Аҫ
Аҫ | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Mustela erminea Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 29674 |
Аҫ (рус. горностай, лат. Mustela erminea) — һыуһарҙар төркөмөнә ҡараған затлы тиреле йыртҡыс йәнлек; йыртҡыстар отряды һыуһарҙар ғаиләһенән имеҙеүсе хайуан. Европала, Азияла һәм Төньяк Америкала киң таралған.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. Ф. Мурьяновҡа ярашлы, славян теленә (хомѣсто́ръ) латин теленән (comestor) үҙләштерелгән[1].
Рус теленең төньяҡ өлөшөнөң бер нисә диалектында һәм Волга буйында, Уралда һәм Себерҙә таралған төньяҡ урыҫ тибындағы диалекттарында был хайуанға атама биреү өсөн «горносталь/горностарь/горностарь/горносталин» һүҙе ҡулланыла[2][3][4][5][6][7]. Архангельск өлкәһендә аҫҡа ҡарата «езвец/езбик/езвик» лексемаһы ҡулланыла, уның төп мәғәнәһе — «бурһыҡ»[8][9].
Тышҡы күренеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәүҙәһе һуҙынҡы, һығылыусан, оҙонлоғо 17—32 см, ҡойроғоноң оҙонлоғо 6—12 см, ауырлығы 200 г. Йәйен тиреһе көрән-һарғылт төҫтә, ҡышын — аҡ, ҡойроҡ осо ҡара йәки ҡоңғорт-ҡара. Ағастарға яҡшы үрмәләй һәм яҡшы йөҙә. Ояларын өндәрҙә, ҡыуыштарҙа, ағас тамырҙары аҫтында яһай. Төнөн актив йәшәү рәүеше алып бара. Төп аҙығы — сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ҡоштар, кәлтәләр. Аҫтар — моногамднар, йылға бер тапҡыр үрсейҙәр. Ҡушылыу ваҡыты яҙ йәки йәй башында. Балалары (уртаса 7—9 бала) киләһе йылдың яҙында тыуа. Ҡиммәтле тире бирә торған йәнлек.
Рәсәйҙә аҫтың 11 төрө йәшәй:
Mustela erminea erminea L, 1758 — төньяҡ аҫы, ареалы Рәсәйҙә — Кольский ярымутрауы; Mustela erminea aestiva Kerr, 1792 — урта урыҫ аҫы, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һәм Уралда йәшәй; Mustela erminea tobolica Ognev, 1922 — Тубыл аҫы, Обь һәм Иртыш бассейнында таралған, йөн оҙон, ҡуйы һәм ебәк кеүек; Mustela erminea ognevi Jurgenson, 1932 — Турухан аҫы, Үҙәк Себерҙең төньяҡ ситендә таралған; Mustela erminea lymani Hollister, 1912 — Алтай аҫы, тау Алтайҙан тыш, Саянда һәм Красноярск крайының көньяғында таралған булырға тейеш; Mustela erminea naumovi Jurgenson, 1938 — Тунгуска аҫы, Хатанга, Түбәнге һәм Подкаменная Тунгуска бассейнында һәм Таймыр ярымутрауында таралған; Mustela erminea transbaikalica Ognev, 1928 — Байкал аръяғы аҫы, тағы ла Алыҫ Көнсығышта ла таралған; Mustela erminea orientalis Ognev, 1928 — Колыма аҫы, Яҡут Республикаһында һәм Чукоткала таралған; Mustela erminea arctica Merriam, 1896 — Камчатка аҫы; Mustela erminea baturini Ognev, 1929 — Шантар аҫы; Mustela erminea karaginensis Jurgenson, 1936 — Карагин аҫы, Камчатка янындағыКарагин утрауҙарында таралған.
Кәүҙәһе бәләкәй һәм нәҙек, һығылмалы булыуы арҡаһында тар ярыҡтарға үтеп инә ала.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евразия һәм Төньяҡ Американың арктика, субарктик һәм уртаса зоналарында йәшәй. Европала, Албания, Греция, Болгария һәм Төркиәнән башҡа, Скандинавиянан Пиреней һәм Альп тауҙарына тиклем осрай. Азияла уның ареалы Урта Азия сүллектәренә, Иран, Афғанстан, Монголия, Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытай һәм Төньяҡ Японияға барып етә. Төньяҡ Америкала Канадала, Канада арктик архипелагы утрауҙарында, Гренландияла һәм АҠШ-тың төньяғында (Бөйөк тигеҙлектәрҙән башҡа) осрай. Рәсәй Европаһының төньяғында һәм Себерҙә таралған, ареалдың көньяҡ сиге Төньяҡ Кавказға тиклем барып етә.
Кроликтарҙың популяцияһын контролдә тотоу өсөн Яңы Зеландияға индерелә, ләкин уңышһыҙ була, контролһеҙ рәүештә үрсей һәм ҡоротҡосҡа әйләнә.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҫ урман-дала, тайга һәм тундра райондарында күпләп йәшәй. Улар йәшәү мөхитен төп ризыҡтың— ваҡ кимереүселәрҙең иҫәбенә ҡарап һайлай. Ҡағиҙә булараҡ, аҫтар йылға һәм шишмә ярҙары һәм һыубаҫар туғайҙар, урман күлдәре, яр буйындағы болондар, ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡамышлыҡтарға яҡын йәшәргә ярата. Урман төпкөлөнә һирәк инә; бигерәк тә ауыл ситендә һәм һөрөнтө ерҙәрҙә була. Ҡуйы урмандарҙа күл буйы шыршылыҡтарын һәм ереклектәрҙе ярата. Асыҡ киңлектәрҙе яратмай. Ҡайһы берҙә кеше йәшәгән ерҙә, баҫыуҙарҙа, баҡсаларҙа һәм урман парктарында, хатта ҡала ситендә лә төпләнә.
Башлыса яңғыҙаҡ тормош алып бара. Участканың сиктәре биҙҙәрҙең секрецияһы менән билдәләнә. Участканың ҙурлығы 10 гектарҙан алып 20 гектарға тиклем тәшкил итә. Ата заттарҙың биләмәһе ғәҙәттә инәләренекенә ҡарағанда ике тапҡырға ҙурыраҡ була һәм уларҙың участкалары менән киҫешә. Ата һәм инә заттар айырым йәшәйҙәр һәм тик парлашыу миҙгелендә генә осрашалар. аҙыҡ аҙ йылдарҙа улар үҙ участкаларын ҡалдырып китәләр һәм һәм ҡайһы берҙә байтаҡ араға күсәләр. Ҡайһы берҙә миграция күрше райондарҙа кимереүселәрҙең күпләп үрсеүенә лә сәбәпсе була.
Аҫ башлыса эңерҙә һәм төндә әүҙем, ҡайһы берҙә көндөҙ ҙә осрай. Уны көтөлмәгән урындарҙа осратырға мөмкин — мәҫәлән, бесәнлектә, таш өйөмдәрҙә, таштар өйөмдәрендә йәки торлаҡ йорт стенаһына өйөлгән бүрәнә өйөмдәрендә осратырға мөмкин. Шулай уҡ ағас ҡыуышын биләй, ташҡын ваҡытында уларҙа йыш ҡына йәшенеп тора. Аҫ үҙе тарафынан үлтерелгән кимереүселәрҙең ояларында урынлашырға мөмкин.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мурьянов М. Ф., К интерпретации древне-русского хомѣсторъ . Дата обращения: 9 март 2021. Архивировано 31 август 2021 года.
- ↑ Тематический словарь вятских говоров . — Киров: Радуга-Пресс, 2013. — С. 48. — 311 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-906013-91-0.
- ↑ Архангельский областной словарь . — М.: Издательство МГУ, 1996. — Т. 9. — С. 63—65. — 174, 307, 355-356 с. — 1000 экз. — ISBN 5-211-03133-4.
- ↑ Словарь русских говоров Кузбасса . — Новосибирск: НГПИ, 1976. — С. 59. — 237 с.
- ↑ Среднеобский Словарь (Дополнение) . — Томск: Издательство Томского государственного университета, 1983. — Т. 1. — С. 72. — 180 с. — 1000 экз.
- ↑ Словарь говора д. Акчим Красновишерского района Пермской области (Акчимский словарь) / Гл. ред. Ф. Л. Скитова. — Пермь: Пермский университет, 1984. — С. 214. — 399 с. — 1000 экз.
- ↑ Мельниченко Г. Г. Ярославский областной словарь . — Ярославль, 1984. — С. 95, 97. — 134 с. — 800 экз.
- ↑ Архангельский областной словарь . — М.: Наука, 2010. — Т. 13. — С. 63—65. — 358 с. — 800 экз. — ISBN 978-5-02-037383-9.
- ↑ Словарь Русских Говоров Центральных Районов Красноярского Края. Том 2(Е М) 2005 : 1 : Free Download, Borrow, and Streaming : Internet Archive
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы. Ҡазан, 2008 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- Заянчковский И. Ф. Враги наших врагов . — 2-е дополненное изд.. — М.: «Молодая гвардия», 1969.
- Coues, Elliott. Fur-bearing Animals: A Monograph of North American Mustelidae. — Government Printing Office, 1877.
- Новиков Г. А. Хищные млекопитающие фауны СССР / гл. ред. Е. Н. Павловский. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1956. — С. 127—134. — 295 с. — 2500 экз.
- Гура А. В. Куньи и другие пушные звери // Символика животных в славянской народной традиции . — Индрик. — М.: Индрик, 1997. — С. 199—253. — 910 с. — (Традиционная духовная культура славян. Современные исследования). — ISBN 5-85759-056-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позвоночные животные России: Горностай 2021 йыл 22 ғинуар архивланған.
- Горностай — описание экологии
- Информация о горностаях
- Видеосюжет про горностая на ютуб-канале «Знай ТВ»
- {Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20210122123544/http://www.sevin.ru/vertebrates/index.html?Mammals%2F228.html |date=2021-01-22 }}
- Горностай — описание экологии 2007 йыл 24 октябрь архивланған.
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |