Эстәлеккә күсергә

Айҙар (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айҙар
Aidar
Яҙыу Латин алфавиты

Айҙар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Айҙар исеме бар.

Айҙар башҡорт исеме. Айлы төндә тыуған, бәхетле; түбәһендә сәсе ҡалдырылған; тамғалы; билдәле, үҙенә бер төрлө; дәрәжәле, билдәле мәғәнәләренә эйә[1].

Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы (9 февраль 1963 йыл) — бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).

Ғәлимов Айҙар Ғәни улы (23 февраль 1967 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2008) халыҡ артисы. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017)

Абдуллин Айҙар Риват улы (26 июль 1962 йыл) — философ, философия фәндәре докторы (2002), профессор (2009).

Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы (1 июль 1957 йыл) — ғалим-терапевт, фармокология маркетологы, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003)[1]. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир- ағзаһы, генераль директор, иммунобиологик препараттар етештереүҙе ойоштороу һәм уларҙың технологияһы кафедраһы мөдире, «Ремедиум» журналының баш мөхәррире.

Гәрәев Айҙар Риф улы (1962) — Башҡортостан Республикаһы Демократик йәштәр союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе (1994—1999).

Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы (28 февраль 1965 йыл) — журналист, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 2012 йылдан «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире.

Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы (рус. Халиков Айдар Шарифьянович; 26 май 1961 йыл) — энергетик, хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2005—2008 йылдарҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шәйҙуллин Айҙар Мирсәйет улы (21 ғинуар 1977) — «Кремль балеты» театры премьеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2006)

«Айҙар» — Айҙар Ғәлимовтың йыр-тетар студияһы.

Байыҡ Айҙар (1 декабрь 1710 йыл — 10 октябрь 1814 йыл) — сәсән, шағир-импровизатор, башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшеүсе.

«Байыҡ Айҙар сәсән» ҡобайыры — ҡобайыр.

Айҙарәле (йылға) — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Һыуындыҡ йылғаһының һул ярынан тамағынан 100 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 34 км.

Айҙарәле (рус. Айдарали) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл.

Айҙарәле — Ырымбур өлкәһенең Кваркен районындағы ҡасаба.

Айҙа́р — Рәсәйҙең Белгород өлкәһендәге һәм Украинаның Луганск өлкәһендәге йылға, Северский Донец йылғаһының һул ҡушылдығы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ