallus domesticus[2][Комм. 1], йәки Gallus domesticus; ингл. misnomer)[3]; ата ҡош — әтәс, бала ҡоштар — себештәр) — йорт хайуандарының иң киң таралған төрө, Көньяҡ һәм Көнсығыш Һиндостанда, Һинд-Ҡытайҙа, Малай архипелагы утрауҙарында таралған ҡырағай тауыҡтарҙан килеп сыҡҡан. Оҙайлы тарихи осорҙа кеше тарафынан бик күп тоҡом тауыҡтары килтереп сығарылған. Тауыҡтар иң файҙалы төрлө аҙыҡ төрө биреүсе йорт ҡошо булараҡ айырыла. Уны ит, йомортҡа өсөн аҫырайҙар, шулай уҡ ҡауырһынын һәм мамығын да файҙаланалар.

Даль иҫәпләүенсә, урыҫ телендә ку́ра, ку́рита, ку́рета, ку́рка, ку́рочка тигән атамалары бар[4]. Халыҡта тарылған фекергә ҡарамаҫтан, тауыҡ ахмаҡ ҡош түгел. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, улар һанай, теле бар һәм үҙ-ара яҡшы аралаша. Тауыҡтарҙың тормошо тураһында күп мәғлүмәттәр өйрәнелмәгән[5][6].

Продукция алыу йүнәлеше буйынса йомортҡа һәм ит тауыҡтарына бүленәләр.

Боронғо заманда тауыҡтарҙың таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышында Хэбэй провинцияһында беҙҙең эраға тиклем 5300 - 5400 йылдарға ҡараған боронғо тауыҡ һөйәктәре табылған. Өҫтәүенә, ул һөйәктәр башҡа яҡтарҙан килтереп йортта аҫыралған тауыҡ һөйәктәре була, сөнки ҡырағай тауыҡтар ундағы климатҡа сыҙай алмаҫ ине[2].

Боронғо Мысырҙа тауыҡ һүрәттәре беҙҙең эраға тиклем II меңйыллыҡтың урталарынан һуң (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1350 йылдар тирәһендә) барлыҡҡа килә. Был һүрәттәр Тутанхамон кәшәнәһендә табыла[7]. Беҙҙең эраға тиклем 900—800 гйылдарҙа Эфиопияла тәүге тауыҡтар күренә башлай[8]. Мысырҙа Буто ҡалаһында тауыҡ себештәре һөйәктәре табыла, улар беҙҙең эраға тиклем 685—525 йылдарға ҡарай[9] Яҡын Көнсығышта тауыҡтар саҡ ҡына иртәрәк барлыҡҡа килә. Грецияға улар антик осор башланғас барып сыға, ә унан Европа буйлап тарала[7]. Афинала Платондың кеше — ҡауырһынһыҙ ике аяҡлы йән эйәһе, тигән раҫлауына яуап итеп, Диоген Синопский тауыҡтың йөнөн йолҡоп күрһәтә.

Инжилдә Яңы Ғәһед осоронда Йәһүҙиәлә тауыҡ аҫырағандар, тип әйтелә[10].

Тоҡомона ҡарап тауыҡтар 1,5 кг-нан 6 — 7 кг-ға тиклем тарта. Әтәс тауыҡтан ауырыраҡ була: масса айырмаһы 1 килограмға етеүе ихтимал. Кәрлә тоҡомло тауыҡтар ҙа була, уларҙың ауырлығы 500 грамдан 1,2 килограмға тиклем.

Тауыҡтар

Тауыҡтарҙа енес диморфизмы бик сағыу була. Әтәстәр тауыҡтарҙан ҡойроғондағы һәм муйынындағы сағыу төҫтәге ҡауырһындары менән айырылып тора. Әтәстәрҙең тәпәйенең аҫҡы өлөшөндә һөйәк — текәүер (шпора) үҫеп сыға. Тауыҡтың да, әтәстең дә суҡыш аҫтында һаҡалы, башында кикреге була. Улар — термокөйләүсе ағзалар һәм ҡан ағышын тирегә йүнәлтергә булышлыҡ итә. Әтәстең кикреге тауыҡтыҡына ҡарағанда ҙурыраҡ. Кикректәр формалары буйынса ла төрлө-төрлө була.

Тауыҡтарҙы йыш ҡына аңра ҡош, бер-береһе өсөн борсолмайҙар, тип иҫәпләйҙәр[6].

Әммә 2015 йылда үткәрелгән тикшеренеүҙәр тауыҡтарҙың түбәндәге һәләттәре булыуын асыҡлай: улар иҫәпләй белә, аң дәрәжәһе булыу сәбәпле, бер-береһен алдай ала[6].

Бынан тыш, тауыҡтарға ҡатмарлы социаль мөнәсәбәттәр системаһы хас. Әгәр көтөүҙә бер нисә әтәс булһа, уларҙың береһе генә башлыҡ була ала. Әтәс аҙыҡ табыу менән үҙенсәлекле тауыш сығара һәм «бейей». Ә бына башлыҡ булмаған әтәс тауыш сығармай, тик хәрәкәттәр яһау менән сикләнә[6].

Тауыҡтарҙың мөһим бер үҙенсәлеге бар: улар 30-ҙан ашыу тауыш сигналынан торған "үҙ теле"ндә аралаша. Тауыҡ (йәки әтәс), ем таба ҡалһа, шунда уҡ иптәштәрен ашарға саҡыра[11].

Бынан тыш тауыҡтар 100-ҙән ашыу кешене йәки башҡа йән эйәһен иҫендә ҡалдыра һәм бар нәмәгә еңел өйрәнә[11]. Тауыҡтар (хатта себештәр) яҡты донъяға килгәндән алып өс үлсәмле киңлекте ҡабул итә[12].

Тауыҡтар туп траекторияһын, әгәр уны күрһә, өс минут буйы (180 секунд), һәм, әгәр күрмәһә, бер минут хәтерендә тота[5].

Лори Марино, тауыҡтарҙы юғары приматтар менән сағыштырырға була, тип иҫәпләй[5].

Башлыҡ булмаған әтәс
Себештәр

Ем табып ашау һәм ашатыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауыҡ ашҡаҙанының ҡоролошона ярашлы, улар ашаған аҙыҡ аҙ күләмле һәм интенсивлығы менән айырылып торорға тейеш. Тауыҡтар бөтә нәмәне лә ашай: улар ваҡ орлоҡ, үлән һәм япраҡ, ҡорттар, бөжәктәр, хатта ваҡ умыртҡалылар менән туҡлана[13].

Тауыҡтар ялан кәртәлә
Тауыҡ шишмә янында

Шәхси хужалыҡтарҙа тауыҡтарға игендең төрлөһөн бирәләр, әммә һоло, арпа, ҡара бойҙай һәм тарыны улар өҫтөнөрәк күрә. Йыл әйләнәһенә был ярмаларҙы тауыҡтарға ашатырға була, һәм бынан уларҙың сәләмәтлеге лә насараймай, йомортҡа һалыу ҙа туҡтамай. Тауыҡтар, ерҙе тибеп, бөжәктәрҙе, ҡарышлауыҡтар һәм орлоҡ эҙләй. Ҙур булмаған күләмдә йәшел үлән һәм хайуандар аҙығын (мәҫәлән, йылҡы итен, киптерелгән май ҡуңғыҙҙарын) бирергә була, ялан кәртәлә йөрөһәләр, улар үҙҙәре үк был аҙыҡтарҙы аяҡ аҫтынан таба, был бик файҙалы: йомортҡа һалыуҙан да туҡтамайҙар. Тауыҡтарға ҡырсын, ваҡ таштар биреү мотлаҡ.

Тауыҡтарҙы ашатыу

Эре тоҡомло тауыҡтар, уртаса һәм бәләкәй тауыҡтарға ҡарағанда, аҙыраҡ ашай, даими норма урынлаштырыу талап ителмәй (ҡыш көндәрендә, йәйге ваҡытҡа ҡарағанда, аҙыҡты бер аҙ күберәк биреү мотлаҡ); бер тауыҡҡа уртаса 85 г аҙыҡ етә.

Ҡышын аҙыҡ ике тапҡыр, ә йәй бер тапҡыр бирелә. Йыш ашатыу ҙа бер аҙ зыян килтерә. Тауыҡтар һимерә башлай.

Сәнәғәт шарттарында аҫыралған тауыҡтар ғәҙәттә аҡһым һәм иген культуралары ҡушылған махсус аҙыҡ менән туҡлана. Рационға 2—3 төрҙәге иген — кукуруза, арпа һәм башҡалар (бөтә ҡоро аҙыҡ массаһынан 65—70 %), һығынты (8—12 %), ҡоро хайуан аҙығы — балыҡ һәм [ит-һөйәк оно]] (3—5 %), ҡоро әсетке (1—3 %), тамыр аҙыҡ, үлән оно, минераль аҙыҡ һәм витаминдар индерелә. Ҡош-ҡорт аҫрау сәнәғәте үҫешкән илдәрҙә төрлө йәштәге тауыҡтар өсөн тулы рацион буйынса әҙер ҡатнаш аҙыҡ етештерә.

Тауыҡ йомортҡаһы — иң камил продукт булып һанала. Уның составында 20 төр аминокислота (никотин, фолий һәм пантотен кислоталары), 8 минераль тоҙ, 10 фермент һәм А, Д, Е, К, В1, В2 һ.б. кеүек витаминдар бар. Белгестәр әйтеүенсә, ике йомортҡа кешенең витаминнар буйынса тәүлек ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Ә йомортҡалағы аҡһым 97 процентҡа үҙләштерелә.

Йомортҡа организмда тулыһынса эшкәртелеп бөтә икән, ул йөрәк, үпкә эшсәнлеген яҡшырта, ашҡаҙанға файҙалы. Тән бешкән ергә элек-электән сей йомортҡа һөрткәндәр. Йомортҡала кеше организмы өсөн кәрәкле бөтә туҡлыҡлы матдәләр бар. Калориялылығы яйәһәтенән ул һыйыр итенә бәрәбәр тип һанала. Йомортҡа витаминдарға, микроэлементтарға бай.

Йомортҡа ҡабығы башлыса аҡ төҫтә була, көрәнһыу төҫтәгеһе лә бар. Ул ныҡлы — себеште һаҡлай, шул уҡ ваҡытта нескә лә: себеш уны тишеп донъяға сыға, ул эсендәге себешкә төрлө микробтар үтеп инмәҫлек дәрәжәлә тығыҙ һәм шул уҡ ваҡытта һауа үтә алһын өсөн ваҡ ҡына тишекле лә булырға тейеш. Бынан тыш йомортҡа ҡабығы яҡтылыҡ та үткәрә. Ул себеш өсөн кәрәкле температура булыуын да тәьмин итә. Етмәһә, ҡабыҡ тауыҡ ауырлығынан ватылмаҫлыҡ ҡаты булырға тейеш. Йомортҡа ҡабығы барлыҡ ошо талаптарға яуап бирә.

Рәсәйҙә йомортҡа етештереү төбәктәр буйынса тигеҙ түгел: 29 % йомортҡа етештереүсе фабрикалар Үҙәк федераль округта урынлашҡан, Волга буйы федераль округына — сирек, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округына һәм Себер федераль округына — 14-әр %, в Көньяҡ федераль округына — 11 %, Урал федераль округына — 6 %, Алыҫ Көнсығыш федераль округына — 4 % тура килә[14].

Ҡоштар араһында иң ныҡ таралған лаборатор объект, классик һәм заманса генетикала төп модель организмдарының береһе[15][16][17][18][19]. Мутация процесын анализлау өсөн ҡулланыла[20].

  1. Неправильное употребление термина (ингл. misnomer). По современной классификации домашняя курица не является отдельным подвидом банкивской курицы (Gallus gallus) или видом, а считается лишь одомашненной формой вида G. gallus.
  1. И. И. Акимушкин. Рыбы, земноводные и пресмыкающиеся // Мир животных. Птицы. Рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. / Редактор В. Тихомиров, младший редактор Е. Попова, художественный редактор А. Ольденбургер, технический редактор Л. Барышева, корректор И. Шаховцева. — 1989. — С. 383-384. — 462 с..
  2. 2,0 2,1 Фишман, 2020
  3. Хәҙерге классификация буйынса тауыҡ банкив тауығынан айырым бер төр булараҡ һаналмай. Тик ҡулға эйәләштерелгән төрө булараҡ ҡарала
  4. Ҡалып:ВТ-ТСД2
  5. 5,0 5,1 5,2 Куры умны, заботливы и умеют общаться. Все умницы (2017).
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Колин Баррас. Вся правда о курах: они вовсе не глупые. Перевод с английского. BBC Earth (10 февраль 2017).
  7. 7,0 7,1 Силаева О. Л. История одомашнивания птиц // Биология. — 2004. — № 2 (729). — 16—31 марта. (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019) 2019 йыл 11 апрель архивланған.
  8. Учёные выяснили, когда на Чёрном континенте появились первые куры.
  9. Africa’s oldest domestic chicken bones are relics of ancient Red Sea trade route. 3 November 2016.
  10. Мф. 26:34)"Иллюстрированная полная популярная Библейская Энциклопедия" (1891) давала на этот счёт следующую информациюҠалып:ВТ-БЭАН
  11. 11,0 11,1 Куры вовсе не так глупы, как принято считать. Все умницы (2013).
  12. Куры вовсе не так глупы, как принято считать.
  13. Mabasa I. When Christmas chicken kills, eats a snake (ингл.). Zimbabwe: The Herald (30 декабрь 2014). Дата обращения: 8 март 2015. Архивировано 8 март 2015 года.
  14. «Справочно-адресная информация по яичным птицефабрикам России»
  15. Davenport C. B. Inheritance of Characteristics in Domestic Fowl. — Washington, D. C., USA: Carnegie Institution of Washington, 1909. — 100 p. — (Carnegie Institution of Washington Publication No. 121; Papers of the Station for Experimental Evolution, No. 14).
  16. Арефьев В. А., Лисовенко Л. А. Англо-русский толковый словарь генетических терминов / Науч. ред. Л. И. Патрушев. — М.: Изд-во ВНИРО, 1995. — 407 с. [См. о курице в Приложении 1 «Животные, растения и микроорганизмы — наиболее распространённые объекты генетических исследований».] (Тикшерелеү көнө: 19 июнь 2007) 2007 йыл 26 август архивланған..
  17. Dodgson J. B., Romanov M. N. Use of chicken models for the analysis of human disease (инг.) // Current Protocols in Human Genetics : журнал. — New York, NY, USA: John Wiley & Sons, Inc., 2004. — Vol. Chapter 15. — № Unit 15.5. — P. 1—11. — ISSN 1934-8258. — DOI:10.1002/0471142905.hg1505s40 Архивировано из первоисточника 28 февраль 2015. (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2015)
  18. Romanov M. N., Sazanov A. A., Moiseyeva I. G., Smirnov A. F. Poultry // Genome Mapping and Genomics in Domestic Animals / Ed. by N. E. Cockett and C. Kole. — Berlin—Heidelberg—New York: Springer-Verlag, 2009. — P. 75—141. — (Genome Mapping and Genomics in Animals: Vol. 3). — ISBN 9783540738343. Архивировано 15 февраль 2015 года. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2015)
  19. См. также статью Курица как модельный организм в биологических исследованиях[en].
  20. Romanov M. N., Sazanov, A. A., Smirnov A. F. First century of chicken gene study and mapping — a look back and forward (инг.) // World's Poultry Science Journal[nl] : журнал. — Cambridge, UK: World's Poultry Science Association; Cambridge University Press, 2004. — Vol. 60. — № 1. — P. 19—41. — ISSN 0043-9339. — DOI:10.1079/WPS20043 Архивировано из первоисточника 15 март 2015. (Тикшерелеү көнө: 15 март 2015)