Эстәлеккә күсергә

Тяньцзинь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Тяньцзинь
(ҡытайса 天津
Ил

Ҡытай

Статус

Үҙәк ҡарамағындағы ҡала

Координаталар

39°08′ с. ш. 117°11′ в. д.HGЯO

Мэр

Хуан Синго
(Ҡытай Коммунистар партияһының ҡала комитеты секретары — Чжан Гаоли)

Нигеҙләнгән

1404

Майҙаны

11 943 км²

Климат тибы

континенталь

Рәсми теле

ҡытай теле

Халҡы

14 425 000 кеше (2009)

Тығыҙлығы

1 210 кеше/км²

Агломерация

23 800 423

Сәғәт бүлкәте

UTC+8

Телефон коды

+86 22

Почта индексы

300000-319000

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

津A, B, C; 津E (такси)

ISO 3166-2

CN-12

Рәсми сайт

tj.gov.cn  (ҡыт.)

Аббревиатура
Тяньцзинь (Ҡытай Халыҡ Республикаһы)
Тяньцзинь
Тяньцзинь

Тяньцзи́нь (ҡытайса ябай 天津, пиньин телендә: Tiānjīn) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының үҙәк ҡарамағындағы дүрт ҡалаһының береһе. Ҙурлығы яғынан континенттағы Ҡытайҙа өсөнсө. Майҙаны — 11 943 км², 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса халҡы 14 425 000 кеше, Эске тулайым продукт — 750 млрд юань (2009).

Тяньцзинь Төньяҡ Ҡытайҙа, Бохай ҡултығы буйында, Хуанхэ и Янцзы йылғалары менән тоташҡан Бөйөк Ҡытай каналының төньяҡ осонда урынлашҡан. Ҡала көнсығыштан Бохай ҡултығы һыуҙары менән йыуылһа, төньяҡтан, көньяҡтан һәм көнбайыштан Хэбэй провинцияһы, төньяҡ-көнбайышта үҙенән 96 саҡрымда ятҡан Пекин биләмәләре менән сиктәш һәм баш ҡала менән юғары тиҙлекле тимер юлы менән бәйләнгән.

11 943 км² майҙаны менән Тяньцзинь илдә 31-се урында. Ҡала зонаһы Хайхэ йылғаһы буйында, ә порттар унан ситтәрәк, Тымыҡ океандың Бохай ҡултығы ярҙарында урын алған. Һары диңгеҙҙең яҡын булыуына ҡарамаҫтан, һауа температураһында киҫкен айырма булған континенталь климат өҫтөнлөк итә. Ҡала диңгеҙ буйҙарындағы тигеҙ рельефлы ерҙә ултыра.

Сун династияһы хакимлегенә тиклем Хайхэ йылғаһы үҙәндәре аҙ үҙләштерелгән була. XII быуатта үҙәк һәм көньяҡ Ҡытайҙың ашлыҡ һәм башҡа төр аҙыҡ-түлеген артабан илдең төньяҡ төбәктәренә бүлеп оҙатыу өсөн тауар келәттәре (складтар) төҙөлә. Юань династияһы осоронда ҡалала тоҙ ҡайнатыу ойошторола.

Тяньцзиндәге Гулоу (Барабан) башняһы.
Тяньцзинь климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 14,3 20,8 30,5 33,1 38,5 42,0 40,5 38,1 34,9 30,8 23,0 14,4 42,0
Уртаса максимум, °C 1,7 5,3 11,8 20,1 26,2 29,9 30,9 30,1 26,3 19,5 10,3 3,6 17,9
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} 0,0 6,6 14,6 20,6 24,8 26,8 26,0 21,3 14,2 5,4 −1,1 13,0
Уртаса минимум, °C −8,3 −5,3 0,9 8,2 14,2 19,3 22,5 21,7 16,2 8,8 0,6 −5,5 7,8
Абсолют минимум, °C −18,1 −16 −11,1 −6 5,0 8,7 13,9 10,0 6,5 −3 −12 −16,2 −18,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 3 8 10 31 40 75 177 164 52 25 11 5 606
Сығанаҡ: Climatebase

Административ-территориаль бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тяньцзинь 13 районға һәм 3 өйәҙгә бүленгән:

Карта # Статус Исеме Иероглифтар Пиньинь Халҡы
(2010)
Майҙаны
(км²)
1 Район Хэпин 和平区 Hépíng qū 470 000 10
2 Район Хэдун 河东区 Hédōng qū 680 000 39
3 Район Хэси 河西区 Héxī qū 760 000 41
4 Район Нанькай 南开区 Nánkāi qū 760 000 41
5 Район Хэбэй 河北区 Héběi qū 620 000 29
6 Район Хунцяо 红桥区 Hōngqiáo qū 560 000 21
7 Район Биньхай 滨海新区 Bīnhăi xīnqū 1 000 000 2 270
8 Район Дунли 东丽区 Dōnglì qū 460 000 320
9 Район Сицин 西青区 Xīqīng qū 330 000 545
10 Район Цзиньнань 津南区 Jīnnán qū 380 000 401
11 Район Бэйчэнь 北辰区 Běichén qū 320 000 478
12 Район Уцин 武清区 Wǔqīng qū 840 000 1 570
13 Район Баоди 宝坻区 Bǎodǐ qū 650 000 1 523
14 Өйәҙ Нинхэ 宁河区 Nínghé qu 360 000 1 414
15 Өйәҙ Цзинхай 静海区 Jìnghǎi qu 520 000 1 476
16 Өйәҙ Цзисянь 蓟县 Jì xiàn 810 000 1 593

2009 йыл аҙағына Тяньцзинь халҡының һаны 14 425 000 кеше була, шуларҙың 9,8 млн. ҡала биләмәһендә даими йәшәүселәр — хукоу), үҙ сиратында уларҙың 5,99 млн. ҡаланыҡылар, 3,81 млн. — ауыл халҡы. Күҙаллауҙар буйынса, халыҡ һаны 14 млн-ға етәсәк һәм уларҙың 11,5 млн. ҡаланыҡылар буласаҡ[1]

Халыҡтың күпселеге ханьдар, һәм шул уҡ ваҡытта ҡалала Ҡытайҙа рәсми теркәлгән 55 ваҡ халыҡтың 51-нең вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һан яғынан күберәктәре: хуэйҙар, корейҙар, манжурҙар һәм монголдар.

Гуаньиньхан — боронғо банктарҙың береһе
Тяньцзиндең аҙ һанлы халҡы (2000 йылда)
ҠХР-ҙың ваҡ халыҡтары Һаны Процент
Ханьдар 9 581 775 97,29 %
Хуэйҙар 172 357 1,75 %
Манжурҙар 56 548 0,57 %
Монголдар 11 331 0,12 %
Корейцтар 11 041 0,11 %
Чжуандар 4 055 0,041 %
Туцзя халҡы 3 677 0,037 %

Ҡытай Халыҡ Республикаһының башҡа райондарындағы кеүек, Тяньцзиндә лә «партия-хөкүмәт» идара итеү берлеге ғәмәлгә эйә. Ҡала хөкүмәте башлығы — ҡала мэры.

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тяньцзинь төрлө илдәрҙең түбәндәге ҡалалары менән күрһәтелгән йылдарҙа туғанлашҡан: