Байғусҡар
Ауыл | |
Байғусҡар Байгускарово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Тиргәмеш |
Ауыл с | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453810 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Байғусҡар (икенсе атамаһы Тиргәмеш; рус. Байгускарово) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 544 кеше булған[2]. Почта индексы — 453810, ОКАТО коды — 80255823001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 28 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 86 км
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләтбирҙин Исхаҡ Ғүмәр улы (1925—4.11.2011), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1986 йылдарҙа «Таналыҡ» совхозы директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1971). Ленин (1973), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985 һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры[3].
- Әбделмәнов Салауат Хөсәйен улы (10 октябрь 1937 йыл — 2002 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985).
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 544 | 268 | 276 | 49,3 | 50,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ауыл күренештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1816 йылда Һаҡмар йылғаһы үҙәнендәге Аҡназар ауылы халҡы яңы Ҡускар ауылына нигеҙ һалған. Ауыл Ырымбур өйәҙенең 9-сы башҡорт кантоны сержанты Һағынбай Күҫәков ҡарамағында булған.
Беренсе күсеп ултырыусыларҙың исемдәре билдәле: Һағынбай Күҫәков, уның улы Ишкилде 1799 йылғы, Иҙелбай Күҫәков 1754 йылғы улы Ғүмероҙон менән, Байғусҡар Йәғәфәр улы Мағашев (ауыл уның исеме менән атлған), 1749 йылға йорт сотнигы.
Уның атаһы Мағаш Пугачев ихтилалында ҡатнашыусы. Байғускарҙың улдары: Йәнгилде 1782 йылда тыуған, Ғәли 1789 йылғы, Йосоп 1790 йылда тыуған, Яҡуп 1794 йылда тыуған. Аралбай Дәүләтбаев 1765 йылда указлы мулла булған. Уның улдары: Ғәбделғәни, Ғәбделнасир, Әхмәт; Ҡыҙы Гөлзифа;Юламан һәм Ғөбәйҙулла Дәүләтбаевтар; Ишмөхәмәт Аллағолов, уның улы Йәнүҙәк 1812 йылғы Ватан һуғышында һәләк була; шулай уҡ Нураевтар, Баҡтыбаевтар, Үҙәнбаевтар, Солтангужиндар, Туснәковтар, Тулҡыбаевтар, Юлдашбаевтар. Ҡуҫҡар ауылы халҡы тағы өс ауылға нигеҙ һала: Хәйбулла, Ҡаръян һәм Байғусҡар. Ә Ҡусҡар ауылы хәҙер бөткән. [4]
«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙма бар: Орский өйәҙе, 2-се стан, No 774 дер. Байгучкарова (Дергамыш, Байкачкарова), Дергамыш йылғаһы эргәһендә, иҫке һыҙыҡлы тракттың уң яғынан һәм Орскиҙан Верхнеуралға тиклем һул почта тракты араһында урынлашҡан. Өйәҙ ҡаласығынан алыҫлығы — 152 верста, стан фатирына тиклем 52 верста, ихаталар һаны — 48, халыҡ һаны: ирҙәр 116 кеше, ҡатын-ҡыҙҙар 120 кеше. Ауылда мәсет бар.[5]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гагарин урамы, (рус. улица Гагарина)
- Тиргәмеш урамы, (рус. улица Дергамыш)
- Зәки Вәлиди урамы, (рус. улица Заки Валиди)
- Йәштәр урамы, (рус. улица Молодежная)
- Йылға буйы урамы, (рус. улица Речная)
- Салауат Юлаев урамы, (рус. улица Салавата Юлаева)
- Шайморатов урамы, (рус. улица Шаймуратова)
- Юбилей урамы, (рус. улица Юбилейная)[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дәүләтбирҙин Исхаҡ Ғүмәр улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
- ↑ Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
- ↑ Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.
- ↑ ОКАТО - ОКТМО
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.{{ref-ru} (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байғусҡар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
- Байгускарово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |