Байымбәт
Ауыл | |
Байөмбәт рус. Баимбетово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Байөмбәт, Ҡунаҡбай |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453060 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Байымбәт[2] (Байөмбәт[3], икенсе атамаһы Ҡунаҡбай; рус. Баимбетово) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 175 кеше булған[4]. Почта индексы — 453060.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 175 | 92 | 83 | 52,6 | 47,4 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 37 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Бурлы): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 55 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байөмбәт (Ҡунаҡбай) Бурлы ауыл Советына ҡарай. Район үҙәгенән төньяҡта 36 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 55 саҡрым алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға XVIII быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Байөмбәт Илсеғолов исеме менән аталған. V ревизия мәғлүмәте буйынса 25 ихатанан тора, унда 152 кеше йәшәгән. 1896 йылда ауыл Байөмбәт һәм Ҡунаҡбай тигән икеләтә исем аҫтында күрһәтелә. Ауылдың икенсе исеме тәүгеһенә ҡарағанда күпкә һуңыраҡ барлыҡҡа килгән. Ул йылда 246 кеше һәм 48 йорт хужалығы иҫәпләнә. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙа 324 кеше һәм 65 йорт хужалығы билдәләнгән. 1795 йылда 25 йортта 152 кеше йәшәгән, 1865 йылда 30 йортта — 220 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡҡ, умартасылыҡ, игенселек, сана эшләү менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище булған[5]. Халҡы: 1906 йылда — 236 кеше; 1920 йылда — 324 кеше; 1939 йылда — 255 кеше; 1959 йылда — 327 кеше; 1989 йылда — 210 кеше; 2002 йылда — 188 кеше; 2010 йылда — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл исеме рәсми рәүештә ике вариантта теркәлгән. «Башҡортостан Республикаһында берәмектәр сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында законына ярашлы, ауыл Байымбәт[2] тип йөрөтөлә. "Башҡорт энциклопедияһы"нда теркәлгәнсә, ауылдың исеме улус старшинаһы булған Байөмбәт Илсеғолов хөрмәтенә аталған[3].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[6]
Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))
Туҡай урамы (рус. Тукаева (улица))
Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Видео Байөмбәт ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы
- Байымбәт ауылы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Байөмбәт
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 159-сы б 2022 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Налог Белешмәһе статистикаһында Байымбәт ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байымбәт // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2022)
- Баимбетово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2020)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 159-сы б 2022 йыл 26 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2022)
- Налог Белешмәһе статистикаһында Байымбәт ауылы